Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло йәштәгеләр арта
1 октябрҙә Өлкән йәштәгеләр көнө билдәләнде. Байрам Ер шарында халыҡтың бик тиҙ ҡартайыуына иғтибарҙы арттырыу маҡсатында 1990 йылдан башлап ойошторола.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белдереүенсә, 2100 йылға өлкән кешеләр өс тапҡырға артасаҡ – 3,2 миллиардҡа етәсәк, кеше уртаса 85 йыл йәшәйәсәк тип көтөлә.

“Маяҡ” фажиғәһенә – 60 йыл

29 сентябрҙә “Маяҡ” производство берекмәһендәге аварияға 60 йыл тулды.
Был техноген һәләкәттә Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләрендә 217 тораҡ пунктында йәшәгән 272 мең кеше зыян күрә. Радионуклидтар менән зарарланған биләмәләрҙән халыҡ меңәрләп күсеп китергә мәжбүр була.
Республикала “Маяҡ”та зыян күргән 142 кеше Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларынан ярҙам ала.

“Уңайлы мөхит”

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Ирек Зарипов Башҡортостан Республикаһындағы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре менән берлектә “Уңайлы мөхит” проектын тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу буйынса төрлө саралар үткәреп тора.
Эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Инвалидтарҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып, торлаҡ биналарын һәм күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте ҡулайлаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы 2016 йылдың 9 июлендәге 649-сы ҡарарын төбәктә ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.
Был сара – республикала йәшәүсе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе яҡлауға бер аҙым. Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов “Уңайлы мөхит” проектын ғәмәлгә ашырыуҙы шәхсән контролдә тота.

Дауаханалар Интернетҡа
тоташтырыла


Республикала дөйөм һәм сабыйҙар үлеме кәмеһә лә, янып, батып йә тәҙрәнән ҡолап һәләк булған балалар һаны, былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, артыуы күҙәтелә, тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова тармаҡ селектор кәңәшмәһендә.
Шулай уҡ сарала “Асыҡ республика” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында, 2017-2018 йылдарҙа медицина ойошмаларының 233 структур бүлексәһен, шул иҫәптән ауыл участка дауаханаларын, амбулаторияларын, дөйөм практика табиптары бүлексәләрен Интернет селтәренә тоташтырыу ҡаралған. Бәйләнеш тиҙлеге 10 мегабиттан кәм булмаҫҡа тейеш.


Әрмегә кемдәр китә?

Илдә хәрби саҡырылыш 1 октябрҙән иғлан ителһә лә, Себер биләмәләрендәге ҡайһы бер урындарҙа йәшәгән һәм уңыш йыйыу эшенә йәлеп ителгән егеттәр өсөн, документтар менән раҫланған осраҡта, ул 1 ноябрҙә башланасаҡ. Шулай уҡ уҡытыусы егеттәр 1 сентябрҙән эш башлаһа, уларҙы яҙғы саҡырылышҡа ҡалдыралар.
Хөкөм ителгәндәр, альтернатив граждандар хеҙмәте үткәндәр, сит илдә йәшәгәндәр йә хеҙмәт иткәндәр, ғилми исемдәре булған һәм башҡа категорияға ҡараған йәш егеттәр хәрби хеҙмәткә алынмай.
Училищела, колледжда, юғары уҡыу йортонда йәки аспирантурала уҡығандарға, ҡусты-һеңлеләрен ҡараған опекундарға (башҡа ҡараусылар булмағанда), һаулыҡтары буйынса ваҡытлыса сикләүҙәр булған егеттәргә отсрочка бирелә.


Водителдәр өсөн
“ҡыуаныслы” яңылыҡ


Юлда тәртипле йөрөй белмәгән водителдәр өсөн тағы ла “ҡыуаныслы” яңылыҡ бар – ҙур суммала штрафтары булғандарға 1 октябрҙән сит илгә сығыу сикләнә. Йәғни элек 10 мең һумлыҡ штраф менән рөхсәт бирелмәһә, хәҙер иһә был сикте 30 мең һумға тиклем күтәргәндәр.


Ҡайһы бер осраҡта
НДС һалынмай


Сит ил граждандары Рәсәйҙән сығарған әйберҙең хаҡын хәҙер өлөшләтә ҡайтара ала. Октябрҙән илдә tax free системаһы эшләй башланы. Ул әйбер хаҡына өҫтәлгән һалымды (НДС) ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота – 18 процентты. Әммә оператор компанияһы уның эсенән проценттар алып ҡаласаҡ.
Премьер-министр Дмитрий Медведев был хаҡта йәй үк белдерҙе. Ошо системаны ебәреү өсөн 260 миллион һум сарыф ителгән. Әммә был мөмкинлек менән Евразия иҡтисади союзына ингән Ҡаҙағстан, Беларусь, Әрмәнстан һәм Ҡырғыҙстан илдәре граждандары файҙалана алмай.
Һатып алыу шарты менән ҡуртымға йәки лизингка бирелгән мөһим медицина препараттары менән операцияларға хәҙер НДС өҫтәлмәйәсәк. Ауыр сирҙәрҙе дауалау өсөн мөһим технологик медицина аппараты ла ошо иҫәпкә инә. Элек тә мөһим медицина аппараттарын ҡуртымға биргән өсөн НДС һалынмаһа ла, һатып алған саҡта тулы күләмдә түләргә тура килә ине.


Балалар өсөн пенсияға өҫтәмәләр ҡаралған

...Хаҡлы ялға сыҡҡан күп ҡатын-ҡыҙҙар ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өсөн пенсияға өҫтәмәләр түләнеүе тураһында әле булһа белмәй.
Был хоҡуҡ “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закон менән көйләнә. Законға ярашлы, бәлиғ булмаған балалар, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙ кешеләр ҡараған саҡта ла пенсияға өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 631

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 590

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 437

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 614

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 310

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 543