Пензала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Ул округ төбәктәрендә иҡтисадтың үҫешен дәртләндереү, һалым ҡеүәтен арттырыу һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләренә арналды. Кәңәшмәне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе. Унда илдең финанс министры Антон Силуанов, сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Василий Осьмаков, округ төбәктәре башлыҡтары, төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышты асып, Михаил Бабич федераль һәм төбәк кимәлендә бюджеттарҙың тигеҙлеген тәьмин итеү һәм иҡтисади үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса башҡарылған эштең әһәмиәтен билдәләне.
— Федераль ҡануниәттәге айырым үҙгәрештәр йәки федераль кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙар төбәктәрҙә йөкләмәләрҙең етди артыуына килтерә. Был хәлде ҡатмарлаштыра төшә. Шул уҡ ваҡытта бындай ҡарарҙар граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү, тормош сифатын яҡшыртыу өсөн кәрәк. Тимәк, улар финанс ресурстарын туплауҙы, төбәктәр һәм муниципалитеттар бюджетын ентеклерәк баһалауҙы талап итә. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә уҡытыуҙың икенсе сменаһын бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итеү былтыр уҡыу йорттарын төҙөкләндереүгә һәм ҡайтанан йыһазландырыуға округ төбәктәре бюджеты сығымын 2014 — 2015 йылдар менән сағыштырғанда алты тапҡырға тиерлек арттырыуға килтерҙе. Һөҙөмтәлә былтыр округта 13774 урынлыҡ 19 мәктәп файҙаланыуға тапшырылды, — тип хәбәр итте Михаил Бабич. — Быйыл төбәктәргә федераль ҡаҙнанан 13664 урынлыҡ 17 мәктәп төҙөүгә һәм реконструкциялауға алты миллиард һумға яҡын аҡса бүленде.
Уның әйтеүенсә, халыҡтың аҙ тәьмин ителгән һәм социаль яҡтан яҡланмаған категорияһының йәшәү шарттарын яҡшыртыу, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу йәһәтенән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса ултырышта ҡатнашыусылар Рәсәй Хөкүмәтенә, Иҡтисади үҫеш һәм Финанс министрлыҡтарына, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәрендәге башҡарма власть органдарына тәҡдимдәр индерергә ҡарар итте.
Бал байрамы ҡайҙа уҙыр?Истанбулда APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 2021 йылда “Апимондия” конгресын һәм “Апиэкспо” күргәҙмәһен Өфөлә үткәреүгә ғаризаһы менән таныштырҙылар. Сарала Рәсәй милли умартасылар союзы президенты Арнольд Бутов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов ҡатнашты.
— Бал — Башҡортостанды бөтә илгә һәм бөтә донъяға танытҡан бренд, — тине үҙенең сығышында Илшат Тажетдинов. — Республика бал етештереү, ҡорт күстәре һаны, ошо өлкәлә фәнни, белем биреү һәм педагогия эшмәкәрлеге буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Бал һәм умартасылыҡ продукттары нигеҙендә 250-нән ашыу төрҙәге дауалау, косметика сараһы, аҙыҡ-түлек сығарыла. Төбәктә солоҡсолоҡ үҫешкән.
Истанбулда, Рәсәйҙең ғаризаһынан тыш, Сербия, Словения һәм Данияның заявкалары менән таныштырҙылар. 2021 йылғы конгрестың һәм күргәҙмәнең үткәрелеү урыны бөгөн билдәләнә.
Рәсәй күгендә — Мостай Кәрим “Аэрофлот” авиакомпанияһы самолеттарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелде.
Һауа судноһына ошо исемде биреү башланғысын республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәйне. “Аэрофлот” компанияһы идараһы был тәҡдимде хуплап сыҡты.
2019 йылда республикабыҙ үҙенең 100 йыллығын байрам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ йылда Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, яҙыусы, драматург, публицист Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы билдәләнә. Был ваҡиғаға арналған тантаналар бөтә ил буйынса үтәсәк.
Әйткәндәй, “Аэрофлот” самолеттарына шулай уҡ Валерий Чкаловтың, Владимир Высоцкийҙың, Сергей Королевтың, Илья Мечниковтың, Николай Рерихтың, Игорь Курчатовтың исемдәре бирелгән.
Абҙаҡ артта ҡалмаҫБашҡортостан Рәсәйҙә тау саңғыһы һәм ял-һауыҡтырыу йәһәтенән тәүге тиҫтә төбәк исемлегенә инде. Интернет селтәрендә National Geographic Traveler Awards-2017 премияһы өсөн тауыш биреү йомғаҡтарына ҡарағанда, республикабыҙ, атап әйткәндә, Абҙаҡ тау саңғыһы курорты “Рәсәйҙә тау саңғыһы ялы” номинацияһында бишенсе баҫҡысты биләй.
Беренсе урында — Красная поляна, икенселә — Эльбрус, өсөнсөлә — Шерегеш (Кемерово өлкәһе), дүртенселә — Архыз (Ҡарасәй-Черкес).
Төбәк өсөн Интернетта премияның сайтында тауыш бирергә мөмкин. Ярышта Абҙаҡ артта ҡалмаҫ тип өмөтләнәбеҙ. Йәмғеһе 22 номинацияла республикабыҙҙы хупларға була.
Сара 15 октябргә тиклем дауам итә.
Санаңды — йәй...“Башҡортостан” милли паркында ирекмәндәр һайлайҙар. Бында “Санаңды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” акцияһы уҙғарыла. Теләге булған һәр кеше паркты сүп-сарҙан таҙартып, ҡышҡа әҙерләүҙә ҡатнаша ала.
Милли парктың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, утын әҙерләүҙә, йәйге туристик йорттарҙы һүтеүҙә, Нөгөш йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыуҙа, “Таллы” экологик һуҡмағын төҙөкләндереүҙә ирекмәндәрҙең ярҙамы кәрәк. Уларҙы Мәләүез ҡалаһынан Нөгөш ауылына тиклем бушлай килтерәсәктәр, шулай уҡ милли парк биләмәһендәге ҡунаҡханала түләүһеҙ йәшәтәсәктәр. Һауа шарттарына ҡарап, парк хеҙмәткәрҙәре экскурсия ойошторасаҡ.
Акция 16 октябргә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн милли парктың сайтындағы анкетаны тултырыу шарт. Ентеклерәк мәғлүмәтте (34764) 3-97-35 телефоны йәки
[email protected] электрон почтаһы аша алырға мөмкин.
Әле биләмәгә тәүге ярҙамсылар килеп тә етте. Улар экологик һуҡмаҡты таҙартты, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең орлоғон йыйҙы. Шул уҡ ваҡытта парк етәкселеге яңы көстәрҙе көтә.