Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмәғәт үҙәктәре эшләй
Башҡортостанда электрон белем алыуҙың Берҙәм мәғлүмәт үҙәктәре эшләп килә. Уларҙың маҡсаты – электрон мәғлүмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеге сикләнгән граждандарға – пенсионерҙарға, эшһеҙҙәргә, алыҫ райондарҙан килеп белем алған уҡыусыларға һәм башҡаларға ярҙам итеү.

Әлеге көндә был үҙәктәр (edu.bashkortostan.ru/center-for-publik-access-rb/map-of-cod) ВЭГУ академияһы базаһының 22 үҙәгендә һәм “Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана” селтәренең 37 китапханаһында асылған.
Электрон белем алыу порталына дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталының логины һәм пароле ярҙамында керергә мөмкин. Унда Интернет-эшҡыуарлыҡ, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, компьютерҙа эшләргә өйрәткән һәм башҡа курстар ғәмәлгә ашырыла. Уҡыу бушлай. Был Интернет-хеҙмәт менән өйҙә лә, йәмәғәт мәғлүмәт алыу үҙәктәрендә лә файҙаланырға була.

Оҙаҡҡа һуҙырға түгел

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 1 декабрендә ҡабул ителгән “Күсемһеҙ милекте дәүләт кадастр иҫәбенә алыу һәм уға дәүләт теркәүе уҙғарыуҙа дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу” тип аталған саралар планы (юл картаһы) тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, сиктәре асыҡланмаған ер биләмәләренән файҙаланыу тыйыласаҡ.

Был нимәне аңлата һуң? Юл картаһының 2-се бүлегенең 21-се пунктында, әгәр 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем ер майҙанының урынын билдәләү буйынса кадастр эштәре башҡарылмаған икән, был ер менән файҙаланырға ярамай, тиелгән. Милеккә хоҡуҡ таныҡлығы булыуға ҡарамаҫтан, үҙегеҙ файҙаланыуҙан тыш, уны һатырға ла, бүләк итергә лә, алмаштырырға ла мөмкин булмаясаҡ.
2008 йылға тиклем межаланмайынса кадастр теркәүе үткән ер биләмәләре “алдан иҫәпкә алынған” булып һанала. Бындай ер хужаларына йәки файҙаланыусыларға ер майҙаны сиктәрен аныҡлау өсөн кадастр эштәрен башҡартырға кәрәк. Уны кадастр инженерҙары түләүле нигеҙҙә уҙғара. Һөҙөмтәлә межалы план төҙөлә, ул, үҙ сиратында, милеккә хоҡуҡты теркәү органдарына ебәрелә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса “Росреестр” филиалы директоры Рөстәм Ғайсин әйтеүенсә, халыҡтың кадастр хеҙмәтенә күпләп мөрәжәғәт итеүе ошо йыл аҙағына, ер участкалары хужалары менән бер ниндәй ҙә килешеүҙәр төҙөй алмағандарын аңлағас, башланасаҡ. Сиктәре аныҡ билдәләнмәгән ер майҙаны төҙөлөш эштәренә һәм капиталь ҡаралтыларҙы милек итеп рәсмиләштергәндә лә ҡамасаулаясаҡ. Шуға күрә ер участка­ларығыҙҙы оҙаҡҡа һуҙмай межалатып ҡалығыҙ.

Йәш эшҡыуарҙар бәйгеһе

Башҡортостан Республикаһында “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы старт алды.

Уның маҡсаты – Башҡортостанда йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Беҙҙең республикала конкурстың төбәк этабы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан “Һин – эшҡыуар” тип аталған федераль программаға ярашлы уҙғарыла.
Конкурста ҡатнашыу өсөн роспредприниматель.рф сайтында теркәлеп, https://goo.gl/iJfQnF һылтанмаһы буйынса, йәки БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайты – https/mmpsrb.ru – аша Йәштәр сәйәсәте бүлегендә (Молодежная политика/”Молодежное предпринимательство”/ “Федеральная программа “Ты – предприниматель” в Республике Башкортостан”) электрон формала заявка бирергә кәрәк.

Теркәү мотлаҡ

1 июлдән башлап бөтә ойошмалар, ниндәй биләмәлә урынлашыуына ҡарамаҫтан, алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуын ЕГАИС-та – этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукция әйләнеше һәм етештереү күләмен иҫәптә тотоуҙың Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында раҫлатырға бурыслы.

Билдәләнгән иҫәп тәртибен боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 14.19-сы статьяһына ярашлы, вазифалы кешеләргә 10 меңдән 15 мең һумғаса, ойошмаларға 150 меңдән 200 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Турист һуҡмағы

Башҡортостан Республикаһының интерактив турист картаһында барып күреү өсөн ҡыҙыҡлы уникаль мәҙәни һәм тәбиғи объекттар – шифаханалар, ял йорттары, тау саңғыһы базалары, йылға-күлдәр, шишмә-шарлауыҡтар, тауҙар, мәмерйә һәм хозур ҡаялар билдәләнгән.

Шулай уҡ унда республикалағы бөтә тәбиғәт һәйкәлдәренең, федераль һәм төбәк ҡулланылышындағы айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләрҙең сиге күрһәтелгән. Ә һәүәҫкәр балыҡсыларға һәм һунарсыларға балыҡ аулау һәм һунарсылыҡ итеү биләмәләренең сиген белеү файҙалы буласаҡ.
Был турист ресурстары картаһы өҫтөндә эш әле лә дауам итә. Теләгәндәр төрлө ҡыҙыҡлы урындарҙың, маршруттарҙың координаттарын һәм тасуирламаһын, фотоларын e-mail:[email protected] адресына ебәреп ярҙам күрһәтә ала. Барыһы өсөн дә кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булған мәғлүмәттәр картаға индереләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 362

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 050

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 516

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 634

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 989

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 108

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 464

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 317

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 292

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 462

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 183

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 405