Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һөт иле”нә килегеҙ!
“Һөт иле”нә килегеҙ! Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 26 августа Өфөлә “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фестивален үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документ менән сараның ойоштороу комитеты раҫланды, фестивалгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса күрһәтмәләр бирелде. Ойоштороу комитеты рәйесе итеп республика Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Ирек Мөхәмәтдинов тәғә­йенләнде.
“Һөт иле” фестивале Өфөлә 2011 йылдан үткәрелә. Әле ул – Рәсәйҙә һөткә һәм һөт ризыҡтарына арналған иң ҙур байрам. Фестивалдең маҡсаты – һөт һәм һөт ашамлыҡтары ҡул­ланыуҙы арттырыу, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт тормошто пропагандалау. “Һөт иле”н Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.
Л. ДӘҮЛИЕВА.

Тотороҡло үҫешкә
нисек өлгәшергә


Баш ҡалала асылған “Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәм ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫешенә дәүләт ярҙамы“ III Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенә Рәсәйҙең 60-ҡа яҡын төбәгенән 400-ҙән ашыу вәкил йыйылды.

Улар араһында Рәсәй субъекттары ауыл хужалығы комплексы идаралығы органдары етәкселәре, район хакимиәте, ауыл биләмәһе һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы башлыҡтары бар.
Киң күләмле агрофорумдың ойоштороусылары – Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Кисә семинарҙа ҡатнашыусылар “2014-2017 йылдарҙа һәм 2020 йылдарға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” һәм “Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын яҡлау” федераль маҡсатлы программалары сиктәрендә дәүләт ярҙамы алған Илеш һәм Дүртөйлө райондары агросәнәғәт комплексы объекттары эшмәкәрлеге менән танышты, социаль һәм инженер инфраструктураларын ҡараны. Бынан тыш ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү объекттарында ла булды.


Туймазы төҙөкләндерелә

Туймазы ҡалаһында заманса мөхит булдырыуға “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектына ярашлы 44 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Ҡалала загс бинаһы эргәһендә бәләкәй архитектур һындар, ҡоймалар барлыҡҡа киләсәк, сәскә үҫтереләсәк. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында яҡтыртҡыстар, яңы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыу, юлға брусчатка түшәү, йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү, уйын майҙансығын асыу күҙаллана.
“Башҡортостан” ҡунаҡханаһы аръяғында спорт майҙансығы, тротуарҙар яңыртыласаҡ, ижад һарайы эргәһендә автомобиль туҡталҡаһы барлыҡҡа киләсәк. Салауат Юлаев һәм Островский урамдары киҫелешендә ҡала символикаһы һүрәтләнгән стела ҡуйыу, яҡтыртҡыстар селтәрен төҙөкләндереү ҡарала.
Бынан тыш, күп фатирлы йорт эргәһендәге алты ихата яңыртыласаҡ. Әле башҡарыусыларҙы һайлап алыу өсөн конкурс үткәреүгә документтар әҙерләнә.


Тәҡдимдәр кәрәк

Хәйбулла районындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон:
218-11-22.


Тырыш –таш тишер

Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты Рафаил Яхин “Таш юныу эше” йүнәлеше буйынса Worldskills Russia милли йыйылма командаһына инде. Төп составҡа бөтә илдән ни бары 58 кеше һайлап алынды. Улар 14-19 октябрҙә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы – Абу-Дабиҙа үтәсәк WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында оҫталығын күрһәтәсәк.
Ярышта бөтә донъянан 1 200-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша. Улар балта оҫтаһы һәм мобиль робототехниктарҙан алып дизайнерҙарға һәм һауа судноларын хеҙмәтләндереүселәргә тиклем 50-нән ашыу эшсе һөнәре буйынса көс һынашасаҡ.
Әле Рафаил иптәштәре менән бергә ҙур сараға әҙерләнә. Ул Королевта үткән ун көнлөк йыйында булып ҡайтҡан. Әле Анапала чемпионат алдынан бирелгән конкурс заданиеһын үтәй.


С. ҒӘЛИН, Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 151

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 930

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 436

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 285

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 265

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 140

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 369

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 159

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 128