Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың үткән айҙағы пленар ултырышына түбәндәге закон проекттары беренсе уҡыуҙа тикшереү өсөн тапшырылды. Ентеклерәк әҙерләү һәм мөмкин тиклем камилыраҡ итеү өсөн улар артабан икенсе һәм аҙаҡҡы өсөнсө уҡыуҙа ла ҡараласаҡ, шул арауыҡта уларға үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал.
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проектында ҡаралған положениеларға ярашлы, дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаһына дәғүә иткән кеше Интернет селтәрендә һәр кем өсөн асыҡ булған, шулай уҡ үҙен идентификациялау мөмкинлеге биргән мәғлүмәттәрҙе урынлаштырған осраҡта ошо сайттарҙың адрестары хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе эш биреүсенең вәкиленә тапшырырға бурыслы.
“Башҡортостан Республикаһының референдумдар хаҡындағы ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан референдумдар үткәргәндә, күҙәтеүселәрҙе тәғәйенләү ҡағиҙәләре, агитация үткәреү һәм агитация материалдарын файҙаланыу (шул иҫәптән Интернет селтәрендәге баҫмалар аша ла) мәсьәләләре аныҡлана, урындағы референдумда теркәүҙән төшөрөү танытмаларын файҙаланып тауыш биреүҙе үткәреү тәртибе көйләнә, шулай уҡ ялыуҙар һәм ғаризалар биреү һәм уларҙы тикшереү ваҡыты аныҡлана.
“Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан индерелгән положениеларға ярашлы муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләүгә дәғүә иткән граждан, муниципаль хеҙмәткәр Интернет селтәрендә һәр кем өсөн асыҡ булған, шулай уҡ үҙен идентификациялау мөмкинлеге биргән мәғлүмәттәрҙе урынлаштырған осраҡта ошо сайттарҙың адрестары хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе эш биреүсенең вәкиленә (эш биреүсегә) бирергә бурыслы.
“Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт яҡлауы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеге яңы төрҙәр менән тулыландырыла. Эшмәкәрлектең был төрҙәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан дәүләт власы органдары атап үтелгән ойошмаларға дәүләт яҡлауы сараларын күрһәтә ала. Һүҙ ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм пропагандалау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, ғаилә институты статусын күтәреү буйынса эш формаларын үҫтереү тураһында бара.
“Ойошмалар килеменә һалымдың түбәнәйтелгән һалым ставкаһын билдәләү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты инвесторҙар өсөн ойошмалар килеменә һалым буйынса һалым ставкаһын 2017 – 2020 йылдарға 12,5 процентҡа тиклем түбәнәйтеүҙе күҙ уңында тота. Ташламаның максималь күләмен билдәләү республиканың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген үҫтереү маҡсатында Башҡортостанда капитал һалыуҙар формаһында инвестиция эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған инвесторҙарға ойошмалар килеменә һалым буйынса ташламалар күләмен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә.
“2017 йылға һәм 2018, 2019 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү кәрәклегенә түбәндәге факторҙар сәбәпсе булды:
=үткән йылдарҙағы маҡсатлы тәғәйенләнеше булған субсидияларҙың, субвенцияларҙың һәм башҡа бюджет-ара трансферттарҙың ҡалдыҡтарын кире ҡайтарыуҙың сағылдырылыуы;
=2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата кире ҡайтарылмай торған ҡалған аҡсаларҙы файҙаланыуҙың закондар йәһәтенән билдәләнеүе;
= территория-ара иҫәпләшеүҙәр өлөшөндә башҡа төрлө бюджет-ара трансферттарҙың килеүенең аныҡланыуы.
Шулай итеп, 2017 йылға Фонд бюджеты килемдәре 67 684,9 мең һумға арттырылды һәм 40 717144,8 мең һум тәшкил итәсәк. Сығымдар 40 801 111,3 мең һум тәшкил итәсәк. Дефицит күләме – 83 966,5 мең һум суммала. 2017 йылда Фонд бюджеты дефицитын ҡаплау сығанағы булып йыл башына ҡарата ҡалған аҡса һанала.
“Башҡортостан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектының маҡсаты – дәүләт милкен хосусилаштырыуҙы мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеүҙе камиллаштырыу һәм хосусилаштырылған дәүләт милкен һатыуҙы Башҡортостан исеменән ойоштороуҙы һәм һатыусы функцияһын тормошҡа ашырған ойошмаларҙы аҡсалата бүләкләү тәртибен асыҡлау.
“Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарын ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу тураһында”ғы закон проекты һунарсылыҡ хужалығы өлкәһендәге эшмәкәрлек төрҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн урманды файҙаланыуҙы регламентлауға берҙәм ҡараш тәьмин итеүгә йүнәлтелде, һунарсылыҡ хужалығы өлкәһендәге эшмәкәрлек төрҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн урмандарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен билдәләү Рәсәй Федерацияһы субъекттары компетенцияһынан алып ташланыуға бәйле проект тарафынан “Башҡортостан Республикаһы территорияһында һунарсылыҡ хужалығын алып барыу өсөн урмандарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу күҙҙә тотола.
“Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөү эшмәкәрлеген көйләү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты тарафынан ҡала төҙөү эшмәкәрлеге өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары вәкәләттәренең исемлеге тулыландырыла, шулай ук территорияны планлаштырыу буйынса документтарҙы әҙерләү механизмы камиллаштырыла.