Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Уйландырҙы, рухландырҙы “Ашҡаҙар”
Сәхнәлә яңынан ҡуйылған спектаклде ҡарағас тыуған фекерҙәр.

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе, республиканың 100 йыллығы һәм башҡорт милли театрының бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған мәшһүр шәхес Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” драмаһын сәхнәләштерҙе. 

Театрыбыҙ – ҡалабыҙҙың йәме, ул йәшәгән еребеҙҙә ижади мөхит булдыра, мәҙәниәт хаҡына бик матур эштәр башҡара. Стәрлетамаҡ тамашасыһын да битараф тип әйтеп булмай, ләкин үҙ һүҙебеҙҙе, рәхмәт хистәребеҙҙе ваҡытында әйтеү йәһәтенән һараныраҡбыҙ, буғай. Шуға күрә һеҙ уҡыясаҡ юлдарҙы театр коллективын, Стәрлетамаҡ артистарын тәрән хөрмәт иткән тамашасыларҙың береһенең фекере тип ҡабул итегеҙ. Шул да мәғлүм булһын: театр ҡуйған спектаклдәрҙе ҡалдырмай ҡарап барыуға, артистарыбыҙ ижадын ярайһы күҙ алдына килтереүгә ҡарамаҫтан, шәхсән бер артисты ла яҡындан белмәйем. Мин – ябай тамашасы.

М. Буранғоловтың “Ашҡаҙар” пьесаһы башҡорт театры формалашҡан осорҙа уның репертуарында булып, Стәрлетамаҡ тамашасылары уны 1919 йылда тәүге тапҡыр ҡарай, яратып ҡабул итә. Һәм бына теүәл бер быуаттан ул ҡабаттан стәрлеләргә әйләнеп ҡайтты, шуға күрә уны ябай тамаша тип кенә әйтеү аҙ, был – ҡаланың да, республика театр сәнғәтенең дә тормошонда ҙур мәғәнәгә эйә ваҡиға. Ысынбарлыҡта тамашасы алдына Стәрлетамаҡ тарихының данлы-шанлы биттәре баҫты. Тыуған ҡалабыҙҙа халыҡ яҙмышына йоғонто яһарҙай ҙур ҡарарҙар ҡабул ителгән, автономия яулау тарихында мөһим роль уйнаған, исеме һәр кемгә таныш шәхестәр йәшәгән һәм эшләгән. Стәрлетамаҡ – милли нәшриәт, матбуғат, мәғариф һәм беренсе башҡорт театры бишеге. Тәүге милли драма, милли драматург, режиссер, артистар…

Спектаклдә тарих биттәре Мөхәмәтша Буранғолов образы аша асыла. Ул – ҡатмарлы яҙмышҡа дусар шәхес. Төп ролде башҡарған Рафиҡ Хәсәнов тамашасының йөрәгенә ятырлыҡ яғымлы һәм күп яҡлы образ тыуҙырҙы. Мөхәмәтша Буранғолов сәхнәлә олпат та, уйсан да, аҡыл эйәһе лә булып һынлана, шул уҡ ваҡытта ул – эсендә мең төрлө ут янған драматик фигура ла. Актерҙың уңышы ошо ҡаршылыҡлы уйҙар солғанышын, геройҙың әрнеүҙәрен бирә алыуҙа. Тәфтишсе менән, көрәштәштәре менән диалогтарҙа уның эске тетрәнеүҙәре тауыш интонациялары, мимика, күҙ, ҡараш аша бирелде. Әҫәрҙең был сюжет ебе психологик драма элементтарына бигерәк тә бай, был нескәлектәр сәхнәлә тулыһынса асыла алды. 
Сюжет ептәре йәнәшә бара: Мөхәмәтша Буранғолов яҙмышы һәм уның ҡулы менән ижад ителгән “Ашҡаҙар” драмаһынан күренештәр. Әҫәрен яҙғанда, билдәле булыуынса, М. Буранғолов шул исемдәге мәшһүр башҡорт йырының килеп сығыу тарихына, легендаға таяна. Тәүге милли драма өлгөләренең береһе булған был әҫәрендә автор йола күренештәрен, көнкүреш ваҡиғаларын фольклорсы ҡәләме менән теҙеп-теҙеп тасуирлаған. З. Сөләймәновтың (режиссер), Г. Саламатованың (сценарий авторы) ваҡиғалар логикаһын ҡорған саҡта легенда тексына тартылыуы һиҙелә, бигерәк тә аҙаҡҡы сәхнә күренештәрендә. Дөрөҫөрәге, М. Буранғолов тексы тамамланған ерҙә пьеса артабан легендаға ярашлы дауам ителә. Акцент Таңһылыуҙың мөхәббәте өсөн көрәшенә, уның характерына төшә. Йән тетрәткес “Ашҡаҙар” йыры сәхнәлә Таңһылыу образын кәүҙәләндергән Резеда Әмәкәсова башҡарыуында ғәйәт аһәңле яңғыраны.

М. Зөбәйеровтың үҙен сәхнәлә тотошо, телмәре бик тәбиғи килеп сыға. Ул был юлы тәфтишсе ролен башҡарҙы. Унда Сталиндың да, Гитлерҙың да һыҙаттары күренеп ҡалғандай булды. Актер тоталитар режимдың шәхескә ҡарата ҡот осҡос йоғонтоһон ошо режимды тотоп торған, емергән машинаға әйләнгән әҙәмдә күрһәтеп, тамашасыны тетрәндерҙе. 

Тәфтишсе образын төрлө яҡлы, бер үк ваҡытта ябай кеше булараҡ та күрһәтергә ынтылыш яһалған. Ҡанһыҙ эштәрҙе кеше ҡулдары башҡара, ҡот осҡос вәхши фекерҙәр әҙәм башында ярала. Бына власть вәкиле М. Буранғоловтан һорау алғанда портфелдән ҡағыҙҙарын сығара башлай, документтарға эйәреп балалар ботинкаһы килеп сыға, ул өҫтәлгә барыһының күҙ алдына ҡуйыла ла шунда байтаҡҡа ҡалдырыла. Шунда ғына аңлашыла был “тимер кеше”нең кемдеңдер атаһы, кемдеңдер улы булыуы. Замана ташҡыны залимдарҙың кешелек сифаттарын да йотҡан түгелме? Ул да “китеп ҡайта алмаған” быуынға ҡарай, ләкин был инде бөтөнләй икенсе тарих. 

Пьесалағы Вәлиәхмәт характерын типик тип әйтергә ярай: бай малайы, яуыз, хәйләкәр, текә, әҙәм башынан йөрөй торған бер бәндә Таңһылыуҙы үҙенеке итергә теләй. Үҙ һүҙен һүҙ итер өсөн Йомағолдо харап итә. Р. Сынбулатов башҡарыуында был образ хәтерҙә ҡалырлыҡ булып һынлана, артистың ижади энергияһы йыш осрай торған типик характерҙы үҙенсәлекле һыҙаттарға байытҡан. Ғөмүмән, бөтә артистарҙың да үҙ ролдәрен айырым дәрт-илһам менән, яратып башҡарыуына шаһит булдыҡ.

Авторҙар коллективының фекерле, эҙләнеүсән икәнлеген күрһәтте был спектакль. Улар ике заманды, бер-береһенә бәйләнмәгән ике сюжет һыҙығын, бер нисә ҙур теманы бер әҫәр туҡымаһына һыйҙырған. Спектакль әҙерлекле тамашасыға тәғәйенләнгән. “Әҫәр эсендә әҫәр” структураһында бер нисә текст ҡатламы бар­лыҡҡа килә: “Урал батыр” ҡобайыры, башҡорт халыҡ легендаһы, “Ашҡаҙар” йыры, М. Буран­ғоловтың “Ашҡаҙар” пьесаһы, Ш. Бабич шиғыр­ҙары. Төп идея-темалар араһынан, әлбиттә, иң элек изгелек – яуызлыҡ көрәшенең, Урал – Шүлгән ҡаршылығының мәңге дауам ителеүен күрһәтергә кәрәк. ХХ быуатта барған ваҡиғалар, шәхес – репрессияланған милли интеллигенция – ил, халыҡ яҙмышы яҫылығында ятҡан сәйәси, фәлсәфәүи мәсьәләләр, рух азатлығы идеялары “Урал батыр”ҙан өҙөктәр аша быуаттарға барып тоташа.

Мөхәмәтша Буранғолов сәхнәлә ҡобайыр юлдарын мәңгелектең үҙенән, халыҡ йөрәгенән урғылғанын тыңлап тора кеүек. Шул һыҙыҡҡа үҙ бәхетен, үҙ яҙмышын үҙҙәре төҙөргә ынтылған ябай кешеләр – Йомағол, Таңһылыу яҙмыштары барып ялғана. Ашҡаҙарҙың һалҡын тулҡындары Йомағолдо йотһа, замандың ташҡыны Харис Йомағолов, Мөхәмәтша Буранғоловтарҙы аяп тормай. Ҡараңғы сәхнәгә йылан тунын хәтерләткән ҡара ялтыр күн тужуркаһында килеп сыҡҡан большевик Карл Муценек образында ярым кеше, ярым йылан Зәрҡумды, хыянатсыл Шүлгәнде, Ҡатил батшаны күреп ҡалабыҙ кеүек. Йөкмәткене тәрәнәйткән бына ошондай ассоциациялар тыуһын өсөн, әлбиттә, әҫәрҙе сәхнәгә сығарыусылар төрлө ижади алымдар эҙләгән һәм ҙур уңыш яулаған.

Башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар” һөйгәне Йомағолдо көтөп ала алмаған ҡатындың һөйөү, тоғролоҡ хистәре һәм һағышы менән һуғарылған. Драма контексында йыр яңы йөкмәтке ала: халыҡ үҙенең “шәшкеләргә китеп ҡайта алмаған” меңдәрсә Харис Йомағоловтарын, Мөхәмәтша Буранғоловтарын һағынып әсе йәшкә мансыла. Азатлыҡ өсөн көрәшселәр йылан тиреле Муценектар тарафынан тағы яҙмыш даръяһына ташланған. “Ашҡаҙар” йыры һөйөүҙең мәңгелеге, бер үк ваҡытта атаһы һунарға киткәндә бишектә ҡалған балаға ата-әсә һөйөүе хаҡында ла… Сәхнәлә бишек эленеп тороуының мәғәнәһе ошоға ла ҡайтып ҡалалыр – тормош дауам итә. 

Ҡобайырҙы иҫкә төшөрәйек: Урал батыр кешелеккә йәшәү бүләк итә, тауға әйләнеп, мәңгелеккә халҡы менән ҡала. Халыҡ эпосында тормоштоң мәңгелек әйләнешен, быуындар бәйләнешен раҫлау идеяһы пьесала тарихи ерлеккә ултыртыла һәм яңыса яңғыраш ала. Йәшерене юҡ, спектакль башында “Урал батыр”­ҙан өҙөк яңғырағас, шикләнеберәк ҡалынғайны.

Ҡобайырҙың һәлмәк йөкмәткеһен күтәрә алырмы пьеса? Әммә “Урал батыр”ҙа яңғыраған идеяларҙы М. Буранғоловтар быуыны менән бәйләү оҫта һәм көтөлмәгәнсә булды. Етди һәм яуаплы был темаға тотоноп, театрҙың ижади төркөмө ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтте. Спектакль бөтәбеҙгә лә тормош, заман хаҡында фекер йөрөтөүебеҙ, үҙ-үҙебеҙҙе, тарихыбыҙҙы аңлау кимәле ниндәй юғарылыҡта булырға тейешлеген асып һалды. Был театр коллективының сәнғәт телендә үҙ халҡына ярһып өндәшеүе, йөрәк ярып сыҡҡан һүҙе булды. 

М. Буранғоловтың “Ашҡаҙар” драмаһының ҡуйылыуын арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә ҡалабыҙҙың ижади интел­лигенцияһы индергән ҙур өлөш тип баһалау дөрөҫ булыр.


Автор: Рәйсә ИЛЕШЕВА БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты филология фәндәре кандидаты


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне

Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне 15.09.2026 // Мәҙәниәт

Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә «Берҙәмлек бейеүе» флешмобы үтте...

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты 11.09.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмөнөң «Amanat» тигән яңы йыры сыҡты...

Тотош уҡырға 0

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр 11.09.2026 // Мәҙәниәт

Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм ......

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне

Өфөлә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләне 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды 10.09.2026 // Мәҙәниәт

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат 08.09.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда халыҡ театры етәксеһе Нәғим Аллаяров вафат...

Тотош уҡырға 0

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы 27.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфө ансамбле Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яуланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды 24.07.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты буйынса икенсе конкурс иғлан ителде 23.07.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткәреү осоро – 2026 йылдың 27 июленән 7 авгусына тиклем....

Тотош уҡырға 0

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты 20.07.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө Малахов телешоуында ғаилә серен асты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды 20.07.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле буйынса дәүләт экспертизаһы акты фекер алышыуға сығарылды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә