Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?
Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?Был мәсьәләгә лә ата-бабабыҙ яуаплы ҡараған, киләсәктә була торған хәлде телдә бирер юлдарҙы күрһәткән, шул уҡ ваҡытта уйлап эш итер ерен дә ҡалдырған. Артабан берәмтекләп ҡарайыҡ, сөнки яҙғанда ла, һөйләгәндә лә иң күп хата киләсәк заман төшөнсәһен биргәндә яһала.
Билдәле булыуынса, киләсәк заман һөйләү мәленән һуң булған эште, ваҡиғаны, хәл-торошто белдерә. Башҡорт теленең үҙенсәлеген күрһәткән ғәжәп бер форма бар, ул — хәҙерге заман күрһәткесе һаналған -а/-ә, -й ялғауы. Был ялғау хәҙерге, киләсәк, хатта үткән заманды ла белдерә ала, сөнки беҙ һөйләгәндә, яҙғанда ҡайһылыр бер ваҡытты күҙ уңында тотабыҙ. Мәҫәлән, Әлиә сәхнәлә йырлай // (йырлап тора) (хәҙерге заман), Әлиә иртәгә концертта йырлай (киләсәк заман), Рәшит Назаров 1944 йылда Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй (үткән заман). Башҡорт әҙәби телендә һәм барлыҡ һөйләштә киләсәкте белдереү өсөн киң ҡулланылған -а/-ә, -й ялғауы ни ғиллә менәндер мәктәп программаһына инмәгән. Унда, киләсәк замандың билдәле формаһы — -саҡ/-сәк, -асаҡ/-әсәк, -ясаҡ/-йәсәк, ә билдәһеҙе -р, -ыр/-ер, -ор/-өр ялғауҙары менән бирелә тигән ҡағиҙә бар. Ошо ҡағиҙәгә таянып, уҡытыусылар: “Был һорауға кем яуап бирәсәк? Айнур яуап бирәсәк. Мин хәҙер һеҙгә өйгә эш бирәсәкмен, ә һеҙ уны эшләп килергә тейеш буласаҡһығыҙ”, — тип өйрәтергә, үҙе лә шулай һөйләргә тейеш була.
Юғары уҡыу йортоноң белемде артабан камиллаштырыу, тәрәнәйтеү бурысы башҡорт телендәге заман формаларына ла ҡағыла. Мәҫәлән, лекцияларҙа киләсәк заман төшөнсәһе, -саҡ/-сәк, -асаҡ/-әсәк, -ясаҡ/-йәсәк һәм -р, -ыр/-ер, -ор/-өрҙән тыш, -а/-ә, -й ялғауҙары менән дә бирелә, тип әйтелә. Ысынлап та беҙ: “Мин дәрескә барам. Атайым эштән кискә ҡайта. Сәй эсәһеңме? Эйе, эсәм”, — тип хәҙерге заманды белдергән -а/-ә, -й ялғауҙарын ҡулланып, киләсәктә була торған эш-хәл тураһында әйтәбеҙ. Үҙен башҡортмон тип һанаған берәү ҙә: “Мин дәрескә барасаҡмын. Атайым эштән кискә ҡайтасаҡ. Сәй эсәсәкһеңме? Эйе, эсәсәкмен”, — тип әйтмәй.
Шуныһы ла мәғлүм: -а/-ә, -й ялғауҙарының киләсәк заман төшөнсәһен биреүе тураһында башҡорт филологияһы факультеты студенты мотлаҡ белергә тейешле фәнни хеҙмәттәрҙә, дәреслектәрҙә яҙылған (авторҙары — Ж.Ғ. Кейекбаев, М.В. Зәйнуллин, Н.К. Дмитриев һәм башҡалар). Әйткәндәй, Н.К. Дмитриев “Грамматика башкирского языка” исемле китабында хәҙерге заман күрһәткесе булған -а/-ә, -й ялғауҙарының киләсәктә мотлаҡ була, эшләнә торған эш-хәлде белдереүе, был ҡағиҙәнең айырыуса башҡорт теленә хас булыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Уның һүҙҙәрен килтерәйек: “Что касается основного содержания формы настоящего времени изъявительного наклонения, то она означает и действие данного момента, совпадающее с моментом речи (яҙам — я пишу (сейчас, когда говорю), англ. (am writing), и действие, не совпадающее с моментом речи. ... она же указывает (и это особенно часто в башкирском языке) на такое будущее, осуществление которого говорящий считает несомненным: Мин Өфөгә барам (Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. — М.: Наука, 2007, 124-се бит).
Билдәле булыуынса, мәктәп, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары, юғары уҡыу йорто үҙҙәре өсөн төҙөлгән айырым программа буйынса уҡыта. Яҙмышын тел, әҙәбиәт, журналистика менән бәйләгән кеше, әлеге ваҡытта ҡайҙа ғына эшләмәһен, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыған, алған белемен педагогия колледжында йә иһә юғары уҡыу йортоноң филология факультетында камиллаштырып, юғары белемле белгес тигән диплом алған. Әммә уларҙың эшенә ҡарап: “Төп белемде мәктәп бирә икән”, — тигән һығымтаға киләһең. Унда башҡорт әҙәби телендә, шулай уҡ барлыҡ һөйләштә киң таралған -а/-ә, -й формаһы өйрәтелмәй, шуға ла буласаҡ белгестәр киләсәктәге хәл-ваҡиға тураһында дөрөҫ һөйләй ҙә, яҙа ла белмәй. Шулай булмаһа, түбәндәге һөйләмдәр төҙөлөр инеме: Иртәнге сәғәт 9-ҙан 14 сәғәткәсә... теләгәндәргә ...консультация биреләсәк. ... февраль уртаһында улар һынау үтәсәк. Газға тариф 1 июлдән... күтәреләсәк. ... айлыҡ түләү 1 ғинуарҙан билдәләнәсәк. 30 мартта “Урал ауазы” тигән конкурс-фестивале үткәреләсәк. Бында киләсәк заманды белдергән ҡылымдарҙың -саҡ ялғауын алып ташлап, бирелә, үтә, күтәрелә, билдәләнә, үткәрелә тип яҙһаҡ, дөрөҫ булыр ине.
Алда була торған хәл-ваҡиғаның ваҡытын күрһәткән дата (23 апрелдә, 1 Майҙа), һүҙҙәр (төштән һуң, кискеһен, иртәгә, ун минуттан, бер сәғәттән, ике айҙан һәм башҡалар) бар йәки уларҙың ҡасан булыры текст буйынса билдәле йәки һиҙемләнә икән, хәбәргә бер ваҡытта ла -саҡ/-сәк ялғауы (шулай уҡ уның варианттары) ҡушылмай. Башҡорт бер ваҡытта ла: “Әсәйемдең тыуған көнө 23 апрелдә буласаҡ. Мин иртәгә ҡунаҡҡа барасаҡмын. Улым ярышта ҡатнашасаҡ. Улыма бүләк аласаҡмын. Мин концертта йырлаясаҡмын”, — тип һөйләмәй. Был ант биреүгә тарта. Ата-бабаларыбыҙ бындай формала һөйләүҙе килештермәгән, хуп күрмәгән, уны аша һөйләү тип атаған һәм былай ярамағанды белгән. Киләсәктә ниҙер эшләргә уйлауың тураһында “шулайтасаҡмын” да “былайтасаҡмын” тип әйттеңме, эшеңдең уңыры икеле. “Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта”, — тиҙәр бит әле, алдан яр һалып, һүҙеңде үтәй алмай, көлкөгә ҡалыуың бар. “Менереңдән алда — төшөрөңдө, инереңдән алда сығырыңды уйла”, “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” һәм башҡа, йәғни һүҙ бирерҙән алда уйлау, мөмкинлегеңдән сығып эш итеү кәрәклеген аңғартҡан мәҡәлдәрҙең булыуы юҡҡа түгелдер. Уларға һалынған мәғәнә, беҙҙеңсә, заман формаһына ла хас.
Һауа температураһы республикала төндә 12 – 17 (төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 23 градусҡаса һалҡынайтасаҡ), көндөҙ 6 – 11, Өфөлә төндә 14 – 16, көндөҙ 8 – 10 градус һалҡын буласаҡ. Алдағы ике көндә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Был һөйләмдәрҙе түбәндәгесә яҙыу дөрөҫ булыр ине: Республикала һауа төндә 12 – 17 (төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 23 градусҡа тиклем һыуыныуы бар), көндөҙ 6 – 11, Өфөлә төндә 14 – 16, көндөҙ 8 – 10 градус һалҡын була. Алдағы ике көндә һауа әллә ни үҙгәрмәй. Бында беҙ һауа һүҙен ҡалдырып, температураһы тигәнен алып ташланыҡ, сөнки башҡорт телендә һауа үҙе үк билдәле бер ваҡыттағы көн торошон да белдерә: һауа боҙолоп китте (БТҺ., т.1, 579-сы бит).
Тағы ла миҫалдар бирәйек: Ҡул көсө менән генә уларға ҡаршы тора алмаясағымды шунда уҡ аңлайым. Быйыл уның ситтән тороп ҡатнашыу туры 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Ярыштарҙа ...12–15 йәшлек спорт һөйөүсе балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашасаҡ. Башҡортмон тигән кеше был һөйләмдәрҙә алмаҫымды, дауам итә, ҡатнаша тигән ҡылым формаларын ҡулланыр ине. Ә киләһе һөйләмде журналист әҙәплерәк, вәғәҙә бирмәй генә яҙһа ла булыр ине: Унда яңы кешеләр менән танышасаҡһығыҙ, яңы тәьҫораттар һәм энергия аласаҡһығыҙ.
*Миҫал итеп бирелгән һөйләмдәрҙең ҡайҙан алынғанын белергә теләһәгеҙ, авторға мөрәжәғәт итегеҙ.
Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы,
БДПУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 27.04.2012, 03:15
    Ин сей ергэ тейгэн нэмэ- журналистарзын куплек ялгауын дорэс куймауы . Шул турала язып йэтеш иттегез эле.Мэсэлэн,"республикала санитар булектэр юктар","куп сэбэптэре бар","куплек, берлек ялгаузарында хаталар китэлэр" тип укыганда яман йэн койэ.hезгэ рэхмэт инде.

  2. Иншар
    Иншар от 27.04.2012, 15:30
    Исэплэп караным : бер гэзиттен ( ниндэй гэзит икэнен язмайым ) бер hанында гына куплек ялгауы 73 урында артык язылган ! Урысса фекерлэп язганга шулайзыр ул. "Башкортостан" телгэ игтибар бирэ башланы,шуга шатланып ботэ алмайым. Тик бер ук заголовок (эх,урысса булды инде) йыш кабатлана.Упкэлэмэгез инде,якшы булhын тигэндэн генэ эйтэм быларзы.

  3. Гүзәл Ситдиҡова
    Гүзәл Ситдиҡова от 28.04.2012, 00:20
    Күплек ялғауын рәхәтләнеп һандар күрһәтелгәндә лә яҙып ҡуялар. Мәҫәлән, 5 ҡарғалар осоп бара. Миллион кешеләр килгәндәр. Ике йөҙ һыйырҙар.
    Телебеҙҙә исем һандан алда килгәндә генә күплектә ҡулланылғылай. Мәҫәлән, ҡарғалар 5-әү ине.Кешеләр миллион ине.
    Һыйыры 200 йәки миллион тип һөйләйбеҙ ғәҙәттә

  4. ИЛДАН
    ИЛДАН от 28.04.2012, 02:15
    ГЭЗИТ-ЖУРНАЛ КУПЛЕК ЯЛГАУЫ МЕНЭН ШЫПЫЛДАП ТУЛГАН.БАШКОРТ ТЕЛЕ ДЭРЕСЛЕГЕНДЭ ЛЭ ХАТА КУП.Э ТЕЛЕВИДЕНИЕ,РАДИО ТЕЛЕ ХАКЫНДА КУП ЭЙТЕЛДЕ,УЛАР БЫНЫ КОЛАККА ЭЛМЭЙ. ШУЛАЙ ЗА БЫЛ ОЛКЭЛЭ АЛГА КИТЕШ БАР.БАШКОРТСА ТАПШЫРЫУЗАР КУБЭЙЗЕ,ТЕЛ ТУРАhЫНДА МЭКЭЛЭ ЯЗЫУСЫ АРТТЫ.hОЗЭМТЭ БУЛЫР,ТИП ЫШАНАЙЫК.






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 3 038

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 933

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 426

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 586

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 381

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 697

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 430

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 484

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 293

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 387

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 287

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 520