Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дүртөйлө районы әҙиптәре
Дүртөйлө районы әҙиптәре Горизонталь буйынса: 4. Һырты ҡара көрән, ҡорһағы аҡ, түше буй-буй һыҙатлы бик ҙур йыртҡыс ҡош. 9. Илеш районын­да тыуһа ла, Дүртөйлөлә ижад итә, райондың “Тулҡын” әҙәби ойошмаһын етәкләгән нефтсе-шағир, “Тиҫбеләй аҡ таштарым” китабының авторы. 10. Эре-торо, ҡаты сүл үләне. 11. Ҡайыш ауылынан сыҡҡан фронтовик шағир, түбәндәге юлдарҙың авторы:
Килер бер көн:
Яуыз дошмандарҙы
Тар-мар итеп ерҙән һөрөрбөҙ.
Еңеү даны менән ҙур урамда
Оло байрам яһап йөрөрбөҙ.
13. Эш өсөн кәрәк булған төрлө кәрәк-яраҡ. 15. Драматург, прозаик, әкиәтсе, сценарист ҡына түгел, баянда оҫта уйнаған композитор ҙа, “Яҙыусы” драма-уй­ла­ныуының авторы. 19. Су­ҡы­шын­да перфоратор булған тәүбәле ҡош. 23. Ожмах менән тамуҡ ара­һын­дағы күпер. 24. Ҡитғалар араһын­дағы “тымыҡ” һыу. 25. Неп­тундың иң ҙур юлдашы. 27. Нәҫел-ырыу­ҙың төп тамыры, заты. 28. Ғәс­кә­ре менән хан торған урын. 29. Өҫ­тәмә үҫеш. 30. Та­лаш, ғауға, ыҙғыш. 32. Кемгәлер тағылған ялған ғәйеп. 36. Со­лоҡтан бал алғанда баҫып тора торған арҡыры ағас. 37. Аме­рика айыуы. 38. Күлдең ҡыш көнө лә туңмай ятҡан урыны. 40. Яҙыу­сы тыуҙырған тип. 41. Кем роялдә уйнай? 44. “Мәҙәни” вакханалия. 45. Боҙҙа уйылған ти­шек. 46. “Һуҡыр Фәррәх“ тигән сәсән. 48. Ҡәләм менән һүрәт төшөрөү өсөн бирелгән видео­дәрес. 50. Спорт ярышында еңеүсе команда. 51. Көньяҡ Америка сүллеге. 53. Өҫтәл уйыны. 54. Яртылаш һынған урын. 55. Ар­тистың икенсе уйнаған кешегә яуап итеп әйткән һүҙе. 57. Урын­ба­ҫар иҫкесә. 58. Йәнле итеп баш­ҡарыла торған, ҡыҙыу темп­тағы бәләкәй музыкаль әҫәр. 59. АҠШ-ты бөтә донъя алдында “хур итергә тип тотолған” дипломат-комментатор.
Вертикаль буйынса: 1. Мәҙ­рә­сә тотоп, дәрес биреүсе мулла. 2. Көньяҡта үҫкән ылыҫлы ағас. 3. Бер ағасҡа ике япраҡ. 5. Ил ағаһы. 6. Канадалағы ҙур күл. 7. Дин әһеле. 8. Ҡар (…)ҡа йәбешеп торһа, көн епшетер. 12. “Ил (…) һына хан да буйһона”. 14. “Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ (…) булмаҫ”. 15. Һы­лашып торған еүеш балсыҡ. 16. Художестволы әҫәр теленең үҙенсәлеге һәм һү­рәтләү саралары. 17. Уға ал­маш­ҡа капиталист (буржуй) килде. 18. Егет менән ҡыҙҙың үҙ-ара вәғәҙә билдәһе итеп бирешкән бүләк­тәре. 19. Нәҫел-ырыу тарихы. 20. Ни­ҙеңдер арбағыс сихри көсөнә ышанып, ауырыуҙан йәки берәй төрлө яман нәмәнән ҡотолоу өсөн эшләнгән халыҡ сараһы. 21. Самолет баҫҡысы. 22. “Яңғыҙ ба­ла (…)ға баш”. 26. Геомет­рияның синуслы өлөшө. 27. Өй эсендәге бөтә булған кәрәк-яраҡ нәмә. 29. Сүп үләне. 31. Әсән ауы­лынан сыҡҡан шағирә, публицист, уҡыусы сағында еңел атлетика буйынса район чемпионы булған, ул бәйләгән, сиккән әй­берҙәр күргәҙмәләрҙә ҡатнашып тора.33. Мәсеттә мулла намаҙ уҡый торған махсус урын. 34. Ру­летканың “эш урыны”. 35. Ҡуша­маты “Шаҙра пәрей” булған был халыҡ шағирының Миңеште ауылында йорт-музейы бар.
37. Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн, –
тигән бөйөк шағир. 39. Япония­лағы мегаполис. 42. Клумба тү­тәл булараҡ. 43. Ҡатын-ҡыҙҙың ғү­ме­рендәге һынау осоро. 47. Эле­ментар өлөшсә. 49. Нервы системаһы өсөн ҙур һынау. 52. Ике һылыу һыуға бара. 56. Юридик документ.



Яуаптар
Горизонталь буйынса: 4. Һунағара. 9. Хафизов. 10. Ҡарағура. 11. Моҡамай. 13. Ҡорамал. 15. Мөсифуллин. 19. Тумыртҡа. 23. Сират. 24. Океан. 25. Тритон. 27. Йыуата. 28. Урҙа. 29. Артым. 30. Низағ. 32. Яла. 36. Ләңге. 37. Барибал. 38. Әлтә. 40. Образ. 41. Пианист. 44. Оргия. 45. Мәке. 46. Дәүләтшин. 48. Пурмикс. 50. Чемпион. 51. Атакама. 53. Лото. 54. Бирт. 55. Реплика. 57. Наиб. 58. Скерцо. 59. Псаки.
Вертикаль буйынса: 1. Дамолла. 2. Кипарис. 3. Ҡолаҡ. 5. Уҙаман. 6. Атабаска. 7. Ахун. 8. Ағас. 12. Йола. 14. Тун. 15. Мәте. 16. Стилистика. 17. Феодал. 18. Нишан. 19. Тайра. 20. Ырым. 21. Трап. 22. Атай. 26. Тригонометрия. 27. Йыһаз. 29. Алабута. 31. Ғәбиҙуллина. 33. Михрап. 34. Казино. 35. Нәжми. 37. Бабич. 39. Осака. 42. Сәскәлек. 43. Климакс. 47. Нейтрон. 49. Стресс. 52. Биҙрә. 56. Акт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 3 535

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 3 547

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 4 657

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым