Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡоролтай тауышынан
“VII “Сатыр тауҙа йыйын” төрки халыҡтары ижады фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм байрам ҡунаҡтарын башҡорт мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныштырҙыҡ, тау итәгендә тирмә ҡорҙоҡ. Сара Татарстандың Аҙнаҡай райо­нында үтте.
Беҙҙең делегация составында Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Түбәнге Кама, Туҡай райондары башҡорттары ҡатнашты. Түбәнге Каманың “Сал Урал” һәм Яр Саллының “Гөлнәзирә” фольклор ансамблдәре лайыҡлы сығыш яһаны”, — тип хәбәр итә Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов.

Фестивалдең маҡсаты – төрки халыҡтарын берләштереү, мәҙәни йолаларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү. Сараға йыл һайын өс меңләп халыҡ йыйыла, Рәсәй төбәктәренән килгән фольклор коллективтары сығыш яһай.
***
Быйыл Эстония халҡының йәнә башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. 23 – 25 сентябрҙә Таллиннда урындағы милләттәр көнө үтә.

Фестивалгә “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте саҡырыуы буйынса Башҡортостандан делегация барырға әҙерләнә. Ойошма рәйесе Флүзә Хәйруллина әйтеүенсә, эстондар 25 йыл ғүмерен Рогервик ҡәлғәһендә һөргөндә үткәргән милли геройыбыҙ Салауат Юлаевты яҡшы белә, башҡорт халҡын хөрмәтләп телгә ала. “Ҡала үҙәгендә ҡурай моңон яңғыратып, матур итеп сығыш яһарға йыйынабыҙ. Башҡортостандан күберәк килһәләр, күңелле булыр ине”, – ти Эстонияла башҡорт рухын һаҡлаған Флүзә Хәйруллина.
Фестиваль программаһында күргәҙмә-йәрмин­кәләр, концерттар, лекциялар ҡаралған. Байрам айырыуса балаларға ҡыҙыҡлы буласаҡ. Улар өсөн төрлө халыҡтарҙың әкиәттәре сәхнәләштереләсәк, халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Уйынсыҡ һәм сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә – фестивалдең айырылғыһыҙ өлөшө.
***
Белгестәр социаль селтәрҙә 49 рәсәй телен эҙләгән, 35-ен генә тапҡан. Рәсәйҙәге милли телдәрҙең береһендә бер текст булһа ла ҡуйылған йәмғеһе 1630 төркөм табылған. Тәүге урында удмурт теле – был телдә 300-ләп төркөм бар.

Икенсе урында, бер аҙға ғына ҡалышып, башҡорт теле килә, өсөнсө урында – яҡут теле. Тәүге тиҫтә исемлегендә шулай уҡ тыва, татар, ингуш, сыуаш, бүрәт, мари һәм ҡалмыҡ телдәре бар.
Эксперттар дөйөм Интернет статистикаһын да килтерә. Донъя селтәрендә Рәсәй халҡы һөйләшкән 49 телдең 48-ендә берәр булһа ла текст табылған, 30 телдә сайт эшләй. Йәмғеһе 379 сайт бар. Иң күп сайттың башҡорт (74), татар (59) һәм яҡут (52) телдәрендә булыуы асыҡланған.
Шулай уҡ Интернетта туған телдә һөйләшкәндәрҙең 19,6 – 31,3 йәштәрҙә булыуы билдәләнгән. Иң “йәш” тел – чукот, иң “олоһо” – коми-зырян теле. Ҡулла­ныусыларҙың күбеһе туған телдә “һөйләшкән” бер генә төркөмдә тора икән.
***
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Юлдаш” радиоһы менән берлектә “Һаумы, һаумы, әкиәт!” видеоконкурсын иғлан итә. Унда 3-тән 15 йәшкәсә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү хуплана. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләк тапшырыла.

Видеоролик законлы рәүештә файҙаланылған видеоредакторҙа эшләнергә, дауамлылығы өс-биш минуттан артмаҫҡа тейеш. Башҡарыусының кадрҙа булыуы мотлаҡ. Яҙманың биҙәлеше генә түгел, конкурсанттың тасуири уҡыуы, тексты яттан һөйләүе баһалана. Һәр эштә башҡарыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, устав буйынса мәктәп һәм балалар баҡсаһының исеме, әкиәттең атамаһы күрһәтелергә тейеш.
Эштәр 2017 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Видеояҙманы Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөнә бәйләнгән биткә һалығыҙ: https://vk.com/event144740972
Иғтибар! Конкурста ҡатнашыусылар “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (https://vk.com/ik_vkb) төркөмөнә яҙылырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521