Ҡоролтай тауышынан25.08.2017
“VII “Сатыр тауҙа йыйын” төрки халыҡтары ижады фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм байрам ҡунаҡтарын башҡорт мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныштырҙыҡ, тау итәгендә тирмә ҡорҙоҡ. Сара Татарстандың Аҙнаҡай районында үтте.
Беҙҙең делегация составында Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Түбәнге Кама, Туҡай райондары башҡорттары ҡатнашты. Түбәнге Каманың “Сал Урал” һәм Яр Саллының “Гөлнәзирә” фольклор ансамблдәре лайыҡлы сығыш яһаны”, — тип хәбәр итә Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов.
Фестивалдең маҡсаты – төрки халыҡтарын берләштереү, мәҙәни йолаларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү. Сараға йыл һайын өс меңләп халыҡ йыйыла, Рәсәй төбәктәренән килгән фольклор коллективтары сығыш яһай.
***
Быйыл Эстония халҡының йәнә башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. 23 – 25 сентябрҙә Таллиннда урындағы милләттәр көнө үтә.
Фестивалгә “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте саҡырыуы буйынса Башҡортостандан делегация барырға әҙерләнә. Ойошма рәйесе Флүзә Хәйруллина әйтеүенсә, эстондар 25 йыл ғүмерен Рогервик ҡәлғәһендә һөргөндә үткәргән милли геройыбыҙ Салауат Юлаевты яҡшы белә, башҡорт халҡын хөрмәтләп телгә ала. “Ҡала үҙәгендә ҡурай моңон яңғыратып, матур итеп сығыш яһарға йыйынабыҙ. Башҡортостандан күберәк килһәләр, күңелле булыр ине”, – ти Эстонияла башҡорт рухын һаҡлаған Флүзә Хәйруллина.
Фестиваль программаһында күргәҙмә-йәрминкәләр, концерттар, лекциялар ҡаралған. Байрам айырыуса балаларға ҡыҙыҡлы буласаҡ. Улар өсөн төрлө халыҡтарҙың әкиәттәре сәхнәләштереләсәк, халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Уйынсыҡ һәм сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә – фестивалдең айырылғыһыҙ өлөшө.
***
Белгестәр социаль селтәрҙә 49 рәсәй телен эҙләгән, 35-ен генә тапҡан. Рәсәйҙәге милли телдәрҙең береһендә бер текст булһа ла ҡуйылған йәмғеһе 1630 төркөм табылған. Тәүге урында удмурт теле – был телдә 300-ләп төркөм бар.
Икенсе урында, бер аҙға ғына ҡалышып, башҡорт теле килә, өсөнсө урында – яҡут теле. Тәүге тиҫтә исемлегендә шулай уҡ тыва, татар, ингуш, сыуаш, бүрәт, мари һәм ҡалмыҡ телдәре бар.
Эксперттар дөйөм Интернет статистикаһын да килтерә. Донъя селтәрендә Рәсәй халҡы һөйләшкән 49 телдең 48-ендә берәр булһа ла текст табылған, 30 телдә сайт эшләй. Йәмғеһе 379 сайт бар. Иң күп сайттың башҡорт (74), татар (59) һәм яҡут (52) телдәрендә булыуы асыҡланған.
Шулай уҡ Интернетта туған телдә һөйләшкәндәрҙең 19,6 – 31,3 йәштәрҙә булыуы билдәләнгән. Иң “йәш” тел – чукот, иң “олоһо” – коми-зырян теле. Ҡулланыусыларҙың күбеһе туған телдә “һөйләшкән” бер генә төркөмдә тора икән.
***
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Юлдаш” радиоһы менән берлектә “Һаумы, һаумы, әкиәт!” видеоконкурсын иғлан итә. Унда 3-тән 15 йәшкәсә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү хуплана. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләк тапшырыла.
Видеоролик законлы рәүештә файҙаланылған видеоредакторҙа эшләнергә, дауамлылығы өс-биш минуттан артмаҫҡа тейеш. Башҡарыусының кадрҙа булыуы мотлаҡ. Яҙманың биҙәлеше генә түгел, конкурсанттың тасуири уҡыуы, тексты яттан һөйләүе баһалана. Һәр эштә башҡарыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, устав буйынса мәктәп һәм балалар баҡсаһының исеме, әкиәттең атамаһы күрһәтелергә тейеш.
Эштәр 2017 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Видеояҙманы Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөнә бәйләнгән биткә һалығыҙ: https://vk.com/event144740972
Иғтибар! Конкурста ҡатнашыусылар “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (https://vk.com/ik_vkb) төркөмөнә яҙылырға тейеш.