Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһын да ваҡыт хәл итә
Барыһын да ваҡыт хәл итә – Атаһы менән ағаһына эйәреп, мәктәптә уҡыған кинйә улыбыҙ ҙа намаҙға баҫты, Ислам ғәмәлдәрен үтәргә тырыша. Өйҙә хәләл ризыҡ менән туҡланабыҙ, шәхси хужалығыбыҙ бар.
Быйыл кинйәбеҙҙе районға алыҫ түгел урынлашҡан гимназия-интернатҡа уҡырға бирҙек. Унда белем биреүҙең сифаты яҡшы, тәрбиә һәйбәт, педагогтар хәстәрлекле. Өҫтәүенә ашханалағы барлыҡ ризыҡ төрҙәре хәләл булһын ине лә бит... Ниңә милли уҡыу йорттарына шундай ҡағиҙә индерелмәй икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

З. ВӘЛИТОВА.
Стәрлебаш районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъяла иң мөһим нәмә – ваҡыт. Барыһын да ул хәл итә. Динебеҙҙең тарихынан миҫал кил­те­рәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Йәмәнгә үҙенең вәкиле итеп ебәргән Әбү Муса әл Әшәригә эште “Лә Иләһә Илләһ-лаһ!”тан башларға ҡуша. Был саҡырыу Ҡөрьән тәғ­лимәте буйынса башҡарылырға тейеш: әҙәм балаһының күңелен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласаҡ. Тик Пәйғәмбәребеҙ был бурыстың күпме ваҡытта атҡарылырға тейешлеге хаҡында өндәшмәй.
“Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәрҙе артабан намаҙға өйрәт”, – ти сәхәбигә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡытын ҡуймай. Унан инде кешеләргә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтергә ҡуша. Береһенә лә ниндәйҙер сик, тәғәйен осор билдәләнмәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ислам юлына тиҙ арала баҫыу мөмкин түгел. Уны күңелең менән ҡабул итеү мөһим. Кире осраҡта, йәғни ҡабаланғанда, хатта ки башланған эшеңдең дә селпәрәмә килеүе ихтимал.
Шуның шикелле, барлыҡ мосолман халҡы бер төптән тиҙ арала хәләл ризыҡ менән туҡлана башлар, тип көтөү дин һәм тормош хәҡиҡәтенә тап килмәй. Ваҡыты етмәгән. Сабырлыҡ менән көтөү, аңлатыу эше алып барыу зарур. Әҙәм балалары хәләл ризыҡтың тән һәм рух сәләмәтлеге өсөн мөһимлеген ныҡлы төшөнгәндән һуң ғына ошо юлға табан бороласаҡ. Әл-хәмдү лил-ләһ, башланғыс бар: бөтөн донъяла “Хәләл” тигән бренд аҫтында ризыҡ төрҙәре булдырыла, бындай аҙыҡты әҙер­ләгән айырым ойошмалар, ко­мис­сия­лар эшләй. Изге ғәмәлде мосолмандарҙың ғына түгел, дәүләт вәкилдәренең дә ҡеүәтләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Хатта ки илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә мәктәптәргә хәләл ризыҡ индерелә башланы. Эштең уңышлы дауам итеренә ышанайыҡ, быға хәлебеҙҙән килгәнсә өлөш индерергә тырышайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Ҡабатлап әйтәм: барыһы ла тиҙ арала тормошҡа ашмаясаҡ. Йәмғиәт үҙгәрештәргә әҙер булырға, хәләлде күңе­ле, рухы менән ҡабул итергә тейеш. Исламда бит кешене мәжбүр итеү тигән төшөнсә юҡ. Шул уҡ ваҡытта тәрбиәнең ғаиләлә башланыуы хаҡында ла онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Әгәр атай-әсәй хәрәм ризыҡ менән туҡлана икән, балаһы ла ошо юлдан барасаҡ. Тимәк, магазиндарҙа ла шундай аҙыҡ-түлекте һатыу дауам итәсәк. Ғөмүмән, хәләл ризыҡты таратыу йәһәтенән барлыҡ тармаҡтарҙың бер маҡсатта эшләүе мөһим.
Халҡыбыҙҙа ашығырға ярамағанды төшөндөргән бихисап мәҡәл-әйтем бар. Шуларҙы иҫтә тотоп, ба­рыһы ла яҡшы булырына ышанып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бөгөн хәләл ризыҡтар сығарыла, халыҡ башланғысты хуплай икән, оҙаҡламай мәктәптәребеҙҙә лә был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528