– Атаһы менән ағаһына эйәреп, мәктәптә уҡыған кинйә улыбыҙ ҙа намаҙға баҫты, Ислам ғәмәлдәрен үтәргә тырыша. Өйҙә хәләл ризыҡ менән туҡланабыҙ, шәхси хужалығыбыҙ бар.
Быйыл кинйәбеҙҙе районға алыҫ түгел урынлашҡан гимназия-интернатҡа уҡырға бирҙек. Унда белем биреүҙең сифаты яҡшы, тәрбиә һәйбәт, педагогтар хәстәрлекле. Өҫтәүенә ашханалағы барлыҡ ризыҡ төрҙәре хәләл булһын ине лә бит... Ниңә милли уҡыу йорттарына шундай ҡағиҙә индерелмәй икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
З. ВӘЛИТОВА.
Стәрлебаш районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Донъяла иң мөһим нәмә – ваҡыт. Барыһын да ул хәл итә. Динебеҙҙең тарихынан миҫал килтерәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Йәмәнгә үҙенең вәкиле итеп ебәргән Әбү Муса әл Әшәригә эште “Лә Иләһә Илләһ-лаһ!”тан башларға ҡуша. Был саҡырыу Ҡөрьән тәғлимәте буйынса башҡарылырға тейеш: әҙәм балаһының күңелен күркәм вәғәз, ипле, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласаҡ. Тик Пәйғәмбәребеҙ был бурыстың күпме ваҡытта атҡарылырға тейешлеге хаҡында өндәшмәй.
“Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәрҙе артабан намаҙға өйрәт”, – ти сәхәбигә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә ваҡытын ҡуймай. Унан инде кешеләргә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтергә ҡуша. Береһенә лә ниндәйҙер сик, тәғәйен осор билдәләнмәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Ислам юлына тиҙ арала баҫыу мөмкин түгел. Уны күңелең менән ҡабул итеү мөһим. Кире осраҡта, йәғни ҡабаланғанда, хатта ки башланған эшеңдең дә селпәрәмә килеүе ихтимал.
Шуның шикелле, барлыҡ мосолман халҡы бер төптән тиҙ арала хәләл ризыҡ менән туҡлана башлар, тип көтөү дин һәм тормош хәҡиҡәтенә тап килмәй. Ваҡыты етмәгән. Сабырлыҡ менән көтөү, аңлатыу эше алып барыу зарур. Әҙәм балалары хәләл ризыҡтың тән һәм рух сәләмәтлеге өсөн мөһимлеген ныҡлы төшөнгәндән һуң ғына ошо юлға табан бороласаҡ. Әл-хәмдү лил-ләһ, башланғыс бар: бөтөн донъяла “Хәләл” тигән бренд аҫтында ризыҡ төрҙәре булдырыла, бындай аҙыҡты әҙерләгән айырым ойошмалар, комиссиялар эшләй. Изге ғәмәлде мосолмандарҙың ғына түгел, дәүләт вәкилдәренең дә ҡеүәтләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Хатта ки илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә мәктәптәргә хәләл ризыҡ индерелә башланы. Эштең уңышлы дауам итеренә ышанайыҡ, быға хәлебеҙҙән килгәнсә өлөш индерергә тырышайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Ҡабатлап әйтәм: барыһы ла тиҙ арала тормошҡа ашмаясаҡ. Йәмғиәт үҙгәрештәргә әҙер булырға, хәләлде күңеле, рухы менән ҡабул итергә тейеш. Исламда бит кешене мәжбүр итеү тигән төшөнсә юҡ. Шул уҡ ваҡытта тәрбиәнең ғаиләлә башланыуы хаҡында ла онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Әгәр атай-әсәй хәрәм ризыҡ менән туҡлана икән, балаһы ла ошо юлдан барасаҡ. Тимәк, магазиндарҙа ла шундай аҙыҡ-түлекте һатыу дауам итәсәк. Ғөмүмән, хәләл ризыҡты таратыу йәһәтенән барлыҡ тармаҡтарҙың бер маҡсатта эшләүе мөһим.
Халҡыбыҙҙа ашығырға ярамағанды төшөндөргән бихисап мәҡәл-әйтем бар. Шуларҙы иҫтә тотоп, барыһы ла яҡшы булырына ышанып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бөгөн хәләл ризыҡтар сығарыла, халыҡ башланғысты хуплай икән, оҙаҡламай мәктәптәребеҙҙә лә был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.