Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңел юлға ҡыҙыҡма
– Берәү аҡса табыу өсөн көнө-төнө тир түккәндә, икенсегә байлыҡ еңел генә килә. Был тигеҙһеҙлектең асылы ниҙә икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Еңеллек юлындағылар булғандың ҡәҙерен белмәй, исраф итә, туҙҙыра...

А. АБСАЛИҠОВА.
Иглин районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нур­мөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Пәйғәмбәр Сөләй­мән ғәләйһис-сәләм бер мәл ныҡ өлкән йәштәге бөкрә­йеп бөткән, әммә арҡа­һына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, — тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, — тигән ул.
Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә ос­рат­ҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр йөк аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, — тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә — тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Эйе, бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булға­нын да тотона белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ һәм фәҡирлек тә – имтихан. Икеһендә лә әҙәм балаһы иманын, ғәҙеллеген һаҡларға, тоғро юл менән алға ынтылырға тейеш. Булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү — Ис­ламдың быуаттар аша һаҡланып килгән күркәм тәрбиә өлгөһө. Һәр нәмәне үҙ миҡдарында тотоноу, һаҡсыл булыу зарур. “Ашағыҙ, эсегеҙ, исраф ҡылмағыҙ”, — тип өйрәтә изге “Ҡөрьән Кәрим”. Тормошта һәр нәмә үлсәү менән бирел­гән, самаһыҙ ҡыланаһың икән, бәрәкәт китәсәк.
Аҙыҡ-түлектең, кейем-һалымдың, көнкүреш әйберҙәренең ҡәҙерен белеү менән бергә ваҡытты бушҡа әрәм итмәү зарурлығын да онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әйтәйек, көнө-төнө телевизор ҡарауға һалышҡандар барлығын ишетеп-күреп торабыҙ. Балаларҙың компьютер уйындарына бәйлелеге – күптән көнүҙәк проблема. Виртуаль донъя аҡыл-зиһенде арттырамы? Рухыңды күтәрәме? Юҡ. Киреһенсә, һаулыҡ зыян күрә. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ваҡытты исраф итеү тормоштоң бәрәкәтен ебәрә, үҫеште тотҡарлай.
Әгәр ҙә ки кемдер аҡсаны еңел юл менән таба, урынһыҙ файҙалана икән, уға көнләшеп ҡарарға ярамай. Булғандың ҡәҙерен белмәү – гонаһ. Бындай осраҡта бар менән юҡ араһы – бер аҙым.
Йәшәү сығанағы табыу юлында тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ғәҙеллек кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ышаныстың булыуы мөһим. Әгәр әҙәм балаһы өмөтһөҙлөккә бирелә икән, уңыш ҡаҙана алыуы шикле. Һыуға батып барған кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Ул тыпырсынһа, имен ҡалырға тырышып, барлыҡ мөмкинлекте файҙаланһа, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан айыр­маясаҡ. Ошоно онотмайынса, еңеллек юлына ҡыҙыҡмайынса, барҙың ҡәҙерен белеп, уңышҡа ғәҙел өлгәшеп йәшәргә ынтылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528