Еңел юлға ҡыҙыҡма16.09.2016
– Берәү аҡса табыу өсөн көнө-төнө тир түккәндә, икенсегә байлыҡ еңел генә килә. Был тигеҙһеҙлектең асылы ниҙә икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Еңеллек юлындағылар булғандың ҡәҙерен белмәй, исраф итә, туҙҙыра...
А. АБСАЛИҠОВА.
Иглин районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Пәйғәмбәр Сөләймән ғәләйһис-сәләм бер мәл ныҡ өлкән йәштәге бөкрәйеп бөткән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, — тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, — тигән ул.
Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр йөк аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, — тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә — тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Эйе, бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да тотона белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ һәм фәҡирлек тә – имтихан. Икеһендә лә әҙәм балаһы иманын, ғәҙеллеген һаҡларға, тоғро юл менән алға ынтылырға тейеш. Булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү — Исламдың быуаттар аша һаҡланып килгән күркәм тәрбиә өлгөһө. Һәр нәмәне үҙ миҡдарында тотоноу, һаҡсыл булыу зарур. “Ашағыҙ, эсегеҙ, исраф ҡылмағыҙ”, — тип өйрәтә изге “Ҡөрьән Кәрим”. Тормошта һәр нәмә үлсәү менән бирелгән, самаһыҙ ҡыланаһың икән, бәрәкәт китәсәк.
Аҙыҡ-түлектең, кейем-һалымдың, көнкүреш әйберҙәренең ҡәҙерен белеү менән бергә ваҡытты бушҡа әрәм итмәү зарурлығын да онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әйтәйек, көнө-төнө телевизор ҡарауға һалышҡандар барлығын ишетеп-күреп торабыҙ. Балаларҙың компьютер уйындарына бәйлелеге – күптән көнүҙәк проблема. Виртуаль донъя аҡыл-зиһенде арттырамы? Рухыңды күтәрәме? Юҡ. Киреһенсә, һаулыҡ зыян күрә. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ваҡытты исраф итеү тормоштоң бәрәкәтен ебәрә, үҫеште тотҡарлай.
Әгәр ҙә ки кемдер аҡсаны еңел юл менән таба, урынһыҙ файҙалана икән, уға көнләшеп ҡарарға ярамай. Булғандың ҡәҙерен белмәү – гонаһ. Бындай осраҡта бар менән юҡ араһы – бер аҙым.
Йәшәү сығанағы табыу юлында тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ғәҙеллек кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ышаныстың булыуы мөһим. Әгәр әҙәм балаһы өмөтһөҙлөккә бирелә икән, уңыш ҡаҙана алыуы шикле. Һыуға батып барған кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Ул тыпырсынһа, имен ҡалырға тырышып, барлыҡ мөмкинлекте файҙаланһа, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан айырмаясаҡ. Ошоно онотмайынса, еңеллек юлына ҡыҙыҡмайынса, барҙың ҡәҙерен белеп, уңышҡа ғәҙел өлгәшеп йәшәргә ынтылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.