Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ислам һәм медицина
Ислам һәм медицина Ислам диненең иң изге байрамдары тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Мәсеттәрҙә аҙан тауыштары тынмай, дини байрамдарыбыҙ юғары кимәлдә ойошторола. Үткән аҙнала Ғафури районының “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандың тәүге анестезиологтарының һәм тәүге табип-рефлексотерапевтарҙың береһе Таһир Латиповтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Ислам һәм медицина” тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда райондағы ауылдарҙың имам-хатиптары, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Сәйетбаба ауылынан ҡырҡтан ашыу юғары белемле медицина хеҙмәткәре сыҡҡан. Улар араһында тәүгеләрҙән юғары белем алыусы табип – Таһир Латипов. 80 йәшлек уҙаман 55 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән, бер үк ваҡытта табип-рефлексотерапевт һөнәрен дә башҡарған. Диндар ғаиләлә тәрбиәләнеүсе Таһир Латипов һуңғы синыфтарҙа уҡығанда атаһының һәм ағаһының кәңәш­тәрен тотоп, буласаҡ һөнәрен билдәләй һәм яңылышмай. Таһир Латипов үҙен белгәндән бирле Ҡөрьән моңдарын тыңлап үҫә. “Ислам һәм медицина” исемле ғилми-ғәмәли конференцияһында ул диндең бөтә фәндәргә лә оло әһәмиәте тураһында һөйләне:
– Хәҙерге ваҡытта төрлө фәндәр алға китеүгә ҡарамаҫтан, тирә-яҡ мөхиттәге, хатта ерҙең үҙендәге байтаҡ күренештәрҙе (йыһан киң­лектәрендәгеләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел) ғалимдар тулы­һынса аңлатып бирә алғандары юҡ. Шуның өсөн дә ҡыйын хәлдәр­ҙән ҡотолоу юлдарын донъяның күп билдәле ғалимдары диндә, башлыса, Исламда таба. Быға бик күп миҫалдар килтереп булыр ине. Мәҫәлән, данлыҡлы француз ғалимы, океанолог Жак Ив Кусто Гибралтар боғаҙында ҡушылып бергә аҡҡан Урта диңгеҙ менән Атлантик океан һыуҙары үҙ-ара болғанмай, артабанғы ағышта­рында меңәр милдәр һуҙымында үҙҙәренә генә хас химик составтарын, физик үҙенсәлектәрен, үҫем­лектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлап дауам итеүен иҫбатлай. Был күренеш, бәлки, меңәр йылдарға һуҙылғандыр һәм донъя ахырына тиклем дауам итер. Бер ниндәй тәбиғәт закондарына һый­ма­ған, ул закондар менән аңлатып та булмаған ошо мөғжизәне белгән Кусто хайран ҡала, яңы асыш бит был тип ныҡ шатлана. Үҙ шатлығын дуҫы ислам динендәге француз ғалимы, хирург Морис Бюкай менән уртаҡлашырға ашыға. Ләкин дуҫы уны шатлығынан былай тип төңөл­дөрә: “Эй, ҡәҙерле дуҫ, был турала Ҡөрьәндә 1400 йыл элек әйтелгән. Әгәр Ҡөрьәнде алданыраҡ белгән булһам, мин үҙем дә фәнни мәсьәләләрҙе сисеүҙә үҙемә юл күрһәткән еп буйлап барыусы булыр инем”. Һуңынан Жак Ив Кусто бына нимәләр яҙа: “Был минең өсөн аяҙ көндә күк күкрәгәндәй тәьҫир итте. Ҡөрьәндең тәржемә­ләрен уҡығас, мин һоҡланып, хә­ҙерге заман фәндәрен 1400 йылға артта ҡалдырған Ҡөрьән кеше телмәре була алмаҫ. Ул – Аллаһ Тәғәлә телмәре, тип ҡыс­ҡырып уҡ ебәрҙем”. Ошо ваҡиғанан һуң Жак Ив Кусто һис кисекмәҫтән Ислам динен ҡабул итә һәм үҙен бик бәхетле иҫәпләй. Мосолман булып баҡыйлыҡҡа күсә. Әлеге әйтел­гән­дәр ҡоро һүҙ түгел, Ҡөрьән Кәрим­дең 55-се “Әр-рәхман” сүрәһенең аяттарында: “Беҙ ике һыу араһына пәрҙә ҡорҙоҡ” тип яҙылған.
Ислам диненең фәндәрҙе, мәҙәниәтте алға әйҙәүе хаҡында донъялағы беренсе универси­теттың Марокколағы Фәс ҡала­һында 859 йылда нигеҙ һалыныуы ла һөйләй. Ул “Әл Ҡарауин” университеты тип атала. Унда күп билдәле ғалимдар белем алған. Беренсе Рим Папаһы Сильвестор II уҡыған. Ул дин әһеле генә түгел, математика һәм астрономия өлкәһендә билдәле ғалим булған. Әле бөтә донъя ҡулланған ғәрәп цифрҙарын Европаға индереүсе ул булған. Мөхәммәд (с.ғ.в.с) ғилемгә ҙур әһәмиәт биргән, үҙенең өммәттәрен һәр ваҡыт белемгә ынтылырға әйҙәгән. Дини белем­дәрҙе генә түгел, донъяуи ғилемгә, бигерәк тә медицинаға әһәмиәт бирергә кәрәклеген әйткән.
Конференцияла ҡатнашыусылар тарафынан табип Таһир Лати­пов­тың сығышына күп ыңғай фе­керҙәр әйтелде. Сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Халыҡ бындай фә­һемле конференциялар йышыраҡ булһын тигән теләктә таралышты.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529