Ислам диненең иң изге байрамдары тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Мәсеттәрҙә аҙан тауыштары тынмай, дини байрамдарыбыҙ юғары кимәлдә ойошторола. Үткән аҙнала Ғафури районының “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандың тәүге анестезиологтарының һәм тәүге табип-рефлексотерапевтарҙың береһе Таһир Латиповтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Ислам һәм медицина” тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда райондағы ауылдарҙың имам-хатиптары, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сәйетбаба ауылынан ҡырҡтан ашыу юғары белемле медицина хеҙмәткәре сыҡҡан. Улар араһында тәүгеләрҙән юғары белем алыусы табип – Таһир Латипов. 80 йәшлек уҙаман 55 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән, бер үк ваҡытта табип-рефлексотерапевт һөнәрен дә башҡарған. Диндар ғаиләлә тәрбиәләнеүсе Таһир Латипов һуңғы синыфтарҙа уҡығанда атаһының һәм ағаһының кәңәштәрен тотоп, буласаҡ һөнәрен билдәләй һәм яңылышмай. Таһир Латипов үҙен белгәндән бирле Ҡөрьән моңдарын тыңлап үҫә. “Ислам һәм медицина” исемле ғилми-ғәмәли конференцияһында ул диндең бөтә фәндәргә лә оло әһәмиәте тураһында һөйләне:
– Хәҙерге ваҡытта төрлө фәндәр алға китеүгә ҡарамаҫтан, тирә-яҡ мөхиттәге, хатта ерҙең үҙендәге байтаҡ күренештәрҙе (йыһан киңлектәрендәгеләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел) ғалимдар тулыһынса аңлатып бирә алғандары юҡ. Шуның өсөн дә ҡыйын хәлдәрҙән ҡотолоу юлдарын донъяның күп билдәле ғалимдары диндә, башлыса, Исламда таба. Быға бик күп миҫалдар килтереп булыр ине. Мәҫәлән, данлыҡлы француз ғалимы, океанолог Жак Ив Кусто Гибралтар боғаҙында ҡушылып бергә аҡҡан Урта диңгеҙ менән Атлантик океан һыуҙары үҙ-ара болғанмай, артабанғы ағыштарында меңәр милдәр һуҙымында үҙҙәренә генә хас химик составтарын, физик үҙенсәлектәрен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлап дауам итеүен иҫбатлай. Был күренеш, бәлки, меңәр йылдарға һуҙылғандыр һәм донъя ахырына тиклем дауам итер. Бер ниндәй тәбиғәт закондарына һыймаған, ул закондар менән аңлатып та булмаған ошо мөғжизәне белгән Кусто хайран ҡала, яңы асыш бит был тип ныҡ шатлана. Үҙ шатлығын дуҫы ислам динендәге француз ғалимы, хирург Морис Бюкай менән уртаҡлашырға ашыға. Ләкин дуҫы уны шатлығынан былай тип төңөлдөрә: “Эй, ҡәҙерле дуҫ, был турала Ҡөрьәндә 1400 йыл элек әйтелгән. Әгәр Ҡөрьәнде алданыраҡ белгән булһам, мин үҙем дә фәнни мәсьәләләрҙе сисеүҙә үҙемә юл күрһәткән еп буйлап барыусы булыр инем”. Һуңынан Жак Ив Кусто бына нимәләр яҙа: “Был минең өсөн аяҙ көндә күк күкрәгәндәй тәьҫир итте. Ҡөрьәндең тәржемәләрен уҡығас, мин һоҡланып, хәҙерге заман фәндәрен 1400 йылға артта ҡалдырған Ҡөрьән кеше телмәре була алмаҫ. Ул – Аллаһ Тәғәлә телмәре, тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем”. Ошо ваҡиғанан һуң Жак Ив Кусто һис кисекмәҫтән Ислам динен ҡабул итә һәм үҙен бик бәхетле иҫәпләй. Мосолман булып баҡыйлыҡҡа күсә. Әлеге әйтелгәндәр ҡоро һүҙ түгел, Ҡөрьән Кәримдең 55-се “Әр-рәхман” сүрәһенең аяттарында: “Беҙ ике һыу араһына пәрҙә ҡорҙоҡ” тип яҙылған.
Ислам диненең фәндәрҙе, мәҙәниәтте алға әйҙәүе хаҡында донъялағы беренсе университеттың Марокколағы Фәс ҡалаһында 859 йылда нигеҙ һалыныуы ла һөйләй. Ул “Әл Ҡарауин” университеты тип атала. Унда күп билдәле ғалимдар белем алған. Беренсе Рим Папаһы Сильвестор II уҡыған. Ул дин әһеле генә түгел, математика һәм астрономия өлкәһендә билдәле ғалим булған. Әле бөтә донъя ҡулланған ғәрәп цифрҙарын Европаға индереүсе ул булған. Мөхәммәд (с.ғ.в.с) ғилемгә ҙур әһәмиәт биргән, үҙенең өммәттәрен һәр ваҡыт белемгә ынтылырға әйҙәгән. Дини белемдәрҙе генә түгел, донъяуи ғилемгә, бигерәк тә медицинаға әһәмиәт бирергә кәрәклеген әйткән.
Конференцияла ҡатнашыусылар тарафынан табип Таһир Латиповтың сығышына күп ыңғай фекерҙәр әйтелде. Сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Халыҡ бындай фәһемле конференциялар йышыраҡ булһын тигән теләктә таралышты.