Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зәйнулла ишан шәкерттәре
Зәйнулла ишан шәкерттәреБеҙҙең Учалының Сораман ауылынан элек Троицк ҡалаһы мәҙрәсәһендә уҡыған өс шәкерттең исеме билдәле: Әғзәм Шаһишәриф улы Шәрипов, Мөхәмәҙиә Мотаһар улы һәм Шәрәфетдин Мотаһар улы.

Сораман нимәһе менән ылыҡтырған?

Шәкерттәрҙең береһе Әғзәм Шәрипов ауылдаштары хәтерендә халыҡ ижадының аҫыл өлгөләрен ижад итеүсе булараҡ һаҡланып ҡалған. Ә Мөхәмәҙиә һәм Шәрәфет­диндең табиплыҡ даны тирә-яҡҡа таралған. Ара­быҙ­ҙа ошо хаҡта яҡшы белгәндәр бар. Мәҫәлән, Мәғмүрә Әғзәм ҡыҙы. Ул 1937 йылда Сораман ауылында тыуған. Әле иһә Учалы ауылында йәшәй. Атаһының Зәйнулла ишан тураһында һөйләгән­дәрен күңелендә изге хәтирә итеп һаҡлай.
Шәкерттәрҙең өсөһө лә тәүҙә ауылдағы, унан Ахундағы белем усағын тамамлағас, ҡаҙаҡ далаларына һарыҡ көтөргә ялланабыҙ тигән һылтау менән Троицк мәҙрәсәһенә юллана. Улар, күрәһең, тырышлығы, һәләтле булыуы менән тиҙ арала шәйехтең иғтибарын, ихтирамын яулай. Айырыуса йәй, яҙ миҙгелдәрендә Зәйнулла ишан Сораманға йыш йөрөй.
– Көймәле тройкаға егелгән аттарын уйнаҡ­латып килер булған ул, – тип бәйән итте инәй. – Оло ҡунаҡ Мөхәмәҙиә менән Шәрәфет­диндең атаһы, указлы мулла Мотаһарҙың (1823 – 1886) йортона төшкән. Ағалы-ҡустылылар төҙөгән, таш ҡойма менән уратып алынған мәсеттә бергәләп намаҙ уҡығандар.
Халыҡ менән ихлас аралашҡандар. Мәшһүр дин әһеле, шифалы үләндәр ярҙамында дауалаусы табип булараҡ, Зәйнулла ишанды башҡа маҡсаттар ҙа йөрөткән. Ул май-июнь айҙарында бындағы Ялай тауынан шифалы үләндәрҙе тоҡлап йыйып, Троицкиға алып ҡайтыр булған. Май мәтрүшкәһе ярҙамында етмеш төрлө сирҙе еңергә мөмкин, тип өйрәткән.
Билдәле, шәкерттәрҙең яҡындары оло ҡунаҡҡа мөмкин тиклем ҙур ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырышҡан. Өйҙән өйгә ҡунаҡ­ҡа саҡырғандар. Әйткәндәй, 1999 йылда Әғзәм бабайҙың килене Ғәҙилә Ғәбделбарый ҡыҙы урындағы “Тиләү” музейына еҙ тас тапшырғайны. Баҡтиһәң, ул бөйөк дин әһеленән ҡалған ҡомартҡы икән.
Зәйнулла ишандың туҡталҡаһына бәйле тарихты ла һөйләү кәрәктер. Ишан ҡыҙы тураһында булыр ул.
Ауыл кешеләре Ҡөрьән уҡытҡанда ниндәйҙер Мәр­фүғә исемле кешенең рухына ла аят бағышлауҙы үтенә. Зөлҡәғиҙә Әүхәҙи ҡыҙы Ғәләүетдинова әйте­үенсә, ул ят ҡатын сит тарафтан килеп, Зәйнулла туҡталып йөрөгән йортҡа төшкән. Шуға күрә уны Ишан ҡыҙы тип йөрөт­кәндәр. Күрәһең, заманалар боларып киткәс, олуғ дин әһеленең берәй яҡыны бында һыйыныу урыны тапҡандыр.
Изге йорттоң артабанғы хәленә килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Мөхәмәҙиә ишандың Әмин тигән улы Смоленскиҙан кәләш эйәртеп ҡайтып төшә. Уларҙың ғаиләһе әлеге ҡатын йәшәгән өйгә урынлаша. Ә Мәрфүғә әбейгә йоҡо бүлмәһенән ишек алдына тура сығыу өсөн махсус ишек асалар. Һуңынан бәләкәй генә өй төҙөп, уны башҡа сығаралар. Ғүме­ренең аҙаҡҡы йылдарын әбей шунда уҙғара.

Йылан телен дә аңлап…

Октябрь революцияһы диндарҙарҙың яҙмышын пыран-заран килтерә. Шәкерт­тәр төрлө яҡҡа таралыша. Күптәр тыуған төйәгенә ҡайтып, тыны­сыраҡ, һилерәк урында туҡтала.
Мөхәмәҙиә ишандың тормошона бәйле хәл-ваҡиғаларҙы уның ейән­сәре Мөршиҙә Әҡсән ҡыҙы (1923 йылда тыуған) бәйән иткәйне.
Мөхәмәҙиә, уҡыуын тамамлағас, ғаиләһе менән Троицк ҡалаһында тороп ҡалған була. Тәүге йәмәғәте Әсмәнән Ғабдулла атлы улан, Фатима исемле ҡыҙ бала донъяға килә. Ҡатыны иренең тыуған яғына килергә ризалашмайынса, ҡалала тороп ҡалыуҙы хуп күрә. Ә икенсе ҡатыны – Ахун ауылы муллаһы ҡыҙы Хәснә – бер итәк балаларын эйәртеп, ире менән бергә Сораманға ашыға. Ғаилә атай нигеҙендә – Мотаһарҙың өйөндә – туҡтала. Мөрши­ҙәнең буласаҡ әсәһе Зәйтүнәгә ул саҡта 12 йәш самаһы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәснәгә бында оҙаҡ ғүмер итергә яҙмай. Ялай тауына барғанда, һыуһы­нын ҡандырыу өсөн ат тояғы эҙенә йыйылған бысраҡ һыуҙы эсеп, вафат була. Һуң булыу сәбәпле, уға хатта ишан үҙе лә ярҙам итә алмай.
Мөхәмәҙиә ҡош, хайуан, хатта йылан телен аңлаған, тиҙәр. Дауалау һәләтенә бәйле хәл-ваҡиғалар халыҡ күңелендә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған. Әйтәйек, бер мәл ҡаҙаҡ кешеһе улын эйәренә арҡыры һалып алып килә. Баҡһаң, малай ҡырҙа ҡуй көткән саҡта бик ныҡ талсығып, үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға тала. Төшөндә һалҡын һыу эстем тип күреп, кинәт уянып китһә, ауыҙы эсенә инеп барған бер нәмәнең ҡойроҡ осон ғына күреп өлгөрә. Мөхәмәҙиә ауырыуҙы оҙаҡ ҡына өшкөрә. Һуңынан уны бәҙрәфкә ебәрә. Ҡазаға тарығандың эсенән ҡып-ҡыҙыл йылан сыҡҡан, ти.

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529