Беҙҙең Учалының Сораман ауылынан элек Троицк ҡалаһы мәҙрәсәһендә уҡыған өс шәкерттең исеме билдәле: Әғзәм Шаһишәриф улы Шәрипов, Мөхәмәҙиә Мотаһар улы һәм Шәрәфетдин Мотаһар улы.
Сораман нимәһе менән ылыҡтырған?Шәкерттәрҙең береһе Әғзәм Шәрипов ауылдаштары хәтерендә халыҡ ижадының аҫыл өлгөләрен ижад итеүсе булараҡ һаҡланып ҡалған. Ә Мөхәмәҙиә һәм Шәрәфетдиндең табиплыҡ даны тирә-яҡҡа таралған. Арабыҙҙа ошо хаҡта яҡшы белгәндәр бар. Мәҫәлән, Мәғмүрә Әғзәм ҡыҙы. Ул 1937 йылда Сораман ауылында тыуған. Әле иһә Учалы ауылында йәшәй. Атаһының Зәйнулла ишан тураһында һөйләгәндәрен күңелендә изге хәтирә итеп һаҡлай.
Шәкерттәрҙең өсөһө лә тәүҙә ауылдағы, унан Ахундағы белем усағын тамамлағас, ҡаҙаҡ далаларына һарыҡ көтөргә ялланабыҙ тигән һылтау менән Троицк мәҙрәсәһенә юллана. Улар, күрәһең, тырышлығы, һәләтле булыуы менән тиҙ арала шәйехтең иғтибарын, ихтирамын яулай. Айырыуса йәй, яҙ миҙгелдәрендә Зәйнулла ишан Сораманға йыш йөрөй.
– Көймәле тройкаға егелгән аттарын уйнаҡлатып килер булған ул, – тип бәйән итте инәй. – Оло ҡунаҡ Мөхәмәҙиә менән Шәрәфетдиндең атаһы, указлы мулла Мотаһарҙың (1823 – 1886) йортона төшкән. Ағалы-ҡустылылар төҙөгән, таш ҡойма менән уратып алынған мәсеттә бергәләп намаҙ уҡығандар.
Халыҡ менән ихлас аралашҡандар. Мәшһүр дин әһеле, шифалы үләндәр ярҙамында дауалаусы табип булараҡ, Зәйнулла ишанды башҡа маҡсаттар ҙа йөрөткән. Ул май-июнь айҙарында бындағы Ялай тауынан шифалы үләндәрҙе тоҡлап йыйып, Троицкиға алып ҡайтыр булған. Май мәтрүшкәһе ярҙамында етмеш төрлө сирҙе еңергә мөмкин, тип өйрәткән.
Билдәле, шәкерттәрҙең яҡындары оло ҡунаҡҡа мөмкин тиклем ҙур ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырышҡан. Өйҙән өйгә ҡунаҡҡа саҡырғандар. Әйткәндәй, 1999 йылда Әғзәм бабайҙың килене Ғәҙилә Ғәбделбарый ҡыҙы урындағы “Тиләү” музейына еҙ тас тапшырғайны. Баҡтиһәң, ул бөйөк дин әһеленән ҡалған ҡомартҡы икән.
Зәйнулла ишандың туҡталҡаһына бәйле тарихты ла һөйләү кәрәктер. Ишан ҡыҙы тураһында булыр ул.
Ауыл кешеләре Ҡөрьән уҡытҡанда ниндәйҙер Мәрфүғә исемле кешенең рухына ла аят бағышлауҙы үтенә. Зөлҡәғиҙә Әүхәҙи ҡыҙы Ғәләүетдинова әйтеүенсә, ул ят ҡатын сит тарафтан килеп, Зәйнулла туҡталып йөрөгән йортҡа төшкән. Шуға күрә уны Ишан ҡыҙы тип йөрөткәндәр. Күрәһең, заманалар боларып киткәс, олуғ дин әһеленең берәй яҡыны бында һыйыныу урыны тапҡандыр.
Изге йорттоң артабанғы хәленә килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Мөхәмәҙиә ишандың Әмин тигән улы Смоленскиҙан кәләш эйәртеп ҡайтып төшә. Уларҙың ғаиләһе әлеге ҡатын йәшәгән өйгә урынлаша. Ә Мәрфүғә әбейгә йоҡо бүлмәһенән ишек алдына тура сығыу өсөн махсус ишек асалар. Һуңынан бәләкәй генә өй төҙөп, уны башҡа сығаралар. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарын әбей шунда уҙғара.
Йылан телен дә аңлап…Октябрь революцияһы диндарҙарҙың яҙмышын пыран-заран килтерә. Шәкерттәр төрлө яҡҡа таралыша. Күптәр тыуған төйәгенә ҡайтып, тынысыраҡ, һилерәк урында туҡтала.
Мөхәмәҙиә ишандың тормошона бәйле хәл-ваҡиғаларҙы уның ейәнсәре Мөршиҙә Әҡсән ҡыҙы (1923 йылда тыуған) бәйән иткәйне.
Мөхәмәҙиә, уҡыуын тамамлағас, ғаиләһе менән Троицк ҡалаһында тороп ҡалған була. Тәүге йәмәғәте Әсмәнән Ғабдулла атлы улан, Фатима исемле ҡыҙ бала донъяға килә. Ҡатыны иренең тыуған яғына килергә ризалашмайынса, ҡалала тороп ҡалыуҙы хуп күрә. Ә икенсе ҡатыны – Ахун ауылы муллаһы ҡыҙы Хәснә – бер итәк балаларын эйәртеп, ире менән бергә Сораманға ашыға. Ғаилә атай нигеҙендә – Мотаһарҙың өйөндә – туҡтала. Мөршиҙәнең буласаҡ әсәһе Зәйтүнәгә ул саҡта 12 йәш самаһы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәснәгә бында оҙаҡ ғүмер итергә яҙмай. Ялай тауына барғанда, һыуһынын ҡандырыу өсөн ат тояғы эҙенә йыйылған бысраҡ һыуҙы эсеп, вафат була. Һуң булыу сәбәпле, уға хатта ишан үҙе лә ярҙам итә алмай.
Мөхәмәҙиә ҡош, хайуан, хатта йылан телен аңлаған, тиҙәр. Дауалау һәләтенә бәйле хәл-ваҡиғалар халыҡ күңелендә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған. Әйтәйек, бер мәл ҡаҙаҡ кешеһе улын эйәренә арҡыры һалып алып килә. Баҡһаң, малай ҡырҙа ҡуй көткән саҡта бик ныҡ талсығып, үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға тала. Төшөндә һалҡын һыу эстем тип күреп, кинәт уянып китһә, ауыҙы эсенә инеп барған бер нәмәнең ҡойроҡ осон ғына күреп өлгөрә. Мөхәмәҙиә ауырыуҙы оҙаҡ ҡына өшкөрә. Һуңынан уны бәҙрәфкә ебәрә. Ҡазаға тарығандың эсенән ҡып-ҡыҙыл йылан сыҡҡан, ти.
(Дауамы бар).