Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫәпленең ҡуйы теүәл
– Мәғлүм булыуынса, быйыл йәй Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Был сараға ҡарашығыҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. НИҒМӘТОВА.
Мәләүез районы.


Башҡортостан мо­солмандары­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нур­мөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә тарафынан булды­рылған ғаләмде икһеҙ-сикһеҙ тибеҙ. Бер ҡарауға, ысынлап та, шулай кеүек. Ләкин “Ҡөрьән Кәрим”дә һәр нәмәнең үлсәмдә яралтылғаны хаҡында әйтелә. Ер айырым тиҙлектә өйрөлә, ҡояш үҙ ваҡыты менән хәрәкәт итә, әҙәм балаларының, йәнлек-хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең тормошо билдәле ҡағиҙәләр буйынса бара... Барыһы ла тәбиғәттең ҡанундарына ярашлы ҡоролған.
“Ел дә ваҡытында иҫеп,
Ямғыр ҙа ваҡытында яуа”, –
тигән бит бөйөк шағирыбыҙ ҙа.
Хужалыҡҡа килгәндә лә, йәшәү өсөн торлаҡ, ер майҙаны, электр, газ, йылылыҡ – барыһы ла үлсәнә. Аҙыҡ-түлекте, кәрәк-яраҡты айырым миҡдарҙа алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ғүмерҙе лә үлсәм менән биргән. “Ауыҙыңды үлсәп ас”, “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” кеүек әйтемдәр ҙә буштан барлыҡҡа килмәгән.
Эйе, тормошта бөтә нәмәнең күләме, самаһы бар. Был көнкүреш мәсьәлә­лә­ренә лә ҡағыла. Уларға ҡарап мөм­кинлек баһалана, сифат, йәшәү шарттары билдәләнә. Ошоға бәйле тарихҡа күҙ һалһаҡ, батша власы осоронда биш йыл һайын иҫәп алыу үткәрелгән. Йортта күпме йән эйәһе, хужалыҡта нисә баш мал, техника, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ бар, ер майҙаны ҡайһылай – барыһы ла яҙып алынған. Әле, әл-хәмдү лил-ләһ, ошо эштең ыңғай эҙемтәләрен күрәбеҙ. Мәҫәлән, ул шәжәрә төҙөүҙә ныҡ ярҙам итә.
Хисап, тимәк, сама һәм аныҡлыҡ булмаған ерҙән бәрәкәт китә. Кемдер, мәҫәлән, көтөүҙәге ҡуйҙарын һанамай, ти. Малдың бит артып китеүе лә, аҙашыуы ла, бөтөнләйгә юғалыуы ла ихтимал. Уларҙың һанын, тимәк, барҙың ҡәҙерен белмәйенсә алға барыу мөмкинме? “Иҫәпленең ҡуйы теүәл”, ти бит халҡыбыҙ. Дәүләттә лә шулай. Етәкселек барыһына иғтибарлы икән, был ил алға барасаҡ.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, иҫәп алыуҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Шуға күрә быйыл йәй көтөлгән сараға ла ыңғай ҡарашта булырға тейешбеҙ. Халҡыбыҙ бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа нисек йәшәй? Үҙ көсө менән тормош көтә аламы? Улар өсөн дәүләт киләсәктә ниндәй мөмкинлектәр тыуҙырырға тейеш? Ерҙәребеҙ тейешле кимәлдә файҙа­ланыламы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу илдең иҡтисадын нығытыу юлдарын асыҡларға ярҙам итәсәк. Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итә башлағайны. Импорт бит үҙеңдең ризығың түгел. Шул ҡәҙәр киң, ҙур ерҙәребеҙ була тороп, ниңә ситтәрҙең аҙығы менән туҡланырға? Һәр әҙәм балаһы тыуған тупрағының ҡәҙерен белергә, уның ниғмәтен белеп файҙаланырға тейеш. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән ҡалған сөннәт был.
“Ҡулыңды һелкет – Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғаиләбеҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә тырыш хеҙмәт күрһәтеп йәшәйек, ошо сифаттарҙы балаларыбыҙға ла тапшырайыҡ, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе менән иҫәп алыуҙа ла һөйөндөрөргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529