Иҫәпленең ҡуйы теүәл27.05.2016
– Мәғлүм булыуынса, быйыл йәй Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Был сараға ҡарашығыҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Р. НИҒМӘТОВА.
Мәләүез районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған ғаләмде икһеҙ-сикһеҙ тибеҙ. Бер ҡарауға, ысынлап та, шулай кеүек. Ләкин “Ҡөрьән Кәрим”дә һәр нәмәнең үлсәмдә яралтылғаны хаҡында әйтелә. Ер айырым тиҙлектә өйрөлә, ҡояш үҙ ваҡыты менән хәрәкәт итә, әҙәм балаларының, йәнлек-хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең тормошо билдәле ҡағиҙәләр буйынса бара... Барыһы ла тәбиғәттең ҡанундарына ярашлы ҡоролған.
“Ел дә ваҡытында иҫеп,
Ямғыр ҙа ваҡытында яуа”, –
тигән бит бөйөк шағирыбыҙ ҙа.
Хужалыҡҡа килгәндә лә, йәшәү өсөн торлаҡ, ер майҙаны, электр, газ, йылылыҡ – барыһы ла үлсәнә. Аҙыҡ-түлекте, кәрәк-яраҡты айырым миҡдарҙа алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ғүмерҙе лә үлсәм менән биргән. “Ауыҙыңды үлсәп ас”, “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” кеүек әйтемдәр ҙә буштан барлыҡҡа килмәгән.
Эйе, тормошта бөтә нәмәнең күләме, самаһы бар. Был көнкүреш мәсьәләләренә лә ҡағыла. Уларға ҡарап мөмкинлек баһалана, сифат, йәшәү шарттары билдәләнә. Ошоға бәйле тарихҡа күҙ һалһаҡ, батша власы осоронда биш йыл һайын иҫәп алыу үткәрелгән. Йортта күпме йән эйәһе, хужалыҡта нисә баш мал, техника, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ бар, ер майҙаны ҡайһылай – барыһы ла яҙып алынған. Әле, әл-хәмдү лил-ләһ, ошо эштең ыңғай эҙемтәләрен күрәбеҙ. Мәҫәлән, ул шәжәрә төҙөүҙә ныҡ ярҙам итә.
Хисап, тимәк, сама һәм аныҡлыҡ булмаған ерҙән бәрәкәт китә. Кемдер, мәҫәлән, көтөүҙәге ҡуйҙарын һанамай, ти. Малдың бит артып китеүе лә, аҙашыуы ла, бөтөнләйгә юғалыуы ла ихтимал. Уларҙың һанын, тимәк, барҙың ҡәҙерен белмәйенсә алға барыу мөмкинме? “Иҫәпленең ҡуйы теүәл”, ти бит халҡыбыҙ. Дәүләттә лә шулай. Етәкселек барыһына иғтибарлы икән, был ил алға барасаҡ.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, иҫәп алыуҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Шуға күрә быйыл йәй көтөлгән сараға ла ыңғай ҡарашта булырға тейешбеҙ. Халҡыбыҙ бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа нисек йәшәй? Үҙ көсө менән тормош көтә аламы? Улар өсөн дәүләт киләсәктә ниндәй мөмкинлектәр тыуҙырырға тейеш? Ерҙәребеҙ тейешле кимәлдә файҙаланыламы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу илдең иҡтисадын нығытыу юлдарын асыҡларға ярҙам итәсәк. Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итә башлағайны. Импорт бит үҙеңдең ризығың түгел. Шул ҡәҙәр киң, ҙур ерҙәребеҙ була тороп, ниңә ситтәрҙең аҙығы менән туҡланырға? Һәр әҙәм балаһы тыуған тупрағының ҡәҙерен белергә, уның ниғмәтен белеп файҙаланырға тейеш. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән ҡалған сөннәт был.
“Ҡулыңды һелкет – Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғаиләбеҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә тырыш хеҙмәт күрһәтеп йәшәйек, ошо сифаттарҙы балаларыбыҙға ла тапшырайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе менән иҫәп алыуҙа ла һөйөндөрөргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.