Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иң яҡшы аҙыҡ – башҡалар менән бүлешелгәне
“Иң яҡшы аҙыҡ –  башҡалар менән бүлешелгәне “Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә һәр яҡлап әҙәм балаһының сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға ҙур иғтибар бүләсәк.

Пәйғәмбәребеҙ, ғөмүмән, төрлө аҙыҡ-түлектең, тәмләт­кестәрҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөйләгән. Мәҫәлән, ашар алдынан аҙ ғына тоҙ тәмләү кәрәклеге хаҡындағы кәңә­ше­нә туҡталып китәйек. Орга­низм­дағы метаболизм процестарын аңлау был һүҙҙәрҙең дөрөҫ­лө­гөнә инандыра. Тәмләткес ике химик элементтан – нат­рийҙан һәм хлорҙан – тора. Уларҙың тәүгеһенән организм ашҡаҙанда аҙыҡты һәйбәт эш­кәр­теү өсөн кәрәкле тоҙ кис­ло­таһын булдыра. Ошо рә­үешле тәмләткесте туҡлан­ғанға тиклем аҙ ғына ҡулланыу уға мохтажлыҡты яйға һала. Ә тоҙға артыҡ иғтибарҙың кире эҙемтәһе хлорҙың түгел, ә натрийҙың күләме күтәрелеүгә бәйле.
Ғөмүмән, заманында Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм әйткән һүҙҙәр хәҙер заман меди­ци­наһы тарафынан да раҫ­лана бара. Пәйғәмбә­ребеҙҙең ҡай­һы бер ризыҡҡа ҡарата фекер­ҙәренә күҙ һалып үтәйек, уларҙы иҫтә ҡалдырайыҡ.

Бал

“Бал ҡортоноң эсенән сыҡ­ҡан төрлө төҫтәге эсемлек бар, һинең дауаң – шунда” тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә был ризыҡ хаҡында байтаҡ әйтелә. Мә­ҫәлән, “Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулла­нылған йортто яҡлауын, бәрәкәт кил­те­реүен һорай, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашай икән, ашҡа­ҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал бар икән, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм­дең шундай ғәҙәте булған: ас ҡарынлай бал һалынған һыу эскән. Был алым ашҡаҙанды нығытыу, аппетитты күтәреү, тыныслыҡ өсөн һәйбәт.

Ит

“Иң яҡшы аҙыҡ –  башҡалар менән бүлешелгәне“Әгәр кемдер ҡырҡ көн буйы итһеҙ йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән айырылмаһа, йөрәге ҡырыҫ­ланыр”, – тигән Пәйғәм­бә­ре­беҙ. Тимәк, был ризыҡты тейешле күләмдә ҡулланыу мөһим.
Иң яҡшы ит – ҡуйҙыҡы. Айы­рыуса бер йәшлек иркәк бәрәстеке һәйбәт. Пәйғәм­бә­ребеҙ һарыҡты күпләп аҫрарға әйҙәгән. “Бер ҡуй – фатиха, ике ҡуй – ике фатиха, ә өсәү – байлыҡ”, – тигән ул. Шулай уҡ итте тәрилкәгә һалып түгел, ә ҡулда тотоп ҡырҡырға ҡушҡан. Ул саҡта ризыҡ тәмлерәк була.

Һөт

“Иң яҡшы аҙыҡ –  башҡалар менән бүлешелгәне“Һөт эсегеҙ, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ. – Ул йөрәктәге ҡы­ҙыу­­лыҡты баҫыр. Өҫтәүенә арҡаға көс бирә, мейене туҡландыра, күреү һәләтен һаҡлай, хәтерһеҙлектән арындыра”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә һөт яратҡан, был эсемлеккә тиң юҡлығын әйткән.
Яҫмыҡ

“Иң яҡшы аҙыҡ –  башҡалар менән бүлешелгәнеБыл ризыҡты өҫтәмә аҙыҡ кеүек ҡулланырға кәңәш ителә. Ни өсөн тигәндә, уны күп ашау ашҡаҙан өсөн зарарлы. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә әйтел­гәнсә, яҫмыҡтан әҙәм бала­һының йөрәге – мәрхәмәт, күҙҙәре йәш менән тула, ризыҡ артыҡ ғорурлыҡтан да арындыра.

Киптерелгән
финик


“Финикһыҙ өй – аҙыҡһыҙ өй”, – тигән Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм. Уны үҙе лә үҫ­тергән. Баҙамлы финик төрлө насар йоғонто, тәьҫир көсөн бө­төрә. Пәйғәмбәребеҙ әйт­кән­сә, был емеш һыу кеүек: ике­һендә лә – сафлыҡ, таҙалыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528