“Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә һәр яҡлап әҙәм балаһының сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға ҙур иғтибар бүләсәк.Пәйғәмбәребеҙ, ғөмүмән, төрлө аҙыҡ-түлектең, тәмләткестәрҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөйләгән. Мәҫәлән, ашар алдынан аҙ ғына тоҙ тәмләү кәрәклеге хаҡындағы кәңәшенә туҡталып китәйек. Организмдағы метаболизм процестарын аңлау был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандыра. Тәмләткес ике химик элементтан – натрийҙан һәм хлорҙан – тора. Уларҙың тәүгеһенән организм ашҡаҙанда аҙыҡты һәйбәт эшкәртеү өсөн кәрәкле тоҙ кислотаһын булдыра. Ошо рәүешле тәмләткесте туҡланғанға тиклем аҙ ғына ҡулланыу уға мохтажлыҡты яйға һала. Ә тоҙға артыҡ иғтибарҙың кире эҙемтәһе хлорҙың түгел, ә натрийҙың күләме күтәрелеүгә бәйле.
Ғөмүмән, заманында Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткән һүҙҙәр хәҙер заман медицинаһы тарафынан да раҫлана бара. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡайһы бер ризыҡҡа ҡарата фекерҙәренә күҙ һалып үтәйек, уларҙы иҫтә ҡалдырайыҡ.
Бал“Бал ҡортоноң эсенән сыҡҡан төрлө төҫтәге эсемлек бар, һинең дауаң – шунда” тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә был ризыҡ хаҡында байтаҡ әйтелә. Мәҫәлән, “Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулланылған йортто яҡлауын, бәрәкәт килтереүен һорай, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашай икән, ашҡаҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал бар икән, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең шундай ғәҙәте булған: ас ҡарынлай бал һалынған һыу эскән. Был алым ашҡаҙанды нығытыу, аппетитты күтәреү, тыныслыҡ өсөн һәйбәт.
Ит“Әгәр кемдер ҡырҡ көн буйы итһеҙ йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән айырылмаһа, йөрәге ҡырыҫланыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, был ризыҡты тейешле күләмдә ҡулланыу мөһим.
Иң яҡшы ит – ҡуйҙыҡы. Айырыуса бер йәшлек иркәк бәрәстеке һәйбәт. Пәйғәмбәребеҙ һарыҡты күпләп аҫрарға әйҙәгән. “Бер ҡуй – фатиха, ике ҡуй – ике фатиха, ә өсәү – байлыҡ”, – тигән ул. Шулай уҡ итте тәрилкәгә һалып түгел, ә ҡулда тотоп ҡырҡырға ҡушҡан. Ул саҡта ризыҡ тәмлерәк була.
Һөт“Һөт эсегеҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Ул йөрәктәге ҡыҙыулыҡты баҫыр. Өҫтәүенә арҡаға көс бирә, мейене туҡландыра, күреү һәләтен һаҡлай, хәтерһеҙлектән арындыра”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә һөт яратҡан, был эсемлеккә тиң юҡлығын әйткән.
ЯҫмыҡБыл ризыҡты өҫтәмә аҙыҡ кеүек ҡулланырға кәңәш ителә. Ни өсөн тигәндә, уны күп ашау ашҡаҙан өсөн зарарлы. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә әйтелгәнсә, яҫмыҡтан әҙәм балаһының йөрәге – мәрхәмәт, күҙҙәре йәш менән тула, ризыҡ артыҡ ғорурлыҡтан да арындыра.
Киптерелгән
финик“Финикһыҙ өй – аҙыҡһыҙ өй”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Уны үҙе лә үҫтергән. Баҙамлы финик төрлө насар йоғонто, тәьҫир көсөн бөтөрә. Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, был емеш һыу кеүек: икеһендә лә – сафлыҡ, таҙалыҡ.