Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел асҡысы бирһен Хоҙай!
– Атай-әсә­йем элек беҙҙе имтиханға: “Аллаһ Тәғәлә тел асҡысы бирһен”, – тип оҙата торғайны. Бының хикмәте ниҙә булды икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

И. САФИУЛЛИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Башҡортостан мосол­манда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”­дәге беренсе аят-кәри­мә аша беҙгә “Һине юҡтан бар итеп яралт­ҡан Аллаһ Тәғә­ләнең исеме­нән уҡы!” тип бойорола. Ошо­ға бәйле Исламда ғилем алыу иң юғары урында тора. “Белемде бишектән алып гүргә кергәнсә өйрәнегеҙ”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ата-бабабыҙ борон-борондан бала­ларын уҡытырға тырышҡан. Бөгөн дә дәүләттәр ғилем ярҙамында алға бара, ә белемһеҙлек арҡаһында артта ҡала.
Әле мәғариф тармағында һынау осоро башланырға тора. Эйе, халҡыбыҙҙа шундай күркәм һыҙат бар: имтиханға “Аллаһ Тәғәлә тел асҡысы бирһен” тигән теләктә оҙатабыҙ. Был һүҙҙәрҙә шул ҡәҙәр ҙур хикмәт ята. Ни өсөн тигәндә, баштағы ғилемде тел аша аңлата белеү – ҙур оҫталыҡ. Шуға ла борон-борондан балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, телмәр байлығын арттырыуға ҙур иғтибар бүленгән.
“Телдәрегеҙҙең төрлө булыуы ла – Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Һәр кем, шул иҫәптән бала­ларыбыҙ, рухи ҡиммәтебеҙгә ҙур иғтибар бүлергә тейеш. Туған телдә мәҡәл-әйтем, эпостар, ҡобайырҙар, әкиәттәр, шиғырҙар, тапҡыр һүҙҙәр... Был – ифрат ҙур байлыҡ.
Бала кәмендә өс тел белергә тейеш, ошоға бәйле уның донъяға ҡарашы киңәйә, фекерләү ҡеүәһе арта, мил­ләтенә, башҡа халыҡтарға ҡарата хөрмәте нығый. Ә был тотош йәм­ғиәттең именлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Әҙәм балаһы ғүмер буйы һынау алдында тора. Әле имтиханға әҙерләнгән йәштәребеҙгә Аллаһ Тәғәлә тел асҡысы бирһен тип теләйек, хөрмәтле йәмәғәт. Сығарылыш класс уҡыусыларына, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, ғилем туплауын артабан дауам итергә насип ҡылһын. Был һынау төрөнә туҡталып киткәндә, БДИ закон тарафынан ҡабул ителгән икән, мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, белем алыуын артабан дауам итәсәк егет-ҡыҙҙарыбыҙ милләтебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәген хәстәрләүгә, дәүләтебеҙҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә күп көс һалһын. Илебеҙ рухи яҡтан да, ғилми, әҙәби, иҡтисади, социаль йәһәттән дә алға барырға тейеш икән, бында төп бурыс йәштәргә йөкмәтелә.
Изге теләк – доға ул. Уның бәрәкәтендә йәшәйеш нурланыр, һынауҙар еңелерәк үтер, яҡты хыялдар тормошҡа ашыр. Имтиханда уңыш насип булыуын теләүҙән тыш, атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү, уларҙың фатихаһын алыу, сәфәргә йыйынғанға хәйерле юл теләү, хәл-әхүәл һорашыу, ярҙамлашыу, бер-береңдең күңелен күтәреү, ихлас йылмайыу – барыһы ла доға. Донъяны ошо изге ғәмәлдәр менән нурға күмеп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәммәбеҙгә лә, күркәм теләктәребеҙгә яуап алып, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528