Тел асҡысы бирһен Хоҙай!20.05.2016
– Атай-әсәйем элек беҙҙе имтиханға: “Аллаһ Тәғәлә тел асҡысы бирһен”, – тип оҙата торғайны. Бының хикмәте ниҙә булды икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
И. САФИУЛЛИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”дәге беренсе аят-кәримә аша беҙгә “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип бойорола. Ошоға бәйле Исламда ғилем алыу иң юғары урында тора. “Белемде бишектән алып гүргә кергәнсә өйрәнегеҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ата-бабабыҙ борон-борондан балаларын уҡытырға тырышҡан. Бөгөн дә дәүләттәр ғилем ярҙамында алға бара, ә белемһеҙлек арҡаһында артта ҡала.
Әле мәғариф тармағында һынау осоро башланырға тора. Эйе, халҡыбыҙҙа шундай күркәм һыҙат бар: имтиханға “Аллаһ Тәғәлә тел асҡысы бирһен” тигән теләктә оҙатабыҙ. Был һүҙҙәрҙә шул ҡәҙәр ҙур хикмәт ята. Ни өсөн тигәндә, баштағы ғилемде тел аша аңлата белеү – ҙур оҫталыҡ. Шуға ла борон-борондан балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, телмәр байлығын арттырыуға ҙур иғтибар бүленгән.
“Телдәрегеҙҙең төрлө булыуы ла – Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Һәр кем, шул иҫәптән балаларыбыҙ, рухи ҡиммәтебеҙгә ҙур иғтибар бүлергә тейеш. Туған телдә мәҡәл-әйтем, эпостар, ҡобайырҙар, әкиәттәр, шиғырҙар, тапҡыр һүҙҙәр... Был – ифрат ҙур байлыҡ.
Бала кәмендә өс тел белергә тейеш, ошоға бәйле уның донъяға ҡарашы киңәйә, фекерләү ҡеүәһе арта, милләтенә, башҡа халыҡтарға ҡарата хөрмәте нығый. Ә был тотош йәмғиәттең именлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Әҙәм балаһы ғүмер буйы һынау алдында тора. Әле имтиханға әҙерләнгән йәштәребеҙгә Аллаһ Тәғәлә тел асҡысы бирһен тип теләйек, хөрмәтле йәмәғәт. Сығарылыш класс уҡыусыларына, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, ғилем туплауын артабан дауам итергә насип ҡылһын. Был һынау төрөнә туҡталып киткәндә, БДИ закон тарафынан ҡабул ителгән икән, мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, белем алыуын артабан дауам итәсәк егет-ҡыҙҙарыбыҙ милләтебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәген хәстәрләүгә, дәүләтебеҙҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә күп көс һалһын. Илебеҙ рухи яҡтан да, ғилми, әҙәби, иҡтисади, социаль йәһәттән дә алға барырға тейеш икән, бында төп бурыс йәштәргә йөкмәтелә.
Изге теләк – доға ул. Уның бәрәкәтендә йәшәйеш нурланыр, һынауҙар еңелерәк үтер, яҡты хыялдар тормошҡа ашыр. Имтиханда уңыш насип булыуын теләүҙән тыш, атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү, уларҙың фатихаһын алыу, сәфәргә йыйынғанға хәйерле юл теләү, хәл-әхүәл һорашыу, ярҙамлашыу, бер-береңдең күңелен күтәреү, ихлас йылмайыу – барыһы ла доға. Донъяны ошо изге ғәмәлдәр менән нурға күмеп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәммәбеҙгә лә, күркәм теләктәребеҙгә яуап алып, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.