Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-аттың баһаһы ниҙә?
Ир-аттың баһаһы ниҙә? Исламда ир-атҡа ҙур урын бирелгән. Ул – ғаиләһен ҡараусы, балаларына яҡшы өлгө күрһәтеүсе, халҡына, иленә, диненә тоғро хеҙмәт итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө бәғзе көслө зат вәкилдәре ошо сифаттарҙан ситкә киткәндәй. “Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр” тигәнерәк һүҙҙәр – быға аныҡ дәлил.

Ир кеше тәү сиратта һөнәр белергә тейеш. Был йәһәттән бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек. Батша улын күпмелер ваҡытҡа остаз­дың ҡарамағына тапшыра. “Уға барлыҡ ғилемде, һөнәрҙе өйрәтегеҙ”, – ти. Бер аҙҙан имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ бары­һына ла өйрәнде!” – тип ҡәнәғәтлек менән ҡаршы ала батшаны остаз. Һынауҙың тәүге өлөшөндә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙҙең тәрәнерәк еренә еткәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Уныһы бата башлай. Хеҙмәтселәр егетте кире тартып сығара. “Ә ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Әҙәм балаһы ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәһә, уны кем ҡотҡарыр?”
Ошоға бәйле хәҙисте лә йәнә иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Бер егет Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм янына ярҙам һорап килгән. “Ауырый­һыңмы, әллә эшләй ал­майһыңмы?” – тип ҡыҙыҡ­һынған Пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығы хаҡында әйткәс, балта һатып алып биргән дә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡушҡан. Егет бер аҙнанан йәнә килгән. Ҡулында – алтын аҡса, ти...
Хеҙмәт һөйгән ир-ат йәмғиәттә лә, ғаилә лә хөрмәт ҡаҙана. Ә инде үҙ бурыстарынан ситкә киткән­дәр баһаһын ғына төшөрә. Араларында хатта ки ялҡаулығын дин менән ҡапларға тырышҡандар ҙа осрай. Көнө-төнө ғибәҙәт ҡылып, эшләмәйенсә көн күрә улар. Был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ менән бул­ған бер ваҡиғаны бәйән итәйек. Барлыҡ ваҡытын мәсеттә үткәргән кешене күреп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм башҡаларҙан: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә. Уны кем ашата икән һуң?” – тип һорай. “Кәсепселек менән шөғөл­ләнгән туғаны ризыҡ­ландыра”, – тип яуап­лайҙар. “Тимәк, шул туға­нының тормошо хәйер­лерәк”, – тип һығымта яһай Пәйғәмбәребеҙ.
Ғөмүмән, мосолмандың биш намаҙҙан башҡа ваҡыты эш менән үтергә тейеш. Хеҙмәт ярҙамында ул ғаиләһен туйындыра, Ватанының именлеген хәстәрләй, иманын һаҡлай. “Дуғалы ерҙә доға бар” тигән һүҙҙәр буштан барлыҡҡа килмәгән.
Ир-ат шулай уҡ ата-әсәһенә, балаларына, ҡаты­нына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренән

* “Һәр беребеҙ – көтөүсе. Ир кеше үҙ көтөүе – ғаиләһе – өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә”.
* “Арағыҙҙа кем ҡатынына яҡшы мөнәсәбәттә, шул – иң яҡшыһы”.
* “Атай-әсәйегеҙгә ҙур ихтирам-хөрмәт күрһәтһәгеҙ, балаларығыҙ үҙегеҙгә шундай уҡ мөнәсәбәттә булыр”.
* “Үҙ тәрбиәһендә булғандар хаҡында хәстәрлек күрмәгән кеше гонаһ йыя”.
* “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, фекеренән дә һис кем зыян күрмәҫ”.
* “Аллаһтың рәхмәтен алғың киләме? Атай-әсәйең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524