Исламда ир-атҡа ҙур урын бирелгән. Ул – ғаиләһен ҡараусы, балаларына яҡшы өлгө күрһәтеүсе, халҡына, иленә, диненә тоғро хеҙмәт итеүсе, киләсәкте хәстәрләүсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө бәғзе көслө зат вәкилдәре ошо сифаттарҙан ситкә киткәндәй. “Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр” тигәнерәк һүҙҙәр – быға аныҡ дәлил. Ир кеше тәү сиратта һөнәр белергә тейеш. Был йәһәттән бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек. Батша улын күпмелер ваҡытҡа остаздың ҡарамағына тапшыра. “Уға барлыҡ ғилемде, һөнәрҙе өйрәтегеҙ”, – ти. Бер аҙҙан имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡәнәғәтлек менән ҡаршы ала батшаны остаз. Һынауҙың тәүге өлөшөндә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙҙең тәрәнерәк еренә еткәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Уныһы бата башлай. Хеҙмәтселәр егетте кире тартып сығара. “Ә ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Әҙәм балаһы ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәһә, уны кем ҡотҡарыр?”
Ошоға бәйле хәҙисте лә йәнә иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Бер егет Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм янына ярҙам һорап килгән. “Ауырыйһыңмы, әллә эшләй алмайһыңмы?” – тип ҡыҙыҡһынған Пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығы хаҡында әйткәс, балта һатып алып биргән дә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡушҡан. Егет бер аҙнанан йәнә килгән. Ҡулында – алтын аҡса, ти...
Хеҙмәт һөйгән ир-ат йәмғиәттә лә, ғаилә лә хөрмәт ҡаҙана. Ә инде үҙ бурыстарынан ситкә киткәндәр баһаһын ғына төшөрә. Араларында хатта ки ялҡаулығын дин менән ҡапларға тырышҡандар ҙа осрай. Көнө-төнө ғибәҙәт ҡылып, эшләмәйенсә көн күрә улар. Был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ менән булған бер ваҡиғаны бәйән итәйек. Барлыҡ ваҡытын мәсеттә үткәргән кешене күреп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм башҡаларҙан: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә. Уны кем ашата икән һуң?” – тип һорай. “Кәсепселек менән шөғөлләнгән туғаны ризыҡландыра”, – тип яуаплайҙар. “Тимәк, шул туғанының тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһай Пәйғәмбәребеҙ.
Ғөмүмән, мосолмандың биш намаҙҙан башҡа ваҡыты эш менән үтергә тейеш. Хеҙмәт ярҙамында ул ғаиләһен туйындыра, Ватанының именлеген хәстәрләй, иманын һаҡлай. “Дуғалы ерҙә доға бар” тигән һүҙҙәр буштан барлыҡҡа килмәгән.
Ир-ат шулай уҡ ата-әсәһенә, балаларына, ҡатынына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренән * “Һәр беребеҙ – көтөүсе. Ир кеше үҙ көтөүе – ғаиләһе – өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә”.
* “Арағыҙҙа кем ҡатынына яҡшы мөнәсәбәттә, шул – иң яҡшыһы”.
* “Атай-әсәйегеҙгә ҙур ихтирам-хөрмәт күрһәтһәгеҙ, балаларығыҙ үҙегеҙгә шундай уҡ мөнәсәбәттә булыр”.
* “Үҙ тәрбиәһендә булғандар хаҡында хәстәрлек күрмәгән кеше гонаһ йыя”.
* “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, фекеренән дә һис кем зыян күрмәҫ”.
* “Аллаһтың рәхмәтен алғың киләме? Атай-әсәйең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул!”