Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡарап уҡыу икеләтә сауаплы
– Ауылыбыҙҙа мулла булмау сәбәпле, миңә никах уҡыу, сабыйҙарға исем ҡушыу кеүек бурыстарҙы өйрәнеп, башҡарырға өндәйҙәр. Үҙемә 78 йәш, хәтерем насарая, шуға күрә аят-сүрәләрҙе ҡайһы саҡта яттан һөйләй алмайым, китаптан уҡып ишеттерәм. Был дөрөҫмө икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Марат МӘМБӘТОВ.

Хәйбулла районы.
– Бисмил­лә­һир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәх­мә­тул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Ҡөрьән Кәрим – һәр мо­солмандың тормошонда мөһим урын биләгән китап, кешенең ғүмер юлын баштан аҙағынаса яҡтыртып, иң затлы ғилем биреүсе яҙма ул. Китапҡа ҡарата беҙ оло ихтирам һәм иғтибар күрһәтергә тейешбеҙ.
Уның барлыҡ сүрәләрен яттан белгәндәр ҙә бар, әммә был эш төрлө сәбәптәр арҡаһында һәр кемдең дә хәленән килмәүе мөмкин. Был осраҡта Ҡөрьәнде ҡулда тотоп уҡыу хәйерле, һәм ул – икеләтә сауап алыу ғибәҙәте. Шулай уҡ әҙәм балаһы фекер йөрөт­кәндә бер төрлө, ә китаптан ҡарап бәйән иткәндә тулыраҡ мәғлүмәт бирә ала. Изге китабыбыҙҙы яй, тыныс тауыш менән, өндәрен дөрөҫ яңғыратып уҡыу талап ителә, сөнки беҙ бының менән бергә сүрәләрҙәге аяттарҙың мәғәнә­һенә төшөнөргә тырышырға, уйланырға тейеш. Ул ғына ла түгел, һәр ғилемде тормошта ҡулланыу зарур. Кеше фекер йөрөткәндә уның мейеһе туҡлыҡлы матдәләр менән тулылана, донъяға ҡарашы киңәйә, камиллаша, яңы үрҙәр асыла. Мосолмандың һәр көнө Ислам дине ҡанундарына ярашлы биш намаҙ­ҙы уҡыуҙан, яҡшы эштәр ҡылыуҙан, ғилем туплауҙан, ваҡытты файҙалы итеп үткәреүҙән һәм башҡа изге ниәтле ғибәҙәттәр ҡылыуҙан ғибәрәт булырға тейеш. Балаларҙы тәрбиәләү, һау-сәләмәт, тулы зиһенле итеп үҫтереү, донъя менән таныштырыу, яҡшы кәсеп­кә өйрәтеү – һәр кемебеҙҙең мөһим бурыстары.
Ҡөрьән Кәримде уҡыр алдынан тән таҙалығы, күңел сафлығы тураһында ла оноторға ярамай. Уны бөхтә, тыныс урында ишеттереү тағы ла күркәмерәк булыр. Шулай итеп, изге китабыбыҙҙы ҡарап, ҡулда тотоп уҡыуҙың да хикмәте бар, изге ниәт менән башҡарылған һәр никах та, сабыйға исем ҡушыу ҙа, ҡалған төрлө саралар ҙа имен, яғымлы мө­хиттә, татыулыҡта үтһен, иншаллаһ. Кескәй балаларҙы, йәш быуынды иһә дөрөҫ һөйләү, фекерләү ҡағиҙәләренә өйрәтеп, уларҙа тыуған илгә, рухҡа, әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡарата һөйөү тәр­биәләп үҫтерәйек, ҡәҙерле үә хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә