Ҡарап уҡыу икеләтә сауаплы17.04.2015
– Ауылыбыҙҙа мулла булмау сәбәпле, миңә никах уҡыу, сабыйҙарға исем ҡушыу кеүек бурыстарҙы өйрәнеп, башҡарырға өндәйҙәр. Үҙемә 78 йәш, хәтерем насарая, шуға күрә аят-сүрәләрҙе ҡайһы саҡта яттан һөйләй алмайым, китаптан уҡып ишеттерәм. Был дөрөҫмө икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Марат МӘМБӘТОВ.
Хәйбулла районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Ҡөрьән Кәрим – һәр мосолмандың тормошонда мөһим урын биләгән китап, кешенең ғүмер юлын баштан аҙағынаса яҡтыртып, иң затлы ғилем биреүсе яҙма ул. Китапҡа ҡарата беҙ оло ихтирам һәм иғтибар күрһәтергә тейешбеҙ.
Уның барлыҡ сүрәләрен яттан белгәндәр ҙә бар, әммә был эш төрлө сәбәптәр арҡаһында һәр кемдең дә хәленән килмәүе мөмкин. Был осраҡта Ҡөрьәнде ҡулда тотоп уҡыу хәйерле, һәм ул – икеләтә сауап алыу ғибәҙәте. Шулай уҡ әҙәм балаһы фекер йөрөткәндә бер төрлө, ә китаптан ҡарап бәйән иткәндә тулыраҡ мәғлүмәт бирә ала. Изге китабыбыҙҙы яй, тыныс тауыш менән, өндәрен дөрөҫ яңғыратып уҡыу талап ителә, сөнки беҙ бының менән бергә сүрәләрҙәге аяттарҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышырға, уйланырға тейеш. Ул ғына ла түгел, һәр ғилемде тормошта ҡулланыу зарур. Кеше фекер йөрөткәндә уның мейеһе туҡлыҡлы матдәләр менән тулылана, донъяға ҡарашы киңәйә, камиллаша, яңы үрҙәр асыла. Мосолмандың һәр көнө Ислам дине ҡанундарына ярашлы биш намаҙҙы уҡыуҙан, яҡшы эштәр ҡылыуҙан, ғилем туплауҙан, ваҡытты файҙалы итеп үткәреүҙән һәм башҡа изге ниәтле ғибәҙәттәр ҡылыуҙан ғибәрәт булырға тейеш. Балаларҙы тәрбиәләү, һау-сәләмәт, тулы зиһенле итеп үҫтереү, донъя менән таныштырыу, яҡшы кәсепкә өйрәтеү – һәр кемебеҙҙең мөһим бурыстары.
Ҡөрьән Кәримде уҡыр алдынан тән таҙалығы, күңел сафлығы тураһында ла оноторға ярамай. Уны бөхтә, тыныс урында ишеттереү тағы ла күркәмерәк булыр. Шулай итеп, изге китабыбыҙҙы ҡарап, ҡулда тотоп уҡыуҙың да хикмәте бар, изге ниәт менән башҡарылған һәр никах та, сабыйға исем ҡушыу ҙа, ҡалған төрлө саралар ҙа имен, яғымлы мөхиттә, татыулыҡта үтһен, иншаллаһ. Кескәй балаларҙы, йәш быуынды иһә дөрөҫ һөйләү, фекерләү ҡағиҙәләренә өйрәтеп, уларҙа тыуған илгә, рухҡа, әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтерәйек, ҡәҙерле үә хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.