Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашығыу һөҙөмтә бирмәҫ
Намаҙ уҡыу һәр мосолман өсөн – Аллаһ Тәғәлә тарафынан мотлаҡ ҡушылған ғәмәл. Ләкин бөгөн күптәр уны үтәмәй. Бында, әлбиттә, теләп тә, уҡый белмәү, шул уҡ ваҡытта динде аңлап етмәү сәбәптер. Шул арҡала Аллаһ Тәғәләгә ғүмерендә бер тапҡыр ҙа сәждә ҡылмайынса ба­ҡый­лыҡҡа күскәндәр бихисап. Мосолман донъяһында намаҙ ҡасан ныҡлы урын алыр икән? Был хаҡта ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


Нурия ЕЙӘНҒОЛОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.


Ашығыу һөҙөмтә бирмәҫ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, ба­ры­ғыҙҙы ла изге Ураҙала ихлас тәб­рикләйем. Рамаҙан шәриф айы­быҙ мө­бә­рәк булһын, Ал­лаһ Тәғәлә до­ға­ла­ры­быҙ­ҙы, күркәм ғә­мәлдәребеҙҙе ҡабул итһен, именлек, бәрә­кәт насип ҡылһын!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Исламдың биш терәккә таянғаны хаҡында әйткән. Бында бөйөк хикмәт бар. Ысынлап та, терәк берәү генә икән, ул тотанаҡһыҙ була, икәүгә лә ышаныс аҙ. Ә инде бишәүгә ныҡлы таянырға мөмкин. Быны хатта ки әҙәм балаһының ҡул-аяҡ бармаҡтары һаны ла иҫбатлап тора.
Пәйғәмбәребеҙ биш терәк хаҡында айырым бәйән иткән. Уларҙың беренсеһе – иман (Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген таныу), артабан намаҙ, ураҙа, хаж, зәҡәт килә. Үткән вәғәздәремдең береһендә әйтеп уҙғанымса, Раббыбыҙ бер сәхәбиҙе Йәмәнгә ебәргәндә: “Барғас, иң тәүҙә Аллаһтың берлегенә саҡыр”, – тигән. Ләкин ваҡытын ҡуймаған: бер аймы, икеме, йыл­мы, әллә унан да оҙағыраҡмы – билдәһеҙ. Иманды ҡабул ҡылһалар, намаҙға саҡы­рырға ҡушҡан. Артабан – башҡаларына. Тимәк, тормоштағы башҡа күренештәр кеүек үк, дингә саҡырғанда ла баҫҡыстар буйлап күтәрелергә әйҙәгән, тиҙлек, илке-һалҡылыҡ менән һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаҫын аңғартҡан.
Ошоға бәйле Нурия ҡәрҙәштең борсо­лоу­ына түбәндәгесә яуап бирер инем: ашыҡ­майыҡ, сабыр ғына алға барыуҙы дауам итәйек. Нисәмә быуын Исламдан, уның ғәмәлдәрен үтәүҙән мәхрүм булып үҫте, намаҙ уҡый белгәндәр иһә баш­ҡаларҙы өйрәтеүҙән ҡурҡты. Дини китап­тарҙы юҡҡа сығарыу осраҡтары булғаны ла мәғлүм. Шуның өсөн, “Ҡөрьән Кәрим” өйрәткәнсә, Аллаһ Тәғәлә юлына хикмәт һәм күркәм вәғәз менән саҡырырға те­йешбеҙ. Халҡы­быҙ Исламдың рухи ҡим­мәттәрен әкренләп өйрәнһә, күңелендә уға ҡарата хөрмәт, һөйөү тойғоһо уянһа, динебеҙҙең әҙәм бала­һына биргән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғ­мәтен аңлаһа, намаҙ уҡый башларға ла оҙаҡ ҡалмаҫ. Ә бының өсөн иң тәүҙә беҙ иман тәрбиәләргә тейешбеҙ. Изгелеккә, әҙәп-әхлаҡҡа, рухҡа табан әкренләп булһа ла юл алғанбыҙ икән, иншаллаһ, Раббыбыҙ бәрәкәтен бирер. Иманға килһәк, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә, ғөрөф-ғәҙәтебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә имен булыр.
“Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтө­гөҙҙө өҙмәгеҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Ошо һүҙҙәрҙе онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. Әле дингә табан тәүге аҙымдарын атлаған халҡыбыҙ бер заман ныҡлап иманға килер, Исламдың бәрәкәтендә, татыулыҡта, тыныслыҡта, изгелек-игелектә ғүмер итер. Һөҙөмтәлә күмәк намаҙҙар ҙа уҡылыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523