Намаҙ уҡыу һәр мосолман өсөн – Аллаһ Тәғәлә тарафынан мотлаҡ ҡушылған ғәмәл. Ләкин бөгөн күптәр уны үтәмәй. Бында, әлбиттә, теләп тә, уҡый белмәү, шул уҡ ваҡытта динде аңлап етмәү сәбәптер. Шул арҡала Аллаһ Тәғәләгә ғүмерендә бер тапҡыр ҙа сәждә ҡылмайынса баҡыйлыҡҡа күскәндәр бихисап. Мосолман донъяһында намаҙ ҡасан ныҡлы урын алыр икән? Был хаҡта ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Нурия ЕЙӘНҒОЛОВА.Баймаҡ ҡалаһы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, барығыҙҙы ла изге Ураҙала ихлас тәбрикләйем. Рамаҙан шәриф айыбыҙ мөбәрәк булһын, Аллаһ Тәғәлә доғаларыбыҙҙы, күркәм ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһен, именлек, бәрәкәт насип ҡылһын!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Исламдың биш терәккә таянғаны хаҡында әйткән. Бында бөйөк хикмәт бар. Ысынлап та, терәк берәү генә икән, ул тотанаҡһыҙ була, икәүгә лә ышаныс аҙ. Ә инде бишәүгә ныҡлы таянырға мөмкин. Быны хатта ки әҙәм балаһының ҡул-аяҡ бармаҡтары һаны ла иҫбатлап тора.
Пәйғәмбәребеҙ биш терәк хаҡында айырым бәйән иткән. Уларҙың беренсеһе – иман (Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген таныу), артабан намаҙ, ураҙа, хаж, зәҡәт килә. Үткән вәғәздәремдең береһендә әйтеп уҙғанымса, Раббыбыҙ бер сәхәбиҙе Йәмәнгә ебәргәндә: “Барғас, иң тәүҙә Аллаһтың берлегенә саҡыр”, – тигән. Ләкин ваҡытын ҡуймаған: бер аймы, икеме, йылмы, әллә унан да оҙағыраҡмы – билдәһеҙ. Иманды ҡабул ҡылһалар, намаҙға саҡырырға ҡушҡан. Артабан – башҡаларына. Тимәк, тормоштағы башҡа күренештәр кеүек үк, дингә саҡырғанда ла баҫҡыстар буйлап күтәрелергә әйҙәгән, тиҙлек, илке-һалҡылыҡ менән һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаҫын аңғартҡан.
Ошоға бәйле Нурия ҡәрҙәштең борсолоуына түбәндәгесә яуап бирер инем: ашыҡмайыҡ, сабыр ғына алға барыуҙы дауам итәйек. Нисәмә быуын Исламдан, уның ғәмәлдәрен үтәүҙән мәхрүм булып үҫте, намаҙ уҡый белгәндәр иһә башҡаларҙы өйрәтеүҙән ҡурҡты. Дини китаптарҙы юҡҡа сығарыу осраҡтары булғаны ла мәғлүм. Шуның өсөн, “Ҡөрьән Кәрим” өйрәткәнсә, Аллаһ Тәғәлә юлына хикмәт һәм күркәм вәғәз менән саҡырырға тейешбеҙ. Халҡыбыҙ Исламдың рухи ҡиммәттәрен әкренләп өйрәнһә, күңелендә уға ҡарата хөрмәт, һөйөү тойғоһо уянһа, динебеҙҙең әҙәм балаһына биргән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғмәтен аңлаһа, намаҙ уҡый башларға ла оҙаҡ ҡалмаҫ. Ә бының өсөн иң тәүҙә беҙ иман тәрбиәләргә тейешбеҙ. Изгелеккә, әҙәп-әхлаҡҡа, рухҡа табан әкренләп булһа ла юл алғанбыҙ икән, иншаллаһ, Раббыбыҙ бәрәкәтен бирер. Иманға килһәк, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә, ғөрөф-ғәҙәтебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә имен булыр.
“Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Ошо һүҙҙәрҙе онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әле дингә табан тәүге аҙымдарын атлаған халҡыбыҙ бер заман ныҡлап иманға килер, Исламдың бәрәкәтендә, татыулыҡта, тыныслыҡта, изгелек-игелектә ғүмер итер. Һөҙөмтәлә күмәк намаҙҙар ҙа уҡылыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.