Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зөлхизәнең өмөтө өҙөлмәһен ине
Зөлхизәнең өмөтө өҙөлмәһен ине
Арабыҙҙа ярҙамсыллығы, алсаҡлығы, тормошто ихлас яратыуы менән һәр кемдең һөйөүен, ихтирамын яулаған замандаштарыбыҙ бар. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ерҙе биҙәү, кешелек донъяһының нигеҙен тәшкил иткән мәңгелек изге төшөнсәләр өҙөлмәй һаҡланһын өсөн ебәргәндер. Тормоштоң төрлө ауыр саҡтарында яҡлау, йылы һүҙ эҙләп, ярҙам итеренә ышанып, тап шундай кешеләр янына ашығабыҙ бит.

Ошондай күркәм сифаттары менән һоҡландырып йәшәгәндәр араһында Ейәнсура ҡыҙы Зөлхизә Бәхтиева ла бар. Йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡып торған, эргә-тирәһендәгеләрҙең күңеленә изгелек, матурлыҡ өләшеп ғүмер иткән замандашыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле үҙе башҡаларҙың рухи һәм матди ярҙамына мохтаж.
Бәлә һис көтмәгәндә килде: былтыр йәй табиптар Зөлхизәнең һөт биҙендә яман шеш тапты. Артабан — операция, нур, химия терапиялары... Барыһын да хайран ҡалмалы ихтыяр көсө, киләсәккә ҙур ышаныс менән үткәрҙе Зөлхизә, йөҙөнә бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөк, хәүеф, ризаһыҙлыҡ тойғоларын сығарманы, һаман да йылмайып, балҡып йәшәне. Химия терапияһынан һуң сир тамам еңелер, тигәйне лә... Ныҡыш булды ауырыуы ла — күптән түгел яңы бер шеш табылды. Беҙҙең табиптар операция яһауҙан баш тарта, сит илдекеләр иһә ярҙам итергә әҙер, әммә бының өсөн, билдәле, бик күп аҡса кәрәк. Күптән түгел 37 йәшен тултырған, ике бала әсәһе Зөлхизәнең (улы Илшатҡа 15 йәш булһа, ҡыҙы Айсилә йәш ярымлыҡ ҡына) ауырыуын еңеп сығырына ышанысы ҙур. Кем нисек булдыра ала, шул ҡәҙәр ярҙам итһәксе уға, хөрмәтле замандаштар! Зөлхизәнең Рәсәй Һаҡлыҡ банкынан бирелгән электрон картаһының номеры — 4276-0600-1098-2166.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527