Арабыҙҙа ярҙамсыллығы, алсаҡлығы, тормошто ихлас яратыуы менән һәр кемдең һөйөүен, ихтирамын яулаған замандаштарыбыҙ бар. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ерҙе биҙәү, кешелек донъяһының нигеҙен тәшкил иткән мәңгелек изге төшөнсәләр өҙөлмәй һаҡланһын өсөн ебәргәндер. Тормоштоң төрлө ауыр саҡтарында яҡлау, йылы һүҙ эҙләп, ярҙам итеренә ышанып, тап шундай кешеләр янына ашығабыҙ бит.
Ошондай күркәм сифаттары менән һоҡландырып йәшәгәндәр араһында Ейәнсура ҡыҙы Зөлхизә Бәхтиева ла бар. Йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу балҡып торған, эргә-тирәһендәгеләрҙең күңеленә изгелек, матурлыҡ өләшеп ғүмер иткән замандашыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле үҙе башҡаларҙың рухи һәм матди ярҙамына мохтаж.
Бәлә һис көтмәгәндә килде: былтыр йәй табиптар Зөлхизәнең һөт биҙендә яман шеш тапты. Артабан — операция, нур, химия терапиялары... Барыһын да хайран ҡалмалы ихтыяр көсө, киләсәккә ҙур ышаныс менән үткәрҙе Зөлхизә, йөҙөнә бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөк, хәүеф, ризаһыҙлыҡ тойғоларын сығарманы, һаман да йылмайып, балҡып йәшәне. Химия терапияһынан һуң сир тамам еңелер, тигәйне лә... Ныҡыш булды ауырыуы ла — күптән түгел яңы бер шеш табылды. Беҙҙең табиптар операция яһауҙан баш тарта, сит илдекеләр иһә ярҙам итергә әҙер, әммә бының өсөн, билдәле, бик күп аҡса кәрәк. Күптән түгел 37 йәшен тултырған, ике бала әсәһе Зөлхизәнең (улы Илшатҡа 15 йәш булһа, ҡыҙы Айсилә йәш ярымлыҡ ҡына) ауырыуын еңеп сығырына ышанысы ҙур. Кем нисек булдыра ала, шул ҡәҙәр ярҙам итһәксе уға, хөрмәтле замандаштар! Зөлхизәнең Рәсәй Һаҡлыҡ банкынан бирелгән электрон картаһының номеры —
4276-0600-1098-2166.