Ҡорҙоң сираттағы ултырышы бөгөнгө ауыл хужалығы, ауылдар яҙмышы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының хәле, киләсәге тураһында һөйләшеүгә арналды. Проблеманы асып һалыуҙа, сетерекле мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләүҙә гәзиттең тоғро дуҫы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов менән иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың фермерҙар союзы рәйесе Зифҡәт Ислам улы СӘЙЕТҒӘЛИЕВ ҡатнашты.
— Һис йәшерен-батырыны юҡ, Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармаҡтарында хәлдәр әллә ни шәптән түгел. Төрлө юлдар эҙләнә, закондар, махсус программалар ҡабул ителә, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйекме, әлегә һиҙелерлек алға китеш юҡ. Ошоларҙан сығыу юлдарын һеҙ нимәлә күрәһегеҙ? Бәлки, уҙған өс-дүрт тиҫтә йылға күҙ ташлап, күптән һығымталар яһарға ваҡыттыр...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Яҡындағы тарихҡа ҡараһаҡ, уҙған быуаттың 80-се йылдарында СССР-ҙа аҙыҡ-түлек программаһы ҡабул ителгәйне. Был ватан агросәнәғәтен комплексҡа туплау мөмкинлеге бирҙе, тотош бер система барлыҡҡа килде. Ауыл хужалығы тын алып ҡалды, халыҡ, элекке менән сағыштырғанда, күпкә һәйбәтерәк йәшәй башланы. Механизатор, һауынсы, малсыларҙың эш хаҡы һиҙелерлек артты, алдынғыларҙы дәртләндереү саралары күрелде. Һуңынан иһә үҙгәртеп ҡороу башланды, колхоз-совхоздарҙы бөтөрөү юлынан кителде. Хәҙер уйлап ҡараһаң, Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығын ғына ҡарай төҫлө, ә агросәнәғәт комплексын түгел. Ауыл хужалығы тауарын етештерҙек, сәстек, урҙыҡ, йыйып алдыҡ, һауҙыҡ, шуның менән бөттө, тигән кеүек. Әйтәйек, министр Федоровтың "Россельмаш"ҡа барып әйләнгәне лә юҡ. Ғөмүмән, был өлкә тотош комплекс итеп ҡаралмай...
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ:
— 80-се йылдар тигәндән, ул саҡта мин колхоз рәйесе булып эшләй инем. Нимә ул 80-се йылдарҙағы Илеш районы колхозы хәҙерге көн күҙлегенән ҡарағанда? Гектарынан 30-32 центнер ашлыҡ, әлегенән дүрт тапҡырға артыҡ мал, һәр колхозға йыл һайын бушлай шифахана, ял йорттарына 30-ар путевка. Машина һатып алыу ауырыраҡ ине, әлбиттә, Илеш районына 40-45 автомобиль килә торғайны. Уны алдынғыларға бүлеп бирергә тырыштыҡ. Машина аҙыраҡ булды, сөнки автомобиль сығарыусы заводтар Рәсәйҙе, СССР-ҙы ғына түгел, барлыҡ социалистик илдәрҙе тәьмин итте.
80-се йылдарҙағы колхоз рәйесенең эш хаҡы ул ваҡытта 185 һум ине. Яҡшы тракторсы, комбайнсыларҙың йыллығын айға һалһаң, 300-350 һум килеп сыға торғайны. Ул заманда район етәксеһенең эш хаҡы ла 350 һумдан артманы. Әлшәй районын етәкләргә ҡуйғастары, мин шулай уҡ алдым. Ә бына алдынғы һаналған "Раевка" совхозы директорына 600-650 һум сыҡты. Тағы бер үҙенсәлек: ошо ваҡытта беҙ өйҙәр һалдыҡ, минең менән бергә тотош урам булып механизаторҙар, малсылар ҙа йорт туйланы. Минең өй уларҙыҡынан ҙур ҙа, бейек тә түгел ине. Колхоз рәйесе булараҡ, иркенерәк итеп һала алғанмындыр, ләкин намыҫ ҡушманы. Мине колхоз рәйесе итеп ҡуйғас, Илеш районының ул саҡтағы етәксеһе Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов ағай былай тип әйткәйне: "Бына председатель булып эшләй башлайһың, һиңә "сирләйем" йәки "туғаным ауырый" тип бал һорап керерҙәр. Бәлки, ошо ваҡытта балың булмаҫ. Һин уларҙы "бал булғас инерһең" тип бороп сығарма. Бына яҡшы он бар, кисә генә һуйған һыйыр ите, ҡарабойҙай ярмаһы бар, бәлки, һиңә улар кәрәктер, тип һора. Бер саҡта ла буш сығарма!" Бына ошондай ҡанундар, ошондай ҡараш ине 80-се йылғы ауыл хужалығында...
— Бөгөнгө һөйләшеүҙә төп мәсьәләләрҙең береһе — агросәнәғәт комплексы. Барлыҡ тармаҡты бәйләүсе ошо комплекс ныҡлы эшләй башлап, Хөкүмәт ил халҡын үҙебеҙ етештергән тауар менән тәьмин итә алырмы? Бигерәк тә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ныҡлап аяҡ баҫҡас...
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ:
— Агросәнәғәт комплексы беҙ уйлап тапҡан нәмә түгел, ул — донъя баҙары талабы. Заманында Ҡушма Штаттарҙың Гарвард университетында белем алғанда иҡтисадтың төрлө йүнәлеше менән ҡыҙыҡһындым, алдынғы ҡарашлы ғалимдарҙың хеҙмәте менән таныштым. Әгәр Америкала агросәнәғәт комплексы булмаһа, бөгөн унда крәҫтиән йәшәй алмаҫ ине. Бөтәһен дә дөйөмләштереп әйтә алмайым, шулай ҙа ауыл хужалығы үҙенән-үҙе генә йәшәгән, хөкүмәт тарафынан ярҙам тоймаған илде белмәйем. Ҡытайҙы ғына алып ҡарайыҡ. Ул — бик үҙенсәлекле дәүләт. Донъяла 6-6,5 мең йыллыҡ яҙма тарихлы башҡа ил юҡ. Шуға Ҡытайҙа ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙән бөтөнләй һалым түләтмәүҙәренә аптырарға түгел. Был беҙгә, беҙҙең илгә сигнал булырға тейеш ине, ләкин өлгөнө күрмәнек. Ҡытай үҙен, тағы ошо ҙурлыҡтағы башҡа илдәр халҡын тулыһынса туйҙыра. Германия һымаҡ.
Агросәнәғәт иң беренсе Европала, Америкала барлыҡҡа килә, ойоша. Үҙенән-үҙе тыуа: фермерҙар продукцияһын эшкәртеүселәргә һата, улары магазин, маркет селтәрҙәренә оҙата, сәнәғәт иһә крәҫтиән ихтыяжын ҡәнәғәтләнерлек техника етештерә. Шулай итеп, бар эш бер системаға һалына. Бөгөн иң теүәл, еренә еткерелгән агросәнәғәт — Ҡушма Штаттарҙа.
80-се йылдарҙа беҙҙә лә ул ныҡлап ойоша башлағайны. Бер генә миҫал килтерәм. Заманында ике йыл "Башҡортостан ҡошсолоҡ сәнәғәте" компанияһының генераль директоры булып эшләнем. Шул ваҡытта сит илдәге ҡошсолоҡ фабрикаларын күрә инем. СССР-ҙың 50 — 60-сы йылдарҙа төҙөлгән фабрикалары (мәҫәлән, Туймазылағы, Өфөләге) донъя кимәлендәге барлыҡ ҡошсолоҡ фабрикаларынан өҫтөн тора ине!
Ул ваҡытта Европала ла, Америкала ла беҙҙәге һымаҡ үҙйөрөшлө түгел, ә тағылма (прицепной) комбайндар файҙаланылды. Улар тәүҙә беҙҙеке кеүекте эшләй алманы. Илебеҙҙә ысын мәғәнәһендә агросәнәғәт комплексы ойоша башлағайны. Ауыл хужалығы машиналары эшләү буйынса яуаплы министр бар ине, ауыл хужалығы министры айырым булды, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте, әҙерләү, йәшелсә-емеш етештереү министрлыҡтары эшләне. Шуларҙың бөтәһенә лә Хөкүмәт рәйесенең агросәнәғәт буйынса урынбаҫары идара итте. Йәғни теүәл, бөтөн тармаҡты ла берләштергән идара итеү органы булдырылғайны...
— Ошоларҙың барыһын емереп, яңыһын төҙөйбөҙ тип иҫкеһен тарҡатып бөтөү кәрәк инеме?
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ:
— Ауыл ерендә өй һалған кешене ҡараһаң, яңыһына күсмәйенсә иҫке йортон һүтмәй бит, әй. Хатта, урыны тар булһа, иҫкеһен уртаға ҡалдыра ла, тирә-яҡлап ҙурыраҡ итеп нигеҙ ҡора, бураһын күтәреп, түбәһен ябып ҡуя. Быны эшләп бөтөргәс кенә иҫкеһен һүтеп ала.
Был ниндәйҙер хата ғына түгел, эшләп торған производствоны туҡтатыу — әйтә-аңлата алмаҫлыҡ хәл. Яңыһын эшләгәс, иҫкеһе үҙенән-үҙе туҡтар ине. Ә бөгөн ауылдарҙа социаль мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар, уларҙы тик силсәүиткә ҡалдырҙылар. Ҡулында аҡса булмағас, ул ни эшләй алһын? Бөгөн баҙар шарттарында йәшәйбеҙ: бир тип әйтеп булмай, өҫтәл һуғаһы юҡ. Урындағы хакимиәттәрҙә аҡса юҡ, тимәк, байтаҡ социаль мәсьәләләр хәл ителмәй ҡала.
Был Рәсәйҙең ҙур хатаһы булды. Халыҡтың йәшәгеһе, балаларын уҡытҡыһы килә. Ауылдарҙа эш юҡ. Мине бына статистика аптырата. Уға ышанһаң, эшһеҙлек ни бары 6-7 процент. Бәлки, шулайҙыр ҙа, ләкин йөҙләгән ауылды беләм — бер нәмә лә юҡ: эш тә, юл да, газ да... Моғайын, улар статистикаға инмәй торғандыр инде...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Яңылышмаһам, ошо бер нисә йыл эсендә генә лә Рәсәйҙә 80 меңгә яҡын ауыл бөткән. Был бит ҡот осҡос! Әгәр эш булһа, быға юл ҡуйылмаҫ ине. Етәкселәрҙән: "Ауылда ни эшләп эш булмаһын, мал тоторға мөмкин, ҡош-ҡорт аҫрарға..." — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был бигүк дөрөҫ түгел, минеңсә. Шәхси хужалыҡтар барыбер эш урынын алмаштыра алмай, кешенең тәғәйен даими килем сығанағы булырға тейеш.
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ:
— "Ауыл ерендә 25-30 сутый ере булған кеше — эшле", — тинеләр иң тәүҙә. Һуң был бит — шәхси хужалыҡ! Уның исеме лә урыҫса "подсобный", йәғни "ярҙамсы". Кем ул ярҙамсы хужалыҡ эйәһе? Механизатор, малсы, водитель, төҙөүсе... Айырым эш урыны булған кеше. Бына бөгөн ауылдар ҡайҙа төҙөк һаҡланған? Ҡайҙа нефткә бәйле кәсептәр күберәк — шунда. Был тармаҡ эшсәндәре аҡсалы булғанға өйөндә бер-ике һыйыры, биш-алты баш кәзә-һарығы аҫрала. Ысын мәғәнәһендә был ихата — ярҙамсы хужалыҡ. Йәғни эш хаҡына ошо хужалыҡтан килгән килем ҡушыла...
— Һис сер түгел, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны кәмей башланы...
— Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал кәмей. Шартлап кәмей. Ауылдарҙа булғанда: "Бынан 20 йыл элек күпме мал бар ине?" — тип һорайым. "Элек 120-шәр баш мал булған ике көтөү ине. Үткән йыл ошо көтөүҙәрҙән 90 ҡалғайны, быйыл — 35", — тинеләр бер ауылда. Сәбәптәре күп, әлбиттә. Ләкин төп сәбәп — колхоздарҙың тарҡалыуы. Заманында колхоз рәйесе булып эшләгәс, шуны ныҡлы әйтә алам: элек хеҙмәтсәндәр ашлыҡлы булды. Әйтәйек, яҡшы эшләгән ябай колхозсы бер-ике тоннанан саҡ ҡына аҙыраҡ алһа, комбайнсы, механизаторҙарҙыҡы биш-алты тонна ла булып китә торғайны. Йылына ҡарап. Ашлыҡ булғас, ҡош-ҡорт тоттолар, һыйыр, һарығын... Мал аҫрауҙа сикләү булһа ла, уңған кешегә мөмкинлектәр етерлек ине. Хәҙер иһә яңы хужалар килде. Халыҡҡа ашлыҡ биреү кәмене. Крәҫтиән шундай кеше ул: ҡоролоҡ булһа ла, булмаһа ла, бер аҙ ашлыҡ бирһәң, ҡураларында самалап мал тота. Хәҙер инде ауыл халҡы ҡартая бара, күптәренә бесән сабыу ауырлашты. Шуға ла ҡош-ҡортҡа күстеләр. Ләкин, ашлыҡ булмағас, уларҙы тотоуы ла ауыр.
Күҙаллауҙар, логика буйынса беҙҙең илдә ашлыҡ артырға тейеш ине, сөнки ерҙәрҙе халыҡҡа бүлеп бирҙек. Мәҫәлән, Башҡортостанда һәр кешенең 3,5-тән алып 18-гәсә гектар ере бар. Ләкин ашлыҡ юҡ. Нисек инде, һинең ерең бар, унда сәселә бит, үҫтерелә? Бына миҫал. Орел өлкәһендә 20 йыл буйы фермер булып швед кешеһе эшләй. Ул: "Миңә ер пайын биреп торған кешегә ете центнер ашлыҡ бирәм", — ти. Бына бит, швед бирә, ә беҙҙең Башҡортостан кешеһе бер ни ҙә бирмәй... Минең шәхси позициям шулай: кеше пайының һәр гектарына берәр центнер ашлыҡ алырға тейеш. Биш гектар икән — биш центнер. Бушҡа! Һалымын ҡуртымсы үҙе түләй...
— Беҙҙең ауылдарҙа иһә башҡаса ҡуртымға ала башланылар: тотош пайға бер-ике центнер ғына иген бирәләр. Хатта һаламы ла пай хужаһына алтын хаҡына төшә...
— Аҡрын ғына урындарҙа шундай идеология бара: йәнәһе, "һеҙгә ер ниңә кәрәк инде ул". Халыҡ та һуңғы ваҡытта, ерҙең бер файҙаһы юҡ, ниңә миңә ер тип, ҡул һелтәй башланы. Был нилектән киләме? Беҙҙең халыҡ үҙенән-үҙе ойошорға (самоорганизация) өйрәнмәгән. Элек булған ул, тик һуңғы йылдарҙа халыҡты былай өйрәттеләр: һеҙҙең өсөн партия, хөкүмәт уйлай, эшләгеҙ ҙә йоҡлағыҙ. Пайҙарҙы алғас, урындарҙа ойоштороусылар табылыр, халыҡ менән кәңәшләшеп, бергәләшеп эшләрҙәр тип уйлағайным. Беҙҙең Рәсәйҙә ошондай закон бар: хатта яңынан колхоз ойоштороп була. Кооперация ла төҙөргә мөмкин, колхоз да. Ҡыҫҡаһы, коллектив хужалыҡ. Халыҡты ойоштороуҙы власть үҙ ҡулына алырға тейеш ине. Улайһа, ер менән шөғөлләнгән бай Мәскәүҙә, Петербургта, сит илдә йәшәй, ә урындарҙа һаман ойоша алмайҙар. Бәлки, урындағылар уйлайҙыр инде халыҡ ерҙәренән ваз кисә лә өлөштәре беҙгә ҡала тип. Ҡалмай, сөнки уларҙан да ҙурыраҡ "балыҡтар" бар, ситтә быларҙан да көслөрәк "акулалар" етерлек. Урындағыларын улары бишәрләп "йота". Шулай булғас, халыҡты ойоштороп, ерҙе үҙҙәренә эшкәртергә кәрәк...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— 90-сы йылдарҙа ауыл кешеһен, крәҫтиәнде яҡларлыҡ, һәр хәлдә уның мәнфәғәтен хәстәрләрлек Аграр партия барлыҡҡа килгәйне. Дәүләт Думаһында фракциялары ла булды. Тик бөгөн был фирҡә тураһында ишетмәйбеҙ ҙә...
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ:
— Аграр партияны "Берҙәм Рәсәй"гә ҡуштылар. Сара Мәскәүҙә булды. Уның шаһитымын. Ҡушҡандан һуң Аграр партия етәксеһе рәйес урынбаҫары булып торҙо. Хәҙер инде был онотолдо. Бөтөнөһө йотолдо. Идея шулай ине — "Берҙәм Рәсәй" аграрсыларҙың эшен эшләргә тейеш булды, ә парламент тураһында һүҙ сыҡҡас, бүтәнсәрәк йүнәлештән китте. Проблема хәҙерге парламентта ауыл хужалығы вәкилдәре аҙ булыуҙа ғына түгел, мәҙәниәт өлкәһенән килеүселәр юҡлығында ла. Элек уның составында өс редакция мөхәррире, яҙыусылар, композиторҙар торҙо, йәғни парламент йәмғиәттең киң ҡатламын кәүҙәләндерҙе. Идеологияның алдан барыуы мөһим. Крәҫтиән тураһында крәҫтиән үҙе генә ҡайғыртырға тейеш түгел, был йәһәттән халыҡтың лидерҙары сығыш яһарға бурыслы.
Бөгөн халыҡ нисек тә булһа балаһын уҡытырға тырыша, тик 10 — 15 проценты ғына бюджет иҫәбенә белем алыуға өлгәшә. Ҡалғаны түләй. Әйтәйек, ғаиләгә балаһын уҡырға индереү, уҡытыу өсөн йылына кәмендә ике һыйыр һатырға кәрәк. Шулай уҡытып сығара ул ҡыҙын, улын биш йылда 10 һыйырын һатып. Бер ни ашамай, эсмәй, кейенмәй. Уҡып бөтөп, өс-дүрт ай йөрөгәс, ҡыҙы илап ҡайта: "Атай, мине эшкә алмайҙар". Бына бит ғиллә ҡайҙа!
— Зифҡәт Ислам улы, һеҙ, Башҡортостан фермерҙарын етәкләүсе булараҡ, ошо өлкәгә лә ҡағылып үтһәгеҙ ине. Фермерлыҡ хәрәкәтенең бөгөнгө хәле нисек, киләсәктә уларҙың ауылдарҙы, бигерәк тә бәләкәй ауылдарҙы күтәреүҙә өлөшө ҡайһылай булыр?
— Ҙур хужалыҡтар тураһында әйтеп киттек. Ә фермерҙарға килгәндә, улар уртаса 200 — 250-шәр гектар ер биләй. Кәмендә 20 гектар инде. 300 гектарлыһы, 500-лөһө лә бар. Бик ҙур фермерҙарҙың, 50 — 60-лап кешенең, биләмәләре ике мең гектар ярымдан алып өс меңгә тиклем. Шуны әйтергә кәрәк: 250 гектар ерҙә иген игеп, хужалыҡ итеп, килем ала торған система юҡ ул бөгөн. Асылда юҡ. Сит илдә был хәрәкәт күптән барлыҡҡа килгән. Америкала, мәҫәлән, фермерҙарға тәүҙә 67 гектар ер бушҡа бирелгән. Бөтәһе 6 миллион 500 мең гектар ер бүленгән. Бөгөн уларҙың 1 миллион 700 мең фермеры бар. Был һан кәмеүгә табан бара, уның ҡарауы, тармаҡтан китмәгәндәрҙең баҫыуҙары ҙурая.
Рәсәйҙә фермерҙарҙың киләсәге өмөтлө, һәр хәлдә 30 — 40 йылға перспектива бар тип иҫәпләйем.
— Хәҙер агрохолдинг кеүек ҙур компаниялар ерҙәрҙе күпләп ҡуртымға ала башланы. Улар алдында беҙҙең ҡеүәтле хужалыҡтар ҙа көсһөҙ һымаҡ. Ә бәләкәй генә ере булған фермер баҙар кәштәһендә тауарына урын табырмы?
— Фермерҙарҙың йыллыҡ үҫеше 20-22 процент тип иҫәпләнә. Бына уҙған йылды фермерҙарҙа һыйырҙар 18 процентҡа, һарыҡ — 20, бал етештереү 67 процентҡа артҡан.
Ҙур хужалыҡтар ауыл йүнселдәрен баҫып китер тип ҡурҡырға ярамай. Беҙҙең фермерҙарҙың үҙ урыны, үҙ өлөшө бар: ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, ҡымыҙ, йылҡы ите етештереү, һарыҡ аҫрау, йәшелсәселек — тармаҡтар етерлек. Башҡортостандыҡылар бөтә Рәсәй йәшелсәһенең 9-10 процентын үҫтереп һата. Бал етештереү 67 процентҡа артты, тинек. Тағы күбәйәсәк әле. Быларҙы оло хужалыҡтар эшләй алмай. Баҡса еләге етештереү киң таралып китте һуңғы ваҡытта. Шаранда миңә бер ир һөйләп торҙо: үткән йыл еләктән 300 мең һум килем алған. Ул элекке картуф баҡсаһын файҙалана икән. Октябрьский, Туймазы ҡалаларына илтеп һаттым, ти. Быны ҙур производство эшләй аламы? Юҡ. Бәләкәй предприятиеның үҙ өҫтөнлөгө бар.
Тағы бер нәмәгә иғтибар итегеҙ: фермер — бик ҡыҙыҡлы шәхес. Ул теләй икән — иген сәсә, теләмәй икән — сәсмәй, теләй икән, мал аҫрай, ҡуян тота. Ул үҙенә үҙе хужа. Был бик үҙенсәлекле психологик күренеш. Фермерлыҡҡа шундай талап ҡуйырға ярамай: йәнәһе, һин — фермер, һин — етештереүсе. Фермер ул, етештереүсенән дә бигерәк, лидер! Бәләкәй генә биләмәһендә булһа ла. Үҙенсә ята, үҙенсә тора, эшләй...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Үҫешкән шәхси хужалыҡ тағы ла нығынһа, фермерлыҡҡа күсеүсән. Фермерлыҡ менән ошондай хужалыҡтарҙың айырмаһы, сиге нимәлә сағылырға тейеш һуң? Теләгән һәр кем, фермер булмаһа ла, ҡаралтыһында әллә нисәмә баш һыйыр малы аҫрай ала. Ләкин береһе лә улай эшләмәй...
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ:
— Фермер асфальтта тыумай. Ул шәхси хужалыҡтарҙа эшләп тыуа. Әлбиттә, заводын ташлап, ҡала эшенән ваз кисеп, ауылда эш башлағандар бар. Улар "асфальт"та тыуған, ләкин тамырҙары барыбер ерҙән. Бөгөн шәхси хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшә икән, фермерҙарҙың да алмашы ҡыҫыла, сөнки һыйыры бөткән ихатала фермер үҫмәй. Беҙ бит шундай логика менән йәшәйбеҙ: һәр ауылда бер генә булһа ла фермер эшләргә тейеш. Ун, егерме лә булһын. Халыҡ үҙенең көсөн һынарға тейеш. Фермер шәхси хужалыҡтарҙан киң производство алып барыуы менән айырыла. Ә тәүгеһенең бындай мөмкинлектәре юҡ. Фермер килем ала, хужалығын киңәйтә, төрлө программаларҙа ҡатнаша. Беҙҙең маҡсат — фермерлыҡты киңәйтеү, кооперация булдырыу. Шәхси хужалыҡтарҙың мөмкинлектәре тар, сөнки закон буйынса ул 50 сутый ерҙә эшләргә тейеш, ике гектар ярымға тиклем киңәйә ала. Ҡалғанын булдыра алмай. Артығын теләһә, эшҡыуар булып теркәлергә тейеш. Унан китә һалымы, пенсия фондына түләүҙәр... Бына шулай. Ҡыҫҡаһы, фермерлыҡтың перспективаһы ҙур.
— Әлбиттә, ауыл хужалығы мәсьәләһе бик сетерекле, шуға ла ер, унда тир түккән крәҫтиән хеҙмәте — мәңгелек тема. Беҙ ҙә, әлеге һөйләшеү менән генә сикләнмәйенсә, әленән-әле уға әйләнеп ҡайтырбыҙ. Шуға уҡыусыларыбыҙға — баҡсаһында булһынмы, шәхси хужалығын алып барып, фермерлыҡ юлын һайларға ҡарар итһенме — үҙ көсөн һынарға, уйланырға ваҡыт биреп, бөгөнгө һөйләшеүҙе туҡтатып торайыҡ, киләһе сығарылыштарҙа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, фекер алышыуҙар булыр, тип ышандырайыҡ.