Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Моңдарымдың башы ауылымда
Моңдарымдың башы ауылымдаЭҙләп тапҡан бәхеткә ҡарағанда яулап алынғаны ҡәҙерле, тибеҙ. Түбәнге Үтәш ауылы егете Фларис Әбделғәлим улы ла ошо фекерҙе тулыһынса хуплай. Бөгөн уның бәләкәй булмаған донъяһы гөрләп тора икән, был – оло тырышлыҡ һөҙөмтәһе, уны тик үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Атаһынан ҡалған донъя ла түгел, өҙлөкһөҙ тартыусыһы ла юҡ уның. Балаҡатайҙа саҡта хужалыҡ етәксеһе Фларис ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Башта гәзит уҡыусыларҙы эшмәкәрлегең менән таныштырып үтһәңсе.
– Беренсенән, иҡтисадта ныҡлы урынды тотҡан малсылыҡ тармағына төптән егелгәнмен. 2004 йылда "Агротех" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп ебәргәйнем. Шөкөр, тиҙ арала аяҡҡа баҫып китә алдыҡ. Икенсенән, үҫемлекселеккә тотоноп оттом һәм уңыштарға өлгәштем. Ул – ауыл хужалығы предприятиеһы, "Победа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Әлбиттә, бөтәһе лә тауышһыҙ тәгәрәгән тәгәрмәс ише шыма ғына барманы, төрлө саҡ булды – икеләнеүҙәр ҙә, түбәнгә төшә барыуҙар ҙа. Әммә тик тәүәккәллек һәм ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһендә барыһын да еңеп сыҡтыҡ. Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тиҙәр. Шуның шикелле ике йүнәлешкә лә иғтибарҙы тигеҙ бүлергә тырышам, иң мөһиме – һайлаған һөнәремдән кинәнес Моңдарымдың башы ауылымдатабам.
– Был тиклем ҙур хужалыҡты яңғыҙ ғына алып барыу мөмкин түгел...
– Бәләкәйҙән ишеткән "күп ағас яланда ла һүнмәй, бер ағас усаҡта ла янмай" тигән мәҡәл иҫкә төштө. Ысынында япа-яңғыҙың күпте ҡыйрата алмауың көн кеүек асыҡ. Миндә совхоздың Атарша фермаһы, Түбәнге Үтәш һәм Үрге Үтәш ауылдары уңғандары эшләй.
– Бөтәһе нисә кеше?
– Утыҙҙан ашыу улар, унан да артып китә йәйге айҙарҙа. Ойошмала йоҡомһорап, бөгөн көн үтһә, иртәгәһен күҙ күрер, тип йөрөүселәр юҡ. Әйткәндәй, хәҙер халыҡтың ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Һәр кемдең ғаиләһендә икешәр-өсәр, хатта дүртәр бала тәрбиәләнгәс, бөтәһе лә бурысына яуаплы ҡарай. Тырыштарҙы, планды арттырып үтәүселәрҙе дәртләндереү сараһы күрелә. Моңдарымдың башы һиндә, ауылым, тигәндәй, ныҡлы ҡарашлы йәштәр тыуған төйәгендә төпләнә, бының өсөн, һүҙ ҙә юҡ, һөйөнәм. Бәхетте ситтән эҙләүселәр ҙә юҡ түгел.
Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү кампанияһы тамамланды, етерлек тупланыҡ. Ошо көндәрҙә ураҡҡа төшмәксебеҙ.
– Фларис Әбделғәлим улы, ураҡты башларға торабыҙ, тинең. Автопарк тураһында бер нисә һүҙ әйт әле.
– Һәммәһен дә һанап сығыу урынһыҙ. Һуңғы ике йылда алынғандары – "МТЗ-82" һәм "МТЗ-892" (икешәр), преслаусы-йыйыусы агрегат. Ҡул көсө, һис шикһеҙ, кәрәк, ләкин заманса техника алмау мөмкин түгел, бигерәк тә хәҙер. Техниканы яңыртҡан хәлдә генә ниәтте тулыһынса тормошҡа ашыраһың.
– Күптәр дәүләт ярҙамына өмөт тота. Был юҫыҡта һеҙҙә хәлдәр нисек, әллә үҙегеҙгә генә ышанаһығыҙмы?
– Яҙғы сәсеүгә дәүләттән субсидия юллағайныҡ, маҡсатҡа өлгәштек. Шулай уҡ һыйыр һәм аттарҙы ишәйтеү өсөн дә ярҙам булды, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ.
– Киләсәккә пландарығыҙ...
– Тоҡомсолоҡ хужалығы статусын алыу тәңгәлендә эштәр эҙмә-эҙлекле бара. Һыйыр малдарын да, аттарҙы ла арттырырға иҫәп тотабыҙ. Һарыҡтарҙы үрсетеү маҡсаты менән "500 ферма" программаһына инергә уйлайбыҙ.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште. Балаҡатай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә