Эҙләп тапҡан бәхеткә ҡарағанда яулап алынғаны ҡәҙерле, тибеҙ. Түбәнге Үтәш ауылы егете Фларис Әбделғәлим улы ла ошо фекерҙе тулыһынса хуплай. Бөгөн уның бәләкәй булмаған донъяһы гөрләп тора икән, был – оло тырышлыҡ һөҙөмтәһе, уны тик үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Атаһынан ҡалған донъя ла түгел, өҙлөкһөҙ тартыусыһы ла юҡ уның. Балаҡатайҙа саҡта хужалыҡ етәксеһе Фларис ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Башта гәзит уҡыусыларҙы эшмәкәрлегең менән таныштырып үтһәңсе.
– Беренсенән, иҡтисадта ныҡлы урынды тотҡан малсылыҡ тармағына төптән егелгәнмен. 2004 йылда "Агротех" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп ебәргәйнем. Шөкөр, тиҙ арала аяҡҡа баҫып китә алдыҡ. Икенсенән, үҫемлекселеккә тотоноп оттом һәм уңыштарға өлгәштем. Ул – ауыл хужалығы предприятиеһы, "Победа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Әлбиттә, бөтәһе лә тауышһыҙ тәгәрәгән тәгәрмәс ише шыма ғына барманы, төрлө саҡ булды – икеләнеүҙәр ҙә, түбәнгә төшә барыуҙар ҙа. Әммә тик тәүәккәллек һәм ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһендә барыһын да еңеп сыҡтыҡ. Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тиҙәр. Шуның шикелле ике йүнәлешкә лә иғтибарҙы тигеҙ бүлергә тырышам, иң мөһиме – һайлаған һөнәремдән кинәнес
табам.
– Был тиклем ҙур хужалыҡты яңғыҙ ғына алып барыу мөмкин түгел...
– Бәләкәйҙән ишеткән "күп ағас яланда ла һүнмәй, бер ағас усаҡта ла янмай" тигән мәҡәл иҫкә төштө. Ысынында япа-яңғыҙың күпте ҡыйрата алмауың көн кеүек асыҡ. Миндә совхоздың Атарша фермаһы, Түбәнге Үтәш һәм Үрге Үтәш ауылдары уңғандары эшләй.
– Бөтәһе нисә кеше?
– Утыҙҙан ашыу улар, унан да артып китә йәйге айҙарҙа. Ойошмала йоҡомһорап, бөгөн көн үтһә, иртәгәһен күҙ күрер, тип йөрөүселәр юҡ. Әйткәндәй, хәҙер халыҡтың ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Һәр кемдең ғаиләһендә икешәр-өсәр, хатта дүртәр бала тәрбиәләнгәс, бөтәһе лә бурысына яуаплы ҡарай. Тырыштарҙы, планды арттырып үтәүселәрҙе дәртләндереү сараһы күрелә. Моңдарымдың башы һиндә, ауылым, тигәндәй, ныҡлы ҡарашлы йәштәр тыуған төйәгендә төпләнә, бының өсөн, һүҙ ҙә юҡ, һөйөнәм. Бәхетте ситтән эҙләүселәр ҙә юҡ түгел.
Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү кампанияһы тамамланды, етерлек тупланыҡ. Ошо көндәрҙә ураҡҡа төшмәксебеҙ.
– Фларис Әбделғәлим улы, ураҡты башларға торабыҙ, тинең. Автопарк тураһында бер нисә һүҙ әйт әле.
– Һәммәһен дә һанап сығыу урынһыҙ. Һуңғы ике йылда алынғандары – "МТЗ-82" һәм "МТЗ-892" (икешәр), преслаусы-йыйыусы агрегат. Ҡул көсө, һис шикһеҙ, кәрәк, ләкин заманса техника алмау мөмкин түгел, бигерәк тә хәҙер. Техниканы яңыртҡан хәлдә генә ниәтте тулыһынса тормошҡа ашыраһың.
– Күптәр дәүләт ярҙамына өмөт тота. Был юҫыҡта һеҙҙә хәлдәр нисек, әллә үҙегеҙгә генә ышанаһығыҙмы?
– Яҙғы сәсеүгә дәүләттән субсидия юллағайныҡ, маҡсатҡа өлгәштек. Шулай уҡ һыйыр һәм аттарҙы ишәйтеү өсөн дә ярҙам булды, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ.
– Киләсәккә пландарығыҙ...
– Тоҡомсолоҡ хужалығы статусын алыу тәңгәлендә эштәр эҙмә-эҙлекле бара. Һыйыр малдарын да, аттарҙы ла арттырырға иҫәп тотабыҙ. Һарыҡтарҙы үрсетеү маҡсаты менән "500 ферма" программаһына инергә уйлайбыҙ.