Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡтан айырмаһын...
Аҡтан айырмаһын...– Йәй мул һауымға ирешер өсөн малды тәүлек әйләнәһенә йәшел сиҙәмдә көтөргә кәрәк, шул саҡта ғына ҙур күләмдә һөт алырға мөмкин, – ти Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы тоҡомсолок заводы директоры Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Камалов. – Йәйләүҙә арзан продукцияны мул һәм юғары сифатлы итеп етештереүгә өлгәшкәндә, уның үҙҡиммәте төшөр, хужалыҡтың да иҡтисадын нығытыу мөмкинлеге булыр.

Кооператив төбәктә алдынғыларҙан һанала. Унда бөтәһе 1100 баш мал аҫрала, мул һөт сығанағы иһә – ҡара-сыбар тоҡомло 350 баш һыйыр. Етештерелгән 5 тонна һөт көнөндә үк “Аллат” комбинатына оҙатыла. Әле һәр һыйырҙан уртаса 16 килограмм һөт һауып алалар, был – район буйынса яҡшы күрһәткес. Йәйен-көҙөн ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә мал аҙығы запасы әҙерләнә, дүрт меңгә яҡын гектар һөрөнтө ере булғас, махсус культуралар үҫтерергә лә мөмкинлек бар.
Матди-техник база яңыртылып тора: кредитҡа булһа ла, һуңғы биш йылда 35 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алғандар. “Тик эшләргә кешеһе генә юҡ”, тип хафалана хужалыҡ етәкселеге. Бөгөн бында дүрт ауылдан 106 кеше мәшғүл, ҡыҙыу осорҙа улар тағы арта, әммә етәкселәрҙе яҙмышын малсылыҡҡа, үҫемлекселеккә арнарға теләүсе йәштәрҙең булмауы бер аҙ борсой. Урта махсус, юғары белемлеләр ауыл ерен һанға һуҡмай, ҡалаға китергә ашҡына. Себер тарафтарын үҙ итеүселәр ҙә етерлек. Ә ауылда уңайлы шарттар бар кеүек: газ үткән, асфальт юлдан йөрөйҙәр, мәктәп, клуб, китапхана, Аҡтан айырмаһын...магазиндар эшләй. Тик барыбер йәштәр колхозсы булырға теләмәй. Урта мәктәптә лә бөгөн ни бары 64 бала белем ала – эшкә яраҡлылар ауылдан “сығып ҡасҡас”, уҡыусылар һаны кәмегән. “Мәктәп ябылһа, ауыл һүнеп ҡалырмы икән?” – тип борсола халыҡ та, етәкселәр ҙә.
Әлбиттә, хужалыҡ идарасылары бошоноп ултырырға яратмай, эшмәкәрлеген бына тигән итеп алып бара. Малдың йәйләүҙә булыуынан файҙаланып, һөтсөлөк фермаларын йүнәтәләр, ул-был ваҡ эштәрҙе йәй тамамларға иҫәп тоталар. Хужалыҡҡа һыуытҡыстар, һөт үткәргестәр һатып алыуҙы дауам итәләр, уларҙы урынлаштыраһы ла бар. Йәйләүҙә бөгөн малсыларға эшләр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған: иркен ялан кәртә, быҙауҙарға ла махсус урын бар. Һауынсылар, көтөүселәр, эштән арып ҡайтҡас, ял итеү бүлмәһендә рәхәтләнеп көс йыя. Ашатыу, эшкә илтеү һәм алып ҡайтыу ҡаралған. Тағы ла район хакимиәте ярҙамы менән һәр малсыға махсус эш кейеме тегелгән, икешәр пар аяҡ кейеме лә бирелгән. Һауынсы ҡыҙҙар эштән һуң баҡса үҫтерергә лә өлгөрә. Йәйләүҙә үк еләк, ҡарағат, сейә, алма үҫтереп, кишер, ҡыяр, помидор, кәбеҫтә тәрбиәләп, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, төрлө салаттар әҙерләйҙәр.
– Малсыларҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәтбеҙ. Уларһыҙ бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡбыҙ, шуға ла иғтибарҙан, ихтирамдан айырмайбыҙ, – ти ферма мөдире Рәйес Ғәлимйәнов. – Шөкөр, фермала тәртип ныҡлы, эскелеккә юл ҡуйылмай. Ә тәртип булған ерҙә юғары һөҙөмтә лә бар.
Эйе, малсыларға үкенерлек түгел: эш хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси хужалығында мал тотоусыларға бесәне-һаламы ихатаға тиклем илтеп бирелә. Халыҡтың пай ерҙәре лә буш ятмай, хужалыҡ уның ҡуртым хаҡын ашлыҡ йә аҡса менән түләй.
Әле малсылар үлән мул осорҙа күберәк сифатлы һөт етештереп, йәмғиәт ҡаҙнаһын ярайһы ғына байытмаҡсы. Ә алдынғы һауынсылар Хәлиҙә Хәжипова, Зөлхизә Вәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сирена Әхмәҙуллина барҙа хужалыҡ даны йыраҡтарға таралыр. Көтөүселәр Ғәлимйән Закирйәнов менән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ҡәүи Шайморатов та бөгөн йәштәрҙе ауылға ҡайтырға өндәй.


Автор: Самат ҒӘЛИН Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә