Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Гөбөргәйел ҡуян түгел, йәки Ватан иҡтисадының ҡайһы бер күренештәре хаҡында
Иҡтисади көрсөк күренештәрен бөтөрөү киҫкен проблемаға әйләнгән мәлдә яҡташыбыҙ, Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институты профессоры Хәлил Барлыбаев менән әңгәмәнең "Башҡортостан" гәзитендә донъя күреүе, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ һәм мәртәбәле күренеш. Иҡтисад фәндәре докторы ватан сәнәғәтенең бындай хәлгә тарыуының төптә ятҡан сәбәптәрен атау менән генә сикләнмәй, хәлде төҙәтеү өсөн яңы иҡтисад зарурлығына туҡталып, был процеста йәмәғәтселектең роле лә икенсел түгеллегенә баҫым яһай.
Айыҡ фекер йөрөтөүсе белгестәр раҫлауынса, Рәсәй иҡтисадын, баҙар иҡтисады дәүер традицияларына таянған һәм шуның ерлеген йоғонтоло файҙаланып үҫтергән Көнбайыш Европа өлгөһө менән сағыштырыу, ул ҡулланған рецептар буйынса дауаларға тырышыу – төптө хата ҡараш. Образлы әйткәндә, был етеҙ аяҡлы ҡуян менән шыуышып тигәндәй йөрөүсе гөбөргәйелде ярышҡа сығарыуға тиң. Ләкин ватан иҡтисадының артта ҡалғанлығын «совет осоронан уҡ иҡтисадҡа дөрөҫ етәкселек итмәү» менән бәйләп, профессор ашығыслыҡ күрһәтә кеүек. Совет осоро иҡтисады – донъя тарихында бығаса күрелмәгән социаль өлгө, уға юҡҡа ғына «административ-бойороҡ иҡтисады» (командная экономика) исеме йәбештерелмәгән.
Завод-фабрикаларҙы – эшселәрҙеке тип иғлан иткән бюрократик аппарат, сәнәғәтте элекке хужаларынан тартып алғас, ғәмәлдә дәүләт машинаһына буйһондора. Бында, әлбиттә, «халыҡ милке» тигән төшөнсә шартлы, сөнки идара тулыһынса партия органдары йөҙөндәге башҡарма власть ҡулында булып, уға хатта хеҙмәт коллективтары ла йоғонто яһай алмаған. «Дөрөҫ етәкселек итмәү»ҙе был контекста, моғайын, совет осороноң өр-яңы иҡтисади сәйәсәте менән аңлатырға кәрәктер. Ә сәйәсәт һәр саҡ ҡайһылыр даирә мәнфәғәтен алға һөрә һәм «дөрөҫ-дөрөҫ түгел» кеүек принципиаль ҡараш менән иҫәпләшмәй. Мәрхүм Егор Гайдарҙың «дәүләт – һөҙөмтәһеҙ менеджер» тигән «данлыҡлы» тезисы ла, минеңсә, ошонан сығып әйтелгән.
Совет осоро иҡтисадының заманы өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә йоғонтоло булыуын, ил сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүен батша Рәсәйендә тармаҡтың артта ҡалғанлығы, нигеҙҙә, Көнбайыш капиталы ярҙамында үҫешеүе менән дә аңлатырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, яҡшымы ул йәки яманмы, йәмәғәтселек аңына ныҡлы һеңеп, йәшәйеш ҡағиҙәләренең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп, йәмғиәт уға күнегеп бөткәйне. Ошондай иҡтисадты, әлбиттә, капиталдың ирекле үҫешенә яраҡлашҡан Көнбайыш өлгөһөндәге күренеш менән сағыштырыу, ысынлап та, гөбөргәйелгә ҡуян аяҡтарын беркетеп, етеҙ йүгереүсе хайуанға әйләндерергә маташыуҙы хәтерләтә. Был, әлбиттә, мөмкин булмаған хәл. Логика фәнен яҡшы үҙләштергәндәр өсөн бында ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "баҙар барыһын да көйләр" (ә Көнбайышта ул тап шулай) тигән ышаныс Рәсәй ерлегендә һабын ҡыуығы кеүек шартланы. Ошо хәл үҙе үк 90-сы йылдарҙағы дәүләт милкен хосусилаштырыу кампанияһы башында тороусыларҙың һай фекер йөрөтөүе, ғәмәлдә иһә йәмәғәтселек мәнфәғәтен аяҡ аҫтына һалып тапауы тураһында һөйләй.
Хәлил Әбүбәкер улының «ил етәкселеге иҡтисадҡа дөрөҫ идара итә белмәне» тигән фекерен дә асыҡлабыраҡ китәйек. Был ысынлап та уның фекереме? Совет ҡанундары буйынса фекер йөрөтһәк, ғәмәлдә хәҙерге иҡтисади процесты ла властар яғынан ниндәйҙер дәрәжәлә идара кеүек ҡабул итергә мөмкин, ләкин капиталистик йәмғиәттә башҡа төрлө ҡанундар эшләй. Унда закон сығарыу органы – парламент — тотош иҡтисад секторы өсөн мөһим уйын ҡағиҙәләрен ҡабул итә һәм теге йәки был закон боҙолмаһа (баҙар иҡтисады илдәрендә хосуси милек — тейелгеһеҙ), иҡтисади процестарға ҡыҫылмай. Быны икенсе төрлө «ирекле иҡтисад» тип тә атайҙар. Ләкин закон боҙолоуға юл ҡуйылып, суд тәртибендә теге йәки был яҡтың ғәйебе раҫланһа, язанан ҡотолоу мөмкин түгел. Хәйер, бындай ҡағиҙәләрҙең Ватан ерлегендә эш итмәүе баҙар иҡтисадына күскәндән һуң егерме йыл уҙғас та күҙәтелмәй. Ошондайыраҡ баһаны редакцияның Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) ҡағылышлы һорауына яуапҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин. Рәсәй иҡтисады менән ВТО-ға ағза булып инеү ул, образлы әйткәндә, эскесенең айыҡтар йәмғиәтендә ағза булып торорға маташыуын хәтерләтә. Әммә бында бер фекерҙе айырым әйтеп үтеү мотлаҡ: ВТО ағзаһы булыу – сәйәсәт һәм ҡайһы бер йоғонтоло даирәләр өсөн ифрат уңайлы. Фекерҙе ҡеүәтләп, профессорҙың, «халыҡтың түләү мөмкинлеген арттырыу, төрлө сәнәғәт тармаҡтарын, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү» кеүек фекерҙәрен атау ҙа етә, сөнки был йүнәлештәрҙә бер ниндәй эш атҡарылманы.
«Аҡса хакимлыҡ иткән йәмғиәттең киләсәге юҡ», — ти ғалим-иҡтисадсы. Әхлаҡи күҙлектән сығып ҡарағанда, тап шулай, ләкин аҡса капиталистик йәмғиәттең йәшәү рәүеше, образлы әйткәндә, иҡтисадтың ҡаны булып та иҫәпләнә бит. Формулаһы ла бар: аҡса-тауар-аҡса. Дөрөҫ, дини тәғлимәт тә байлыҡ туплауға ынтылыуҙы хупламай. Ошо йәһәттән киң билдәле шәхес, мәрхүм Уинстон Черчиллдең, демократия – камил институт түгел, ләкин кешелек унан да яҡшырағын уйлап сығармаған, тигән фекерен килтерергә мөмкин. Рәсәйҙәге ише, аҡса кешене боҙмаһын өсөн, Көнбайышта киң ҡулланылған фәҡирлеккә ҡаршы көслө социаль сәйәсәтте лә (дөрөҫ, ул беҙҙәге ҡайһы бер даирәләрҙә тәнҡитләнә) атап үтергә мөмкин. Рәсәй олигархтарына ҡарата уҙған быуат урыҫ философы Н. Бердяевтың атаҡлы асышын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп үтеү урынлы. Ҡомһоҙлоҡ (шкурничество), тигән философ, Рәсәйҙә коммунизмдан, урыҫ халҡының коммунизмға ышанысы юҡҡа сыҡҡандан һуң да тыуыуы ихтимал. Рәсәй финанс-капитал олигархатының хәҙерге тәртибенә бик дөрөҫ характеристика түгелме ни был?
Х. Барлыбаев күҙаллаған әхлаҡҡа ҡоролған йәмғиәт, үкенескә ҡаршы, был цивилизация өсөн түгеллеген, ваҡытты йәлләмәгәндә, дәлилле факттар менән раҫларға мөмкин, әммә был — айырым һөйләшеү темаһы. Ә бына әңгәмәлә телгә алынған «дәүләттән көтөп ятыу» мәсьәләһенең профессор яғынан ҡуйылышы менән килешеү ауыр. «Беҙҙең ата-бабалар, – ти ул, – теләнселәп, һоранып йөрөмәгән, беҙгә ҡарағанда күпкә йүнсел, сос һәм әүҙем булған…» Бәлки. Ләкин ниндәй генә фекер-билдәләмә булмаһын, ул билдәле тарихи ерлек-контекста ҡаралыуы менән ҡиммәт. Ата-бабаларыбыҙ бөтөнләй икенсе заманда, үҙҙәренә саҡлы йәшәгән ҡәүемдәр ҡалдырған донъя-малды бағып көн иткән. Мәскәү дәүләтенә ҡушылғанға саҡлы башҡорт бер ҡасан да фәҡир булмаған, быны асыҡлау өсөн тарихи әҙәбиәткә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Бер-икеһен атап үтәм: Әкрәм Бейеш. “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше”; Р. Г. Буканова, Ф. М. Фешкин. “Башкиры”.
Йүнселлекте, сослоҡто, әүҙемлекте уҙған быуаттың 30-сы йылдарында тамам ҡоротоп ҡуйғандар, уның ни рәүешле үтеүе лә өр-яңы тарихтан яҡшы билдәле. Бөгөнгө йәмәғәтселек аңын, образлы әйткәндә, зоопаркта ғүмер кисергән йыртҡыс йәнлектеке менән сағыштырырға мөмкин. Иреккә сығыу менән ул, астан аяҡ һуҙмаҫ өсөн, йә кешегә йәки башҡа йәнлеккә ташлана, сөнки ул ҡулдан ашарға күнеккән, үҙенең ата-бабалары кеүек һунар итеү һәләтен юғалтҡан. Колхозда йәки совхозда эшләп йәшәүгә күнеккән быуындың ғәйебе түгел, ә бәләһе был, һәм унан ҡотолоу өсөн йылдар, дәүләт яғынан отошло сәйәсәт емешен татып үҫкән яңы быуындарҙың үҫеп нығыныуы кәрәк.
Әлбиттә, әңгәмәлә күтәрелгән проблемалар былар менән генә сикләнмәй, һәм уларҙың хәл ителеше лә йәмәғәтселектең әүҙемлегенә бәйле. Ошо йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысында ижтимағи хәрәкәткә әүерелгән «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты – Рәсәй өсөн» ойошмаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашыу йәмәғәтселеккә үҙ фекерен властарға еткереү өсөн мөмкинлек бирә. Әлбиттә, хуплайбыҙ, тигән юҫыҡта түгел, ә ошо трибуна аша халыҡ ихтыярын еткереү маҡсатында.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 0

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә