Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үлән мул, кәйеф шәп
Үлән мул, кәйеф шәп– Шөкөр, һалҡын ҡышты имен-аман үткәрҙек. Әле малдар йәйләүҙә, – ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Азат Әхәтов. – Йәйләү йәйләү инде, һөт күҙгә күренеп арта, йәшел үләндең файҙаһы ҙур шул. Район әле Илеш, Дүртөйлө һөт комбинатына тәүлегенә 28 тонна аҡ оҙата, насар сифатлыһын түгел, ә шифалыһын.

Хәҙер фермаларҙа ғына түгел, хатта йәйләүҙә лә ҡул көсө ҡулланылмай. Ҡасандыр унға яҡын һауынсы, биш көтөүсе булһа, әле килеп ни бары алты кеше генә хужалыҡ малын тәрбиәләй. Һыу ташырға кәрәкмәй, биҙрә тулы һөттө көйәнтәләйһе юҡ. Һыуытҡыстар урынлаштырылғас, заманса ҡоролмалар ҙа булғас, ризыҡ әсей тип бошонорға түгел. Етмәһә, һауынсылар, көтөүселәр таҙа кейенеп, эш урынына йәмғиәт машинаһында бара.
"Колос" ауыл хужалығы (рәйесе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәүләүи Ғилем улы Хузин) һөт, ит етештереү буйынса төбәктә алдынғылар иҫәбендә. Әҙәк, Яңы Мостафа йәйләүҙәрендә малдар тәбиғәттең матур ҡосағында аҫрала, иркен ялан кәртәләр булдырылған, һыу мәсьәләһе лә хәл ителгән.
– Тынсыу бинанан һуң һәүкәштәр ҙә тәбиғәттә үҙҙәрен иркен тота, үләндең шифаһын тойғас, һөт тә мул, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты мөдир Игорь Үлән мул, кәйеф шәпЗәйҙуллин.
Хужалыҡ тәүлегенә өс тоннанан ашыу һөт һауып ала. Уны Дүртөйлө комбинатынан үҙҙәре үк килеп алалар. Ә был юғары күрһәткес әлегә.
– Әлбиттә, хеҙмәт кешеһенә уңайлы шарттар булдырабыҙ, эш хаҡын ваҡытында бирергә тырышабыҙ. Әммә барыбер йәштәр килмәй, – ти хужалыҡ рәйесе Мәүләүи Хузин. – Бөгөн тоҡомло мал да, ҡеүәтле техника ла байлыҡ түгел, ә бына хеҙмәт кешеһе — үҙе оло байлыҡ.
Хужалыҡ рәйесе ҡулайлаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙең ябылыуы, эшкә яраҡлы күп кенә ғаиләләрҙең ауылды ташлап китеүе хаҡында әсенеп һөйләне. Етәкселек күрше Мишкә районынан булһа ла эшһеҙҙәр менән килешеп, хужалыҡҡа саҡырған.
Алдынғы һауынсылар Валентина Ситдыҡова, Инзира Әхрәрова менән Гөлсәсәк Ғәлимйәновалар эшкә ҡайтырға теләүселәргә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. "Малсыларға ла алмашҡа килеүселәр булһа ине", – ти көтөүселәр Рәмис Заһиров менән Ришат Баһауетдинов.


Автор: Самат ҒӘЛИН Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә