– Шөкөр, һалҡын ҡышты имен-аман үткәрҙек. Әле малдар йәйләүҙә, – ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Азат Әхәтов. – Йәйләү йәйләү инде, һөт күҙгә күренеп арта, йәшел үләндең файҙаһы ҙур шул. Район әле Илеш, Дүртөйлө һөт комбинатына тәүлегенә 28 тонна аҡ оҙата, насар сифатлыһын түгел, ә шифалыһын.
Хәҙер фермаларҙа ғына түгел, хатта йәйләүҙә лә ҡул көсө ҡулланылмай. Ҡасандыр унға яҡын һауынсы, биш көтөүсе булһа, әле килеп ни бары алты кеше генә хужалыҡ малын тәрбиәләй. Һыу ташырға кәрәкмәй, биҙрә тулы һөттө көйәнтәләйһе юҡ. Һыуытҡыстар урынлаштырылғас, заманса ҡоролмалар ҙа булғас, ризыҡ әсей тип бошонорға түгел. Етмәһә, һауынсылар, көтөүселәр таҙа кейенеп, эш урынына йәмғиәт машинаһында бара.
"Колос" ауыл хужалығы (рәйесе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәүләүи Ғилем улы Хузин) һөт, ит етештереү буйынса төбәктә алдынғылар иҫәбендә. Әҙәк, Яңы Мостафа йәйләүҙәрендә малдар тәбиғәттең матур ҡосағында аҫрала, иркен ялан кәртәләр булдырылған, һыу мәсьәләһе лә хәл ителгән.
– Тынсыу бинанан һуң һәүкәштәр ҙә тәбиғәттә үҙҙәрен иркен тота, үләндең шифаһын тойғас, һөт тә мул, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты мөдир Игорь
Зәйҙуллин.
Хужалыҡ тәүлегенә өс тоннанан ашыу һөт һауып ала. Уны Дүртөйлө комбинатынан үҙҙәре үк килеп алалар. Ә был юғары күрһәткес әлегә.
– Әлбиттә, хеҙмәт кешеһенә уңайлы шарттар булдырабыҙ, эш хаҡын ваҡытында бирергә тырышабыҙ. Әммә барыбер йәштәр килмәй, – ти хужалыҡ рәйесе Мәүләүи Хузин. – Бөгөн тоҡомло мал да, ҡеүәтле техника ла байлыҡ түгел, ә бына хеҙмәт кешеһе — үҙе оло байлыҡ.
Хужалыҡ рәйесе ҡулайлаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙең ябылыуы, эшкә яраҡлы күп кенә ғаиләләрҙең ауылды ташлап китеүе хаҡында әсенеп һөйләне. Етәкселек күрше Мишкә районынан булһа ла эшһеҙҙәр менән килешеп, хужалыҡҡа саҡырған.
Алдынғы һауынсылар Валентина Ситдыҡова, Инзира Әхрәрова менән Гөлсәсәк Ғәлимйәновалар эшкә ҡайтырға теләүселәргә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. "Малсыларға ла алмашҡа килеүселәр булһа ине", – ти көтөүселәр Рәмис Заһиров менән Ришат Баһауетдинов.