Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ниәте уңдың эше лә уң
Ниәте уңдың эше лә уң“Осҡон” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре йылды бик уңышлы башлап ебәргән. Улар йәйҙең һәр сәғәтенең ҡәҙерен белеп эшләй, сөнки, ысынлап та, йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра.

Замандың алдынғы технологияларын ҡулланып, 5000 гектар майҙанда иген культуралары, 500-әр гектарҙа көнбағыш һәм кукуруз сәселгән. Бынан тыш, ҡоролоҡҡа бирешмәй торған “санай” сортлы көнбағышты сәсеүҙә “Евролайтинг” гербициды ҡулланылған. Көнбағыштың яңы сорты быйыл тәүгә һынамышҡа сәселгән һәм, белгестәр фаразлауынса, гектарынан кәмендә 25 центнер уңыш бирергә тейеш. Әгәр ҙә һауа торошо әлегеләй торһа, йыл уңышлы булмаҡсы.
Ғөмүмән, кооперативҡа килһәң, мотлаҡ рәүештә берәй яңылыҡҡа тап булаһың. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Мостафин беҙҙең менән аралашҡанда телефоны һис тынманы.
— Шәкәр сөгөлдөрөн быйыл сәсмәнек, — тине ул телефондан кемгәлер. — Уны эшкәртеүгә 10 миллион һум сарыф итеп, 8 миллион һум алыуҙан фәтүә юҡ. СөнкиНиәте уңдың эше лә уң табышлы булһын өсөн сөгөлдөрҙөң уңышы гектарынан кәмендә 300 центнерҙан кәм булмаҫҡа тейеш, ә беҙҙең ерлектә ул 85 центнерҙан артмай. Өҫтәүенә, ике йыл рәттән ҡоролоҡ кисергәндә, күрәләтә зыянға эшләге килмәй. Эйе, Исаев һеҙгә дөрөҫ мәғлүмәт биргән: беҙ хәҙер нут сәсеүгә күстек. Орлоҡ кәрәкһә, беҙҙән килеп алығыҙ...
Тәтешле районынан институт буйынса һабаҡташы шылтырата булып сыҡты. Баҡһаң, бер-береһен күптән белгән төркөмдәштәр оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлеген юғалтмаған һәм телефон аша булһа ла тәжрибә уртаҡлашып тора икән.
— Нут тигәнегеҙ ниндәй культура тағы? — тип һорамайынса булдыра алманым.
— Ҡоролоҡҡа бирешмәй торған, баҫыуҙарҙы азот менән ашлаған, тупраҡты йомшартҡан ҡуҙаҡлы культура ул, — тине етәксе. — Башлыса Ғәрәп Әмирлектәре, Мысыр кеүек илдәрҙә үҫтерелә. Тәүҙә сәсеп ҡарағайныҡ, ысынлап та, уңышты яҡшы бирә, һәм түккән сығымдар тиҙ кире ҡайта. Былтырғы уңыштың бер килограмын 17 һум менән һаттыҡ. Үҙебеҙгә орлоҡҡа ла ҡалды, һатырлыҡ запас та бар. Быйыл нутты 1800 гектарҙа сәстек. Һәйбәт уңышҡа өмөт итәбеҙ. Беҙҙең хужалыҡ ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Икенсе йыл инде яҫы борсаҡ, етен сәстек. Тәүгеһе ярмаға үҫтерелһә, икенсеһе — май культураһы. Уңыш биргән, килем килтерерҙәй культуралар сәсергә тырышабыҙ, сөнки барлыҡ малыбыҙҙы ла тулы ҡиммәтле аҙыҡ менән тәьмин итеү бурысын алға ҡуйғанбыҙ. Һауын һыйырҙарын кәртәлә генә аҫрайбыҙ, шуға күрә уларҙы йыл әйләнәһенә балансланған аҙыҡ менән туҡландырыу еңелдән түгел. Был эш тә үҙен аҡларға тейеш.
Етәксенең күптән тупланған баш белгестәр командаһы менән бергә алдынғы хужалыҡ итеү алымдарын республика хужалыҡтарына, тәжрибә участкаларына ғына түгел, хатта сит республикаларға, өлкәләргә сығып та өйрәнеүе — күптәр өсөн өлгө. Европа илдәрендә, Канадала күптән уңышлы ҡулланылған дымды һаҡлап сәсеү, йәғни заманса техника менән туранан-тура сәсеү ысулын артабан үҙләштереү маҡсатында осҡондар тиҙҙән Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһенә барырға йыйына.
— Уҡып өйрәнеүгә ҡарағанда, барыһын да үҙ күҙең менән күреү күпкә яҡшыраҡ. Кустанай ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры, иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор В.И. Двуреченскийҙың ҡоролоҡ зоналарында ерҙе эшкәртеү буйынса алдынғы алымдарын бөгөн күптәр өйрәнә. Уның тәжрибәһе беҙҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, — ти хужалыҡ етәксеһе.
Ҡырсылыҡта алып барылған уңышлы эш малсылыҡты ла тейешле кимәлдә үҫтереү, ферма хеҙмәтсәндәренең эш шарттарын яҡшыртыу, хеҙмәт хаҡын күтәреү форсатын бирә. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыр-тамамланмаҫтан Көйөргәҙе ауылында урынлашҡан һөтсөлөк фермаһында “500 ферма” дәүләт программаһына ярашлы реконструкция башланған, әле эш ҡыҙғандан-ҡыҙа. 200 баш һауын һыйыры аҫралған һарай, үрсем алыу цехы, быҙау ҡуралары ҡышҡа малды өр-яңы шарттарҙа ҡабул итәсәк. Төҙөлөш эшен киң йәйелдереүгә тейешле майҙан булдырыу өсөн көслө техника ферманан тиреҫ сығарыуға тотонған.
800 баш мал аҫралған Абдул һөтсөлөк фермаһында ла быҙау ҡураһын үҙгәртеп ҡороу башланған. Бында ла ҡыш буйы йыйылған тиреҫ баҫыу ситтәренә ташыла.
Игенселек, малсылыҡ, төҙөлөш көйлө барған бригадалар менән танышыу хужалыҡта һәммә эштең дә яйға һалынғанлығын дәлилләне. Күҙ ҡарашы менән иңләй алмаҫлыҡ баҫыуҙарҙың сүп үләндәренән арынған булыуы ҡыуандыра. Тигеҙ рәт-рәт булып шытҡан көнбағыш баҫыуҙары кеше ҡулынан килгән һәр эш-ғәмәлдең еренә еткереп башҡарылғанлығын күрһәтә. Ә мул уңыш алыуға килгәндә инде, артабан барыһы ла тәбиғәт шарттарына бәйле.
Республика райондары буйлап йөрөгәндә күп ерҙә элек мул уңыш биргән баҫыуҙарҙың әле ташландыҡ хәлдә булыуы йәнде әрнетә. Ғәжәп, “Осҡон” хужалығында һәр ҡарыш ер файҙаланыла.
— Бына ошо Абдул ауылы, тағы ла беҙ булып киткән Көйөргәҙе ауылы, тау аръяғындағы Яҙлауыр элекке “Мораптал” совхозыныҡы ине. Үлеп тигәндәй барған ауылдарҙы ҡалдыҡ-боҫтоҡ техникаһы, туҙып бөткән аҙбарҙары, ана үләм-бына үләм тип торған малдары менән “Осҡон”ға алырға нисек йөрьәт иткәнмендер, хәҙер үҙем аптырайым. Йәш, дыуамал булғанмын инде. Бына шул ауылдар бөгөн һин дә мин йәшәп алып китте. Халыҡ шуның ҡәҙерен белһен ине, — ти хужа.
— 1 июндә хужалығыбыҙҙа һабантуй булды. Йылдағыса, был бөтә халыҡ байрамына 700 мең һум аҡса бүленде. Шуның 600 мең һумы – хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә командировка аҡсаһы, байрамға килгәндәр балаларына тәм-томон, уйынсығын, кейем-һалымын алып биреп ҡыуандырһын тип, хужалыҡта эшләгән һәр хеҙмәтсәнгә берәр мең һум аҡса бирелде. Бынан тыш, алдынғыларға приздар, көрәштә еңеүселәргә быҙау, йәмәғәт өсөн аш-һыу әҙерләүгә лә аҡса бүленде. Барыһы ла ысын байрамса үтһен тип тырышты, — Рәмил Ғиниәт улының баш бухгалтеры менән 700 мең һум аҡсаның тиненә тиклем хужалыҡты хужалыҡ итеп тотҡан ауыл хеҙмәтсәндәренә тәғәйенләнеүен дәлилләп һөйләп биреүе был ерлектә һәммәһе лә ябай кешеләр өсөн эшләнеүен, тормоштоң гөрләп тороуын күрһәтте.


Автор: Кинйәбикә КӘРИМОВА. Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә