Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡоролоҡҡа бирешмәҫкә була
Башҡортостанда үҫемлекселек буйынса төбәк кимәлендә иҡтисади яҡтан отошло бер нисә программа эшләнде һәм Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған конкурсҡа ебәрелде. Улар араһында игенселектә биотехнологиялар ҡулланыу нигеҙендә уңдырышлылыҡты күтәреү проекты ла бар. Ауыл хужалығы өсөн биотехнологиялар эшләү менән ике тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнгән "БашИнком" предприятиеһы директоры Вячеслав Кузнецов ошо яңылыҡ тураһында һөйләй.

Әлбиттә, әлеге проектҡа бик ҙур өмөт һәм ышаныс бағлайым. Хәҙерге осорҙа Рәсәйҙең игенселек менән шөғөлләнгән төбәктәре йыш ҡына ҡоролоҡтан, ҡыуан елдәрҙән зыян күрә, тупраҡ үҙендә гербицидтың ағыуын туплай. Бары таҙа технологиялар ғына ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға һәләтле. Бына бер нисә йыл инде беҙҙең предприятие илебеҙҙең баҫыуҙарында стресҡа ҡаршы тороусы, юғары уңыш биреүсе ер эшкәртеү ысулын — АВЗ технологияһын һынай. Һөҙөмтә ыңғай.
Һуңғы йылдарҙа беҙ Башҡортостандың күп кенә райондарында, шулай уҡ Һамар, Ырымбур, Тамбов өлкәләрендә, Татарстанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә АВЗ биотехнологияларын киң ҡулланып, һынауҙар ойошторҙоҡ. Тикшеренеүҙәр иҫбатлауынса, беҙҙең стресҡа ҡаршы һәм фунгицид биопрепараттары, атап әйткәндә, "Фитоспорин-М", "Гуми", "Богатый", "Борогум", "Бионекс-Кеми" үҫемлектәрҙең ҡеүәтле тамыр йәйеүенә булышлыҡ итә, дым етешмәүен, һыуыҡты, тупраҡтың туҡланыу матдәләренә ярлыланыуын, татырланыуын, ағыулы химикаттар һәм ауыр металдар менән бысраныуҙы еңел кисерергә ярҙамлаша. Ә иң мөһиме — АВЗ биотехнологияһын ҡулланыу иң ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла ауыл хужалығы культуралары уңышын күтәрергә һәләтле. Иҡтисади йәһәттән иҫәпләгәндә, биотехнологияға һалынған 1 һум 3–5 һумлыҡ таҙа табыш булып ҡайта.
"Фитоспорин" — киң йоғонтоло тәбиғи препарат. Ул үҫемлектәрҙең иммунитетын, йәғни йәшәүгә һәләтен арттырып, һәр яҡлап ыңғай тәьҫир итеп кенә ҡалмай, бәшмәк, бактерия ауырыуҙарынан да һаҡлай. АВЗ технологияһы, тәү ҡарашҡа ҡатмарлы тойолһа ла, ҡулланылышта ябай һәм еңел. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы биопрепараттар менән эшкәртеү уларҙың үҫеүенә һәм тамырланыуына ҙур этәргес көс бирә.
Вегетация осоронда тамырҙан тыш өҫтәмә туҡландырыу үҫемлектәрҙе кәрәкле микроэлементтар менән тәьмин итә, ауырыуҙарҙан һаҡлай. Шуныһы мөһим: "Фитоспорин-М", "Гуми", "Богатый", "Бионекс-Кеми" гербицидтар менән ҡатнашмала ыңғай һөҙөмтә күрһәтте, ағыулы химикаттарҙы "йомшарта" төштө.
Гербицидтар үҫемлеккә бик ауыр тәьҫир итә, әлбиттә. Танылған ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы, Ырымбур дәүләт аграр университеты профессоры Василий Лухменев беҙҙең эшләнмәләрҙе етди ҡабул итте һәм бер нисә йыл буйы АВЗ технологияһының экологияға, уңышҡа, йәшелсә-емештең, игенселек культураларының сифатына ыңғай йоғонтоһон өйрәнде. Уның фекеренсә, беҙҙең биопрепараттар үҫемлектәрҙең иммунитетын арттыра һәм гербицидтың кире тәьҫиренән аралай, һөҙөмтәлә уңыш та арта, иген, картуф, шәкәр сөгөлдөрөнөң сифаты яҡшыра. Былтырғы ҡоролоҡ шарттарында Стәрлетамаҡ районының "Рощинский" совхозында биотехнология буйынса сәселгән яҙғы бойҙай баҫыуында улар бик яҡшы һөҙөмтә бирҙе, тигән фекергә килде Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары. АВЗ технологияһын ҡулланыу һәр гектарҙа уңышты 13,5 центнерға тиклем арттырыуға килтерҙе. Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы һәм Шишмә районының "Агро-Альянс" йәмғиәте көнбағыш уңышын гектарынан 4 центнерға арттырҙы.
Өфөлә үткән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияға Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡурған, Ульяновск, Новосибирск, Омск, Һамар, Ҡазан, Ставрополь, Краснодар һәм башҡа төбәктәрҙән килгән ғалимдарҙың ауыл хужалығы етештереүселәренә стресҡа ҡаршы йүнәлтелгән, юғары уңыш биреүсе ер эшкәртеү (АВЗ) ысулын әүҙемерәк ҡулланырға саҡырып, резолюция ҡабул итеүе һис тә юҡҡа түгел. Яңылыҡ ер эшкәртеүселәргә сығымдарҙы кәметеү, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы, һәйбәт һаҡланыусы продукция етештереү йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәтәсәк, тип белдерелде. Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ауырғазы, Әбйәлил, Тәтешле райондары хужалыҡтары биопрепараттарҙы ҡулланыуҙың ыңғай һөҙөмтәһен күрҙе лә инде.
Бөтәһе лә яҡшы аңлашылғандай булһа ла, мине бер хәл борсой: күп кенә хужалыҡтар һаман иҫкесә эшләй, ғалимдарҙың фекеренә ҡолаҡ һалмай. Ләкин артабан да иҫке ҡағиҙәләр буйынса йәшәү мөмкин түгел. Рәсәй крәҫтиәне өҫтөнә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы күләгәһе ябырыла. Етмәһә, һауа торошо ла гел генә беҙҙең файҙаға түгел. Бындай шарттарҙа боронғолоҡҡа йәбешеп ятыу бик ҡыйбатҡа төшәсәк, һәм быны һис ғәфү итеп булмай. Мин етәкселәрҙең һәм агрономдарҙың минераль ашлама һәм гербицидтар ҡулланыуҙы тулыһынса тыйыуын талап итмәйем, әммә стресҡа ҡаршы юғары уңышлы биотехнологияларға күсеү мотлаҡ, тип иҫәпләйем. Был иҡтисади яҡтан отошло.


Автор: В. КУЗНЕЦОВ, техник фәндәр кандидаты, "БашИнком" ғилми-ҡулланыу предприятиеһы директоры.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә