Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Халыҡ мәнфәғәтендә: "майлы ҡалъя" кемгә эләккән?
Бөтөн ил буйынса дәүләт хеҙмәтендә тир түгеүселәр үҙҙәренең былтырғы килеме буйынса яуап тотоуын дауам итә. Баҡһаң, Рәсәй яҙмышы ярлы-ябаға ҡулында түгел – быны Дәүләт Думаһы депутаттарының табышы тағы бер ҡабат раҫланы. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу ҙа ҡайһы берәүҙәрҙе миллионерға әйләндерә ала икән.

Быға хәҙер ябай халыҡ әллә ни аптырап та бармай, "юғарыла", нигеҙҙә, "ҡалын кеҫәлеләр"ҙең урын алғаны һәммәбеҙгә мәғлүм. Ҡайһы бер халыҡ вәкилдәре тиҫтәләрсә йыл дауамында ил мәнфәғәтен ошо бейеклектән ҡайғырта. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы депутаттарына үҙ яҙмышына зарланыу бөтөнләй яҙыҡ булыр – илдә ябай халыҡ айына 10 – 25 мең һумға көн иткәндә, уларҙың табышы йөҙҙәрсә, хатта миллиондарса һумдар менән иҫәпләнә! Бары элегерәк был турала мәғлүмәт булмаһа, хәҙер иһә уларҙың тормошо күҙ алдында.
Шулай итеп, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар араһында кемдәр "майҙа йөҙә"? Әлбиттә, бында илебеҙҙең төп партияһы вәкилдәренә етеүсе юҡ. Мәҫәлән, "Берҙәм Рәсәй"ҙең 238 ағзаһының дөйөм йыллыҡ килеме былтыр 6 миллиард һумдан ашып киткән! Табыш ала белеү буйынса икенсе урында "Ғәҙел Рәсәй" килә – уның 68 депутаты 800 миллион һумдан саҡ ҡына аҙыраҡ аҡсаға "тир түккән". Социаль тигеҙлек өсөн көрәшеүсе коммунистарҙың да табышы әллә ни ҡалышмай – 550 миллион һумдан ашыу. Ә ЛДПР вәкилдәре арттараҡ һөйрәлә – был партияның депутаттары 300 миллион һумға "тырышҡан". Тик бына партия етәкселәренең килеме генә сағыштырмаса әллә ни ҙур түгел – йылына 2,5 миллион һумдан артмай. Ә "Ғәҙел Рәсәй"ҙең лидеры Сергей Мироновтыҡы иһә 2 миллион һумға ла етмәгән.
Әлбиттә, депутаттар араһында үтә "ҡалын кеҫәлеләр" бар, һәм тап ошо уларҙың дөйөм табышы күләмен шулай ҡабартып ебәрә лә. Ҡайһы төбәктәр Дәүләт Думаһына иң бай депутаттарҙы юллай һуң? Баҡһаң, был йәһәттән Владимир өлкәһенә етеүсе юҡ – уның вәкиле Григорий Аникеев былтыр миллиард һумдан ашыу табыш алған. Шулай уҡ депутаттың шәхси милке тип ике йорт, өс фатир һәм хатта бер нисә саҡрым юл да иҫәпләнә. Икенсе урында – Липецк өлкәһе, дөрөҫөрәге, ошо төбәк вәкиле Николай Борцов. Уның табышы миллиард һумға саҡ ҡына етмәй. Шулай уҡ алдынғылар рәтендә Ханты-Манси автономиялы округы (Леонид Семаков – 400 миллион һумға яҡын) менән Мәскәү өлкәһе (Владимир Кононов – 475 миллион һум). Ә бына Мәскәү ҡалаһынан иң бай депутат Елена Панина иһә ни бары 2,5 миллион һум эшләп өлгөргән.
Әммә бында асыҡлыҡ индереп үтеү кәрәктер: депутаттарҙың ошо йөҙҙәрсә миллион һум менән иҫәпләнгән табышы – уларҙың элекке, Дәүләт Думаһына тиклемге, эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Хәҙер төп шөғөлдәре сәйәсәт булһа ла, бизнестары һаман да уларҙы "туйҙыра" килеп сыға. Башҡаларға иһә хатта юғары вазифа ла бындай миллион һумдар менән иҫәпләнеүсе табышты килтерә алмай.
Әммә Дәүләт Думаһы депутаттарының күпселеге былтыр хеҙмәт хаҡына көн иткән. Ысынлап та, халыҡ вәкиле ниндәй табышҡа өмөт итә ала? Баҡһаң, уның хеҙмәт хаҡы айына 132 мең һум тәшкил итә, шуның 19 проценты оклад булһа, 75 проценты – айлыҡ, ә 6 проценты кварталға бер түләнгән премия. Шулай итеп, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусының йыллыҡ килеме 1 миллион 600 мең һумға етә.
Рәсәй парламентында "йондоҙҙар"ға ла урын етерлек. Улар депутатлыҡ өсөн түләнгән аҡсаға ғына көн итә, тип белдереү төптө дөрөҫ булмаҫ. Бында Иосиф Кобзонға етеүсе юҡ: йырсы былтыр 64 миллион һумлыҡ табыш алған. Ә боксер Николай Валуев 18 миллион һумлыҡ килемен теркәгән. Баҡһаң, уның Рәсәйҙә гаражы ғына бар, ә Германиялағы фатиры менән Испаниялағы йорто ҡатыны исеменә теркәлгән. Ә актриса Мария Кожевникова менән тенниссы Марат Сафинға иһә былтыр икешәр миллион һум менән мөрхәтһенергә тура килгән.
Халыҡ вәкилдәре араһында ысын мәғәнәһендә алпауыттар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Слипенчук иҫәбендә 7 миллион 700 мең квадрат метр, йәғни 770,8 мең гектар ер биләмәһе теркәлгән. Иҫең-аҡылың китерлек: был яңыраҡ финанс тетрәнеүҙәренән зыян күргән Кипрҙың, йә иһә "ҡалын кеҫәлеләр" күптән үҙ иткән Канар утрауҙарының биләмәһе менән бер. Шулай уҡ депутат Геннадий Носовконың да 11 мең ярым гектар ер биләмәһе бар: улар, нигеҙҙә, баҡса һәм ауыл хужалығы ерҙәре икән.
Шулай итеп, депутаттарҙың килем буйынса декларациялары беҙҙең мәнфәғәтте ҡайғыртыусыларҙың һис тә ярлы түгеллеген йәнә раҫланы. Уларҙың араһында миллионерҙарҙың һәм хатта миллиардерҙарҙың булыуы бөгөн ғәҙәти күренеш. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр кеше кеҫәһен тикшергәнде әллә ни өнәп тә бөтмәҫ. Әммә халыҡ ялсыһы булған депутат менән чиновниктың табышын һанау, нисек кенә булмаһын, ил ҡаҙнаһына һалым индереүсе һәр кемдең мөҡәддәс бурысы булырға тейеш.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


  1. Батырхан
    Батырхан от 19.04.2013, 16:02
    Рәшит ! Депутат, түрә-ғараны гәзиткә маҡтап яҙыу журналистарҙың яратҡан темаһы. Депутаттар, нәчәлниктәр себен хәтле эш эшләй ҙә( Эшләһә әле! Уныһы ла икеле.) , дөйә хәтле итеп күрһәтә.Журналист шуны үлтергәнсе маҡтап яҙа.Имеш, күренекле дәүләт эшмәкәре, халҡыбыҙҙың данлы шәхесе, фәлән дә төгән. Халҡы өсөн тырышҡанды бер ваҡытта ла күтәрмәнеләр.Зәки Вәлиди ситтә йәшәргә мәжбүр булды, Рәми Ғарипов эшһеҙ йөрөнө,Мөжәүир хәҙрәт төрмәлә ултырҙы,Фәнзил Әхмәтшин зинданда һ.б.Телевизорҙы ас - депутат "аҡыл һата", гәзитте ас - юғары даирәләге кемдер үҙе белмәгәнде өйрәтеп маташа.Улар халыҡты түгел, үҙ кеҫәһен ҡайғырта.

Комментарий өҫтәргә