Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һабанда һайрашыр мәл етте
Һабанда һайрашыр мәл еттеТик былтырғы һабаҡты иҫәпкә алырбыҙмы?

Урамда яҙ, тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уянған сағы. Иң ҡыҙыу, тынғыһыҙ баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Оҫтаханаларҙа иҫке техникаға йән өрәләр, ватылғанын ҡоршап ремонтлайҙар, запас частар хәстәрләйҙәр. Келәттәрҙә лә, сортына ҡарап, орлоҡ әҙерләнә. Хужалыҡтар иһә юл бар саҡта минераль ашлама хәстәрләй. Яҙҙың матур көнөндә иренһәң, көҙ күршеләрең юғары уңыш йыйғанда, көнләшеп, терһәгеңде тешләрҙәй булырһың. Шуға ла ауыл халҡы киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалыу өсөн бөгөн көсөн йәлләмәҫкә тырыша.
Апрель булыуға ҡарамаҫтан, яҙ ныҡлап үҙ хөкөмөндә түгел. Бурандар ҙа, ҡарҙың йүнләп иремәүе лә әле баҫыуға сығырға ирек бирмәй. Былтыр 12 апрелдә үк һабанға төшһәләр, быйыл баҫыу эштәренең ай аҙаҡтарында ғына башланыуы ихтимал.

Уңышҡа ныҡлы нигеҙ

Ауыл эшсәндәре алдында 3,2 миллион гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу бурысы тора, 2012 йыл менән сағыштырғанда, был 150 мең гектарға күберәк тигән һүҙ. Быйыл 10 мең гектарҙа иген культуралары артыҡ сәселәсәк. Бынан тыш, мал аҙығы культуралары майҙанын арттырырға ниәтләп, уны 1 миллион 83 мең гектарға ҡәҙәр еткерергә уйлайҙар.
Белеүегеҙсә, былтырғы ҡоролоҡ беҙҙе аяманы. Көсөргәнешле йыл һаналды, аграрийҙар көтөлгән уңышты йыя алманы, әммә һөҙөмтәле эш осоро булды. Тик, нисек кенә булмаһын, республика ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Рәсәйҙә артта һөйрәлгәндәрҙән түгел – алтынсы урында килә. Илебеҙ хәҙер Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ла инде, моғайын, тармаҡҡа ла иғтибар етер, дәүләтебеҙ ҙә ярҙамынан ҡалдырмаҫ.
Ысынлап та, ауыл хужалығын үҫтереүгә ярҙам һәр саҡ күрһәтелде, артабан да шулай буласаҡ.
Яңы уңышҡа 490 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән, шуның 464 мең гектары бойҙайға, 26 мең гектары йәшел аҙыҡҡа бүленгән. Белгестәр, ужым культураларының торошо әллә ни ҡурҡыныс түгел, тип билдәләй. Әммә ҡыш үҙенекен иткән – 40 мең гектар майҙанда ужым һәләк булған. Тимәк, крәҫтиән иңенә киренән сәсеү бурысы ла йөкмәтеләсәк. Орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Ауыл эшсәндәре, зыян күргән майҙанда иген культуралары ғына сәсеүҙе күҙаллап, тәбиғәт шарттарын да иҫәпкә алып, арпаға өҫтөнлөк бирмәксе.
Юғары уңыш алам тиһәң, бураҙнаға һалыныр орлоғоңдоң сифаты тураһында ла уйланырға кәрәктер, моғайын. Дөйөм алғанда, әле республикала 300 мең тонна күләмендә орлоҡ запасы бар. Хужалыҡтарҙа ла бөгөн орлоҡ әҙерләүгә ныҡлап тотонғандар. 15 мартҡа ҡарата иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың 99 проценты сәсеүгә яраҡлы тип табылған. Шулай ҙа хужалыҡтарҙа орлоҡ әҙерләүгә әллә ни иғтибар бүленмәй. Уны яңыртыу һәм алмаштырыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барылмай.

Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә

Яҙғы сәсеү эштәрендә ун меңгә яҡын тракторҙың ҡатнашыуы көтөлә. Әгәр ҙә булған техниканы һөҙөмтәле файҙаланһалар, аграрийҙар дым ҡаплатыуҙы – 11-12, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүҙе 12 – 15 көн эсендә тамамлаясаҡ. Республика МТС-тары ла үҙ ҡарамағындағы 175 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарырға йыйына. Һабанды ҡулай агротехник ваҡытта үткәреү өсөн хужалыҡтар, һәр йылдағыса, станцияларҙың хеҙмәтенән файҙаланасаҡ. Әле был тәңгәлдә район етәкселеге МТС-тар менән алдан һөйләшеүҙәр алып бара. Быйыл республика МТС-тары составында яҙғы сәсеүҙә 156 комплекс һәм 19 агрегат ҡатнаша.
Һәр уңған хужа техникаһының торошо менән ҡара көҙҙән үк ҡыҙыҡһына тигәндәй, апрель баштарына тиклем хужалыҡтар баҫыу эшендә ҡатнашасаҡ техникаға, тағылмаларға ремонт үткәреү бурысы менән йәшәне. Ә яҙғы сәсеүгә сығасаҡ тракторҙар, 15 апрелгә ҡәҙәр дәүләт техник күҙәтеүе үтеп, махсус рөхсәт алырға тейеш. Муниципаль райондарҙан хәбәр итеүҙәренсә, 16750 тракторҙың 14515-е төҙөк һәм бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер, был трактор паркының 87 проценты тигән һүҙ. Ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының, тағылмаларҙың да әҙерлеге юғары – 89-92 процент тәшкил итә. Әммә ҡайһы бер район хужалыҡтары техниканың торошона әллә ни иғтибар итмәгән, сәсеүгә йүнләп әҙерләмәгән, хатта көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә тейешле урында һаҡламаған. Бынан тыш, күп кенә хужалыҡтарҙа ватыҡ, ремонтланмаған техниканың булыуы ла үкенесле. Ә был үҙ сиратында яғыулыҡтың күпләп яныуына килтерә, уңыштың сифатына йоғонто яһай.
Ауыл хужалығы етештереүселәренә Рәсәй, республика тарафынан һәр яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтелһә лә, ҡайһы бер хужалыҡтар трактор паркын яңыртыуҙы кәрәкле һанамай. Шулай ҙа һуңғы ике йылда бөтәһе 1390 яңы трактор һатып алынған. 2013 йылда ла был юҫыҡта эш алып барыласаҡ.
Тармаҡ министры Николай Коваленко, хужалыҡтарҙың техник әҙерлегенән сығып, сәсеү эштәре 15-17 көндә башҡарыласаҡ, тигән ышаныста. Башҡортостандағы 943 гидроҡоролманың 123-өнөң һаман да ташландыҡ хәлдә ҡалыуы яҙғы ташҡын осоронда ауылда йәшәүселәргә ҡурҡыныс тыуҙыра һәм айырым төбәктәрҙә сәсеүгә аяҡ салыуы ла ихтимал. Республика буйынса быуа-күлдәрҙә, йылға-шишмәләрҙә тәртип урынлаштырыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә.

Баҫыу тулы техника, тик механизатор... ҡалала

Тағы ла бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл тураһында. Элек техника етешмәһә, запас частар табыуы ҡыйын булһа, бөгөн хужалыҡтар механизаторҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ауылда күбеһенсә пенсионерҙар, эшкә яраҡлы ир-егет, аҡса эҙләп, Себер гиҙә, йә булмаһа яҡын-тирәләге ҡалала бил бөгә. Көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә, йүнле механизатор табыуы бөгөн ауыр ауылда. Хужалыҡтар техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй, баҫыуҙар минераль ашлама менән туҡландырыла, эшселәргә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Әммә хеҙмәт кешеһе генә юҡ. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле һәр механизаторға уртаса 1,7 үҙйөрөшлө машина тура килә. Ләкин был күрһәткес техниканың күп һатып алыныуы тураһында һөйләмәй. Былтыр, мәҫәлән, республикала трактор паркының иҫкереү күләме 76 процент тәшкил иткән, механизаторҙар сафы 608 кешегә кәмегән. Шул да мәғлүм булһын: механизаторҙарҙың 61 процентының ғына I һәм II класлы квалификацияһы бар, әлеге һөнәр эйәләренең 12 проценты иһә 55 йәштән үткән.
Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүҙә лә ҡыйынлыҡтар көтөлә, сөнки республика буйынса бер меңгә яҡын механизатор етешмәй. Әйткәндәй, уҙған йыл сәсеүгә ситтән 850 кеше йәлеп ителгәйне.

Быйыл Рәсәйҙең ауыл эшсәндәре 51 миллион гектарҙа яҙғы сәсеү эшен башҡарырға тейеш. Көҙ улар ужым бойҙайын 16 миллион гектарҙа сәсеп ҡалдырғайны. Белгестәр билдәләүенсә, бойҙай сағыштырмаса яҡшы ҡышлаған, ни бары 12 проценты һәләк булған. Крәҫтиәндәр яҙ күберәк кукуруз, рапс, соя сәсергә уйлай. Былтыр беҙҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ҡайһы бер культуралар уңманы, шуға әле дефицит күҙәтелә. Мәҫәлән, Америкала йәй кукуруз бөтөнләй булмаған. Шуны иҫәпкә алып, ауыл эшсәндәре мал аҙығы культуралары майҙанын киңәйтергә уйлай, һәм ул 811 мең гектарға ҡәҙәр артасаҡ. Ә шәкәр сөгөлдөрөн иһә әҙерәк ултыртырға йыйыналар. 2011 йылда ул ҡотороп уңған, хатта етештереүселәр ҙә яңы уңышты тулыһынса тиерлек ҡабул итә алмаған.


Автор: Самат ҒӘЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


  1. Рияз
    Рияз от 04.04.2013, 18:06
    Самат Ғәлиндең яҙмалары һәр ваҡыт бай йөкмәткеле, конкрет һандар, факттар менән тулы, ифрат ышандырырлыҡ була. Ауыл тормошон, ауыл хужалығы мәсьәләләрен яҡшы белгән журналист булып баҫа ул беҙҙең, гәзит уҡыусылары, күҙ алдында. Афарин, егет Самат!

Комментарий өҫтәргә