Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҙур эштәрҙең башы ғына әле...
— Ул кабинет һаҡлап ултыра торған рәйес түгел: күрергә теләһәгеҙ, сәғәт ундарға ҡәҙәр генә тап итә алаһығыҙ, — тип кистән үк иҫкәрткәйнеләр. Шуға күрә, район үҙәге менән Ҡуяштыр араһы ете километр ғына булһа ла, юлға иртәрәк ҡуҙғалдыҡ.

Ни ҡәҙәр ашыҡһаҡ та, һуңлағанбыҙ. Етәксе кеше эш урынында юҡ ине.
— Ҡайҙа булһын инде был ваҡытта? Фермала, әлбиттә, — тине хисапсы ҡыҙ.
— Ана Иван Александровичтың машинаһы тора, — тине юлдашым, райондың баш зоотехнигы Илгиз Фәйзрахманов.
Юл йөрөгәндә: "Ниңә беҙҙең рәйес машина алмайҙыр инде. Һис юғында, башҡалар шикелле "Шевроле-Нива" алһа ни була", — тигәндәрен йыш ишеткәнем булды. Ә Щербинин өсөн "Жигули"ҙан да яҡшыраҡ машина юҡ. Хатта уны яйлыраҡ, уңайлыраҡ та тип иҫәпләй.
"Ҡуяштыр" ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе беҙҙе ферма эсендә киң йылмайып ҡаршы алды:
— Һуңғы ваҡытта мөдир Екатерина Еговцева менән ферманан сыға алмайбыҙ, — тине рәйес. — Биналағы эштәрҙе теүәлләргә ниәтләйбеҙ. Пластик өс тәҙрә ҡуяһы ғына ҡалды.
Фермала тәҙрәләр пластиктан. Бер ҡараһаң, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл бит был. "500 ферма" программаһына ингәс, күңел көткән байтаҡ ҡына уй-хыял бойомға ашырылған.
Төп бина бик матур, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ҡыйығы профнастил менән ябылған. Стена, ишектәр һыланған, нығытылған. Иҙәнгә бетон ҡойолған, түшәм дә ялт итеп тора. Яңы һөт үткәргес төҙөлгән, елләткес ҡорамал урынлаштырылған, һыу магистрале алмаштырылған, өр-яңы электр йыһаздары ҡуйылған.
Щербинин менән яҡындан танышҡас, уның ихлас күңелле, егәрле, көслө ихтыярлы булыуына тамам ышанаһың. Хәҙерге ҡатмарлы заманда ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған кешеләр генә алдан юл яра, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә ала. Ул тәүҙә водитель, звено етәксеһе, инженер, Ҡуяштыр ауыл Советы рәйесе булған. Бына ун йыл инде хужалыҡҡа рәйеслек итә.
Төрлө осорҙо кисерергә тура килгән "Ҡуяштыр"ға. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған үҙгәртеп ҡороуҙар башҡаларға биҙгәк сирендәй тәьҫир итһә, баҙар шарттары хужалыҡҡа үҫеү өсөн яңы юлдар, мөмкинлектәр асты.
Бөгөн "Ҡуяштыр" — районда һаҡланып ҡалған берҙән-бер етештереү кооперативы. Районда фермерлыҡ хәрәкәте юғары үҫеш алған. Иван Щербининдың тыуған төйәге, кешеләр яҙмышы өсөн бөтә йәне-тәне менән янып-көйөп йәшәүе уның һәр хәрәкәтенән, һәр һүҙенән тойола.
— Былар әле ҙур эштең башы ғына, — ти рәйес. — Быҙауҙар аҫралған аҙбарҙы үҙгәртеп ҡорорға уйлайбыҙ. Һимертеү төркөмө бинаһы ла яңыртыуҙы талап итә. Эштәр тулыһынса теүәлләнгәс, етештереү күләмен арттырасаҡбыҙ.
Кооператив малсылыҡ йүнәлешендә эшләй. Әле бында ҡара-сыбар тоҡомло 700 баш һыйыр малы аҫрала. Йәйге мул һауын осоронда табыш та ҙур. Нәҫелгә ҡалдырылаһы сәләмәт быҙауҙар айырым төркөмгә тупланып, яҡшыраҡ шарттарҙа тотола. Һауын һыйырҙарының дүрттән бер өлөшө йыл һайын көр таналар менән яңыртыла.
Силос, сенаж кеүек ғәҙәти аҙыҡты йыл да мул әҙерләйҙәр. Ҡыш малдарҙың продуктлылығын кәметеү хәүефе юҡ тип ышаныс менән әйтергә мөмкин: шартлы бер баш малға 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән.
Фермала 28 кеше тырышлыҡ һала. Һауынсылар Рәзифә Барыева, Динария Нурғәлиева һәм уларҙың хеҙмәттәштәре йәйен көндәлек һауымды бер ботҡа еткерә.
Продукцияның сифатына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Һөт, нигеҙҙә, беренсе сорт менән оҙатыла. Майлылығы 3,8-3,9 проценттан да түбән төшкәне юҡ.
Малсылыҡты үҫтереүгә игенселектәге уңыштар булышлыҡ итә: кооперативтың һөрөнтө ерҙәре — 1400 гектар. Бөтә баҫыу эштәрен алты механизатор башҡара. Техник культуралар майҙаны арттырыла. Игенселәр һәм малсылар менән бер рәттән, ауыл интеллигенцияһы вәкилдәре, пенсионерҙар, төрлө тарафта эшләп йөрөүселәр ҙә иген, мал аҙығы менән тәьмин ителә. Шуға күрә ауыл халҡы күпләп мал аҫрай.
Ҡуяштырҙың район үҙәгенә терәлеп тигәндәй урынлашыуына ҡарамаҫтан, кооператив эшселәргә ҡытлыҡ кисермәй. Бөтәһен дә үҙҙәре башҡара, ситтән бер кемде лә ялламайҙар, аҡсаны ситкә ебәрмәйҙәр. Шундай яҡшы үҙгәрештәрҙе күреп, малсылыҡта эшләргә теләк белдереүселәр ҙә арта.
Бөтә кеше лә вахта ысулы менән Себер тарафтарына йәки Өфөгә йөрөп аҡса таба алмай. Малсылыҡ — кешене үҙенә тартҡан, ылыҡтырған табышлы тармаҡ. Ферма эшсәндәренең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы бында 8 мең һумдан ашыу.
Беҙ бина менән танышҡан, әңгәмәләшкән арала һуңғы тәҙрә лә ҡуйылды.
— Хәҙер бында киләһе тиҫтә йылда бер ҡаҙаҡ ҡағаһы ла юҡ, — ти Иван Щербинин. — Мал һанын мең башҡа еткерергә ине иҫәп.
Ферма бөтһә, ауыл да бөтә, ти халыҡ. Щербинин кеүек эшлекле етәкселәр булғанда, ауылдың киләсәге яҡты, өмөтлө.


Автор: Финат ШАКИРЙӘНОВ. Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә