Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәй үҙ крәҫтиәнен яҡламаҡсы
Рәсәй үҙ крәҫтиәнен яҡламаҡсыҠушма Штаттарҙа сығырынан-сығалар: Рәсәй февралдән башлап Американың туңдырылған күркә, сусҡа, һыйыр итен, шулай уҡ ҡайһы бер итле ризыҡтарын индереүҙе тыйҙы. Сәбәбе — океан аръяғы фермерҙарының мал һәм ҡош һимерткәндә “рактопамин” тип аталған үҫеш стимуляторын күпләп ҡушыуы. Кеше һаулығы өсөн зарарлы был матдә Бразилия, Канада, Мексикала ла киң ҡулланыла, ләкин Европа союзы илдәрендә тыйылған. “Тимәк, Рәсәй был йәһәттән Европалағы күршеләренән өлгө генә ала, — тип яҙа “Крестьянская Русь” гәзите быйылғы 8 февраль һанында. — Дөрөҫ, “Россельхознадзор”ҙан “өлөш” ошо уҡ күршеләргә лә эләкте: санитар-ветеринар ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн Германиянан һыуытылған һыйыр, сусҡа һәм ҡош итен индереүҙе тыйҙылар.

Әлбиттә, быларҙың барыһы ла “Россельхознадзор”ҙың кеше һаулығын ҡайғыртыуына ғына бәйләнмәгән. Көнбайыш эксперттары ошондайыраҡ фекерҙә: Рәсәй үҙ етештереүселәрен ҡайғырта башланы, төрлө юл менән илгә ситтән аҙыҡ-түлек, сеймал индереүгә ҡаршылыҡ күрһәтә...
Бәлки, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында “әйләнгәндә” шунһыҙ булмайҙыр ҙа, сөнки сит илдән ит, йәшелсә, еләк-емеш индереү бермә-бер артты һәм артасаҡ. Мәҫәлән, былтыр илгә 8 миллион тонна һөт ризыҡтары индерелгән. Бөтә инфраструктура импортҡа көйләнде: дилер селтәрҙәре эшләй, эшкәртеү тармаҡтары уның “ҡурай”ына “бейей” башланы, халыҡҡа тауар еткереүсе сауҙа нөктәләре шуға яраҡлаша... Беҙҙә иһә үҙ етештереүсебеҙҙән аҙыҡ-түлекте дәүләт тарафынан һатып алыу ныҡлап ойошторолманы. Халыҡтан, фермерҙарҙан ит, һөт, йөн, башҡа төр продукция дәүләт көйләүе буйынса һатып алынмағас, күпселек етештереүсе ҡулланыусыға сыға алманы, тауары кәрәкһеҙгә әйләнде. Шуға ла осһоҙ ғына хаҡҡа — үҙҙәренә зыянға оҙатыу яғын ҡарайҙар. Нығынып ҡалған фермерҙар ҙа аҙыҡ-түлек тармағына ҡул һелтәй, яңылары эш башлай алмай.
Рәсәй ауыл хужалығының төп бәләһе — етештереүсенең тейешле кимәлдә дәүләт тарафынан яҡланмауы. Эйе, ниндәйҙер аҙымдар яһарға ынтылыш бар. Ләкин йыллап түгел, айлап яғыулыҡҡа, минераль ашламаларға хаҡ артҡанда, был ярҙам һиҙелерлек түгел. Шунан һуң, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, нәҡ яғыулыҡ менән ашламаларға Хөкүмәт әллә ниндәй ташламалар яһай алмай, сөнки ярҙам аныҡ бүленмәй, ә дотация гектар иҫәбенән ҡарала. Әлеге шул ойошмаға ингәс, йәғни беҙҙең ауыл хужалығы башҡа — сит ил ҡанундарына яраҡлаштырылып эшләнгән ҡағиҙәләргә буйһондоролғас, дотациялар буйынса ҡаты лимит булдырылды. Бөгөнгө хәл-тороштан башлап, йылына беҙ ауыл хужалығы өсөн 4 миллиардтан 9 миллиард долларғаса рөхсәт ителгәнде файҙалана алабыҙ. Тик бер нисә йылдан кире 4,5 миллиард долларға төшөргә тейешбеҙ. Ни хәл итәһең, бер “сыбыҡтан ҡыуылғас”, башҡалар ни эшләй, шуны ҡылырға тура килә.
Ләкин... Баҙар ҡаршыһында көстәр тигеҙ түгел. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инер өсөн 18 йыл буйы һөйләшеүебеҙ арауығында ысын мәғәнәһендә беҙҙең аяҡ-ҡулды бәйләнеләр. Бөгөн үҙебеҙҙең баҙарҙы һаҡлауы бик ҡыйын. Донъяныҡына беҙ уртаса тариф буйынса тик 16 процент продукция сығара алабыҙ, ә Бразилия — 35, Швейцария — 54 процент. Эйе, Бразилияла әле 10 процентлы күләм йәшәп килә. Тик кәрәк саҡта улар “бәйләнгән” кимәлгә тиклем күтәрә ала, йәғни алда телгә алған 35 процентҡаса. Был сауҙа ойошмаһының ҡағиҙәләренә тап килә тип иҫәпләнә. Беҙҙең иһә 16-нан артыҡ тарифты күтәрергә хаҡыбыҙ юҡ.
Алда телгә алған гәзит яҙыуынса, Европала һәм океан аръяғында (Америкала) иттең хаҡы беҙҙекенә ҡарағанда икеләтә тиерлек осһоҙораҡ, сөнки унда дәүләт дотацияһы күләме бөтөнләй башҡа кимәлдә. Бер заман, “аҡыллы баштар”, үҙебеҙҙә етештергәнгә ҡарағанда ситтән һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә тигән сәйәсәт алып барып, Рәсәй аграр өлкәһен бөтөнләй ҡыйрата яҙҙы. Ә бына сит илдәр улай эшләмәй, сөнки Рәсәй баҙарын яулап алһалар, уларҙың фермерҙары ла көсәйәсәк, бюджеттары ла тулыланасаҡ. Иң мөһиме — аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге булмаясаҡ, тылдары нығынасаҡ. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тигәндәй, һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк — уларҙа аграр өлкәне дәүләт яҡлауы кимәле бөтөнләй башҡа. Беҙҙә әле сәселгән һәр гектарға дотация яҡынса 30 евроға тура килә. (2013– 2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ярашлы, 70 евроғаса күтәрелеүе мөмкин). Европала бөгөн үк һәр гектарға уртаса 270 евро бүленә. Ә Нидерландта — 500-гә яҡын!
“Бөтә донъяла килемдең төп сығанағы — дәүләт ярҙамы. Уның төп маҡсаты — үҙ фермерыңдың конкурентлыҡ мөмкинлеген булдырыу, уға етештереү өсөн шарттар тыуҙырыу. Европа союзындағы дәүләт ярҙамы тураһында рәсми һандар килтерәм. Мәҫәлән, Германияла туранан-тура Европа союзы дотацияһы бер гектарға 318,6 евро, ЕС-тың программаһы буйынса — 8,5, Федерация, ер йәки ЕС ауыл хужалығын алып барыу өсөн биргән ярҙам — 55, эске милли ярҙам 61,6 евро бүленә. Бөтәһе гектарына — 443,7 евро. Финляндияла дөйөм күрһәткес — 954,2, Францияла — 387, Англияла — 284,5 евро. ЕС-та уртаса дотация күрһәткесе гектарына 365,5 евроға тура килә”, — ти Рәсәй крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтарының ассоциацияһы (АККОР) президенты Владимир Плотников (“Сельская жизнь”, 2013 йыл, №6).
Плотников әйтеүенсә, быйылдан башлап Рәсәйҙә субсидиялау гектар иҫәбенән биреләсәк. 2013 йылға ошо маҡсатта 15,2 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Бөтә һөрөнтө ерҙе алып, гектарға иҫәпләһәң, яҡынса 200 һум килеп сыға. Күреүебеҙсә, сит илдәр менән сағыштырыу беҙҙең ил файҙаһына түгел. Ә бит электрға, яғыулыҡҡа, газға, ашламаларға хаҡ артҡандан-арта. Һис сер түгел, техника яғын да башҡалар менән сағыштырып булмай. Фермерҙарҙың башлығы дотацияны гектарына — бер мең, өс йыл дауамында 2 мең һумға еткерергә тәҡдим итә.
Малсылыҡта ла үҙгәрештәр бар. Быйыл дәүләт һөт етештереүҙе көйләү буйынса байтаҡ эш атҡарырға йыйына. Субсидияға килгәндә, ул бер килограмм һөт иҫәбенән биреләсәк, ләкин крәҫтиән ул аҡсаны күрерме, тигән урынлы һорау тыуа. Шуға ла аграрсылар ярҙамдың бер өлөшөн һыйыр иҫәбенән бүлергә тәҡдим итә. Мәҫәлән, Украинала ошо юл менән генә лә ярты йыл эсендә һыйыр малын 45 меңгә арттырыуға өлгәшкәндәр. Плотников әйтеүенсә, ике баштан ашыу һыйыр аҫраған һәр хужалыҡҡа (коллектив, фермер, шәхси хужалыҡтар) 10-ар мең һум аҡса бирелһә, илдә мал һаны бермә-бер артасаҡ.
Ошо уҡ хәл минераль ашламаларҙа ла күҙәтелә. Рәсәйҙә йылына 18 миллион тонна ашлама сығарылһа, беҙҙең баҫыуҙарға шуның 14 проценты ғына индерелә. Ҡалғаны экспортҡа китә. Белгестәр белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа беҙҙең ярлыланған тупраҡҡа йыл һайын кәмендә 7,7 миллион тонна ашлама кәрәк. Етмәһә, баҫыуҙарға тиреҫ сығарыу, башҡа органик ашлама индереү юҡ кимәлендә. Бер аҙ сит илдәргә бағайыҡ. Голландияла гектарына 600 кг минераль ашлама индерелһә, АҠШ-та — 200, Беларустә — 293 кг...
Аграр өлкәне көрсөктән сығарыуҙа кооперация юлы ҡотҡарыр, ти белгестәр. Берҙәм булғанда ғына, эре комплекстар менән бер рәттән, фермер, шәхси хужалыҡтар, продукция етештереү тармаҡтары араһында бәйләнеш булырына ышана улар.
Ғинуар аҙағында РФ Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы булды. Унда 2018 йылға тиклемге ил үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнде. Ун төп йүнәлеш араһында бишенсе булып ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тора. Киләһе биш йыллыҡта ошо өлкәлә үҫеш — 2,5 процент, ә аҙыҡ-түлек етештереү 3,5–5 процентҡаса артырға тейеш, тип планлаштырылды. Илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы тулыһынса үтәлергә тейешлегенә баҫым яһалды.
Ғүмер буйы илде туйҙырыусы крәҫтиәндең үҙ бурысын үтәренә шик юҡ, ләкин бөгөн техниканы яңыртыу, селекция эшен алып барыу, нисәмә йыл буйы тейешенсә ашланмаған, хатта ташландыҡ баҫыуҙарҙы ипкә килтереү, башҡа бик күп мәсьәләне хәл итеү өсөн дәүләт ярҙамы кәрәк. Йыл башынан ил етәкселәренең уларға иғтибар итеүе, аҙыҡ-түлек доктринаһын иҫкә төшөрөп, ошо йүнәлештә эш алып барыуы өмөт уята...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704