Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауыл менән донъя ырыҫлы
Ауыл менән донъя ырыҫлы...Төпкөл төбәктәрҙә тормош һүнә бара, тигән фекер йыш ҡына хәҡиҡәткә тап килмәй. Киреһенсә, ҡалаларҙан апаруҡ алыҫта урынлашҡан ауылдар, тергеҙелеп, ҡайтанан гөрләп йәшәп киткән осраҡтар бар. Бының сағыу миҫалы — Салауат районының Таймый ауылы яҙмышы...

Бурлы тауы итәгендә, Атау йылғаһы ярында, ифрат матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был ауыл ҡасандыр райондағы алдынғы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнгән "Йүрүҙән" совхозының бер бүлексәһе булған. Егерме йыл элек, ҙур хужалыҡтар дәррәү тарҡатыла башлаған осорҙа, Таймый ҙа иң бәләкәй хужалыҡ булып, совхоздан айырылып сыға. Сығыуын-сыға, әммә һис кенә мандып китә алмай. 2008 йылда "Таймый" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторолғас, хәл ҡырҡа үҙгәрә. Бөгөн ул, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, уңышлы эшләй.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ул хәҙер — иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе.
— 3455 гектарҙа иген игелә, 280 гектар ер сабынлыҡ итеп файҙаланыла, быйыл 480 гектарҙа — ужым, 605-ендә — бойҙай, 332-һендә — арпа, 269 гектарҙа Ауыл менән донъя ырыҫлыһоло сәселә, — ти йәмғиәт етәксеһе Илдар Заһиҙуллин. — Быйыл, мал-тыуарҙы ҡышлатыуға етһен тип, 1540 гектарҙа силос кукурузы, 50 гектарҙа күп йыллыҡ кәзә үләне, 150 гектарҙа люцерна менән клевер, 200 гектарҙа борсаҡ үҫтерҙек.
Хужалыҡта малсылыҡ тармағы ла яҡшы үҫешкән — барлығы 1200 баш һыйыр малы тотола, ике һөтсөлөк фермаһы эшләй. Таймый фермаһында — 200, Иҙелбайҙағыһында 150 баш һыйыр аҫрала.
Йәмғиәттең 217 аты ла бар. “Таймый»ҙа ауыл хужалығы етештереүсәнлеген тейешле кимәлдә алып барыу өсөн кәрәкле техника етерлек. Бында эшләүсе 52 кешенең һәр ҡайһыһы үҙ вазифаһын ихлас, күңел биреп башҡара. Илдар Хәниф улы механизаторҙар Фиҙәрис Хөсәйенов менән Рәүил Әхмәтшиндең, водителдәр Илмир Фәхретдинов һәм Риф Ғибәҙуллиндың, һауынсы Зилә Низаметдинованың тырышлығын айырыуса билдәләй.
“Таймый”ҙа етештерелгән юғары сифатлы һөттө лә, итте лә ҡулланыусылар – “Янғантау” шифаханаһы, Дыуандағы киптерелгән һөт комбинаты, күрше Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ҡалаһындағы “Пищевик” йәмғиәте — ҙур теләк менән һатып ала. Уңыш сере нимәлә?
— Заман технологияларын ҡулланып эшләйбеҙ, баҫыуҙарға минераль ашлама индерәбеҙ, — ти был турала етәксе. — Үҫешкән илдәрҙәгесә, игенде һөрөлмәгән тупраҡҡа сәсеү ысулын үҙләштерәбеҙ.
Хужалыҡта эшләүселәр был төпкөл төбәктә тормоштоң йәнләнеүен директорҙың халыҡ яҙмышына битараф булмауына, белеменә, ойоштороу һәләтенә бәйләй. Әйткәндәй, яңыраҡ 50-һен тултырған Илдар Заһиҙуллин ошо ауылда тыуып үҫкән, урта мәктәпте лә шунда бөтөргән, Дыуан ауыл хужалығы техникумында уҡып сыҡҡас, тиҫтәләрсә йыл тыуған төйәгендә эшләгән: “Йүрүҙән» совхозында иҫәпсе, «Таймый»ҙа агроном, баш агроном, директор урынбаҫары, ауыл Советы рәйесе, “Таймый” совхозы директоры. 2007 йылда, ситтән тороп Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағас, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошторорға баҙнат иткән. Тәүәккәлләгән таш ярыр, ти халыҡ. Ә был осраҡта, күренеүенсә, ул уңыш нигеҙе булған.
Хөриә Абыҙгилдина.
Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә