...Төпкөл төбәктәрҙә тормош һүнә бара, тигән фекер йыш ҡына хәҡиҡәткә тап килмәй. Киреһенсә, ҡалаларҙан апаруҡ алыҫта урынлашҡан ауылдар, тергеҙелеп, ҡайтанан гөрләп йәшәп киткән осраҡтар бар. Бының сағыу миҫалы — Салауат районының Таймый ауылы яҙмышы...
Бурлы тауы итәгендә, Атау йылғаһы ярында, ифрат матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был ауыл ҡасандыр райондағы алдынғы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнгән "Йүрүҙән" совхозының бер бүлексәһе булған. Егерме йыл элек, ҙур хужалыҡтар дәррәү тарҡатыла башлаған осорҙа, Таймый ҙа иң бәләкәй хужалыҡ булып, совхоздан айырылып сыға. Сығыуын-сыға, әммә һис кенә мандып китә алмай. 2008 йылда "Таймый" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторолғас, хәл ҡырҡа үҙгәрә. Бөгөн ул, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, уңышлы эшләй.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ул хәҙер — иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе.
— 3455 гектарҙа иген игелә, 280 гектар ер сабынлыҡ итеп файҙаланыла, быйыл 480 гектарҙа — ужым, 605-ендә — бойҙай, 332-һендә — арпа, 269 гектарҙа
һоло сәселә, — ти йәмғиәт етәксеһе Илдар Заһиҙуллин. — Быйыл, мал-тыуарҙы ҡышлатыуға етһен тип, 1540 гектарҙа силос кукурузы, 50 гектарҙа күп йыллыҡ кәзә үләне, 150 гектарҙа люцерна менән клевер, 200 гектарҙа борсаҡ үҫтерҙек.
Хужалыҡта малсылыҡ тармағы ла яҡшы үҫешкән — барлығы 1200 баш һыйыр малы тотола, ике һөтсөлөк фермаһы эшләй. Таймый фермаһында — 200, Иҙелбайҙағыһында 150 баш һыйыр аҫрала.
Йәмғиәттең 217 аты ла бар. “Таймый»ҙа ауыл хужалығы етештереүсәнлеген тейешле кимәлдә алып барыу өсөн кәрәкле техника етерлек. Бында эшләүсе 52 кешенең һәр ҡайһыһы үҙ вазифаһын ихлас, күңел биреп башҡара. Илдар Хәниф улы механизаторҙар Фиҙәрис Хөсәйенов менән Рәүил Әхмәтшиндең, водителдәр Илмир Фәхретдинов һәм Риф Ғибәҙуллиндың, һауынсы Зилә Низаметдинованың тырышлығын айырыуса билдәләй.
“Таймый”ҙа етештерелгән юғары сифатлы һөттө лә, итте лә ҡулланыусылар – “Янғантау” шифаханаһы, Дыуандағы киптерелгән һөт комбинаты, күрше Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ҡалаһындағы “Пищевик” йәмғиәте — ҙур теләк менән һатып ала. Уңыш сере нимәлә?
— Заман технологияларын ҡулланып эшләйбеҙ, баҫыуҙарға минераль ашлама индерәбеҙ, — ти был турала етәксе. — Үҫешкән илдәрҙәгесә, игенде һөрөлмәгән тупраҡҡа сәсеү ысулын үҙләштерәбеҙ.
Хужалыҡта эшләүселәр был төпкөл төбәктә тормоштоң йәнләнеүен директорҙың халыҡ яҙмышына битараф булмауына, белеменә, ойоштороу һәләтенә бәйләй. Әйткәндәй, яңыраҡ 50-һен тултырған Илдар Заһиҙуллин ошо ауылда тыуып үҫкән, урта мәктәпте лә шунда бөтөргән, Дыуан ауыл хужалығы техникумында уҡып сыҡҡас, тиҫтәләрсә йыл тыуған төйәгендә эшләгән: “Йүрүҙән» совхозында иҫәпсе, «Таймый»ҙа агроном, баш агроном, директор урынбаҫары, ауыл Советы рәйесе, “Таймый” совхозы директоры. 2007 йылда, ситтән тороп Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағас, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошторорға баҙнат иткән. Тәүәккәлләгән таш ярыр, ти халыҡ. Ә был осраҡта, күренеүенсә, ул уңыш нигеҙе булған.
Хөриә Абыҙгилдина.
Салауат районы.