Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Нимә ул Интернет-банкинг?
Интернет селтәре ярҙамында банктағы иҫәпкә идара итеү Интернет-банкинг тип атала. Ул, ҡулаҡсаға бәйле ғәмәлдәрҙән тыш, барлыҡ банк хеҙмәттәрен үҙ эсенә ала. Интернет-банкингты файҙаланыу алымы бик ябай һәм аңлайышлы.

Мөмкинлектәре киң

Интернет аша:
- коммуналь, кеҫә телефоны операторҙары, интернет-провайдерҙарҙың хеҙмәте өсөн түләргә;
- үҙ иҫәбең тураһында мәғлүмәт алырға, улар буйынса ғәмәлдәреңде күҙәтергә, төрлө осор өсөн иҫәптән өҙөмтәләр алырға;
- кредит түләргә;
- пластик карталағы аҡсаға идара итергә (аҡса алырға йәки иҫәпте тулыландырырға);
- банкка һалынған аҡсаға идара итергә;
- банк эсендәге операцияларҙы тормошҡа ашырырға (мәҫәлән, комиссия түләргә) һәм банктан банкка аҡса күсерергә (икенсе банк хеҙмәтләндергән кешеләр һәм ойошмалар менән иҫәпләшергә);
- аҡса күсерергә;
- валютаны алмаштырырға (уны ҡулаҡсаһыҙ һатып алырға, һатырға, конверсияларға);
- ҡиммәтле ҡағыҙҙарға бәйле ғәмәлдәрҙе башҡарырға, электрон сауҙалашыуҙа ҡатнашырға, гәзит, журналдарға яҙылырға мөмкин.

Өҫтөнлөктәре лә етерлек

1. Ваҡытты аҙ ала. Банк операцияларын өйҙән сыҡмайынса башҡарырға мөмкин. Интернет-банкинг, ғәҙәттә, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерә, хаталарға юл ҡуймай.
2. Уңайлы. Был хеҙмәттән аҙнаһына ете көн тәүлек әйләнәһенә файҙаланырға мөмкин. Интернет-банкинг — бөгөн банк иҫәбен күҙәтеү буйынса иң һөҙөмтәле алым.
3. Арзан. Интернет аша банк операцияларының хаҡы финанс учреждениеһы хеҙмәткәре күрһәткән хеҙмәт хаҡынан байтаҡҡа түбән. Төп ғәмәлдәрҙең күбеһе — коммуналь хеҙмәттәр, кеҫә телефоны, кабелле телевидение йәки Интернет өсөн түләүгә процент алынмай. Башҡа операциялар өсөн ҙур булмаған комиссия алыныуы ихтимал.
4. Айырым операциялар автоматлаштырыла. Ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе система үҙе башҡара. Клиентҡа бөтөн мәғлүмәтте хәтерҙә тотоуҙың кәрәге юҡ.
5. Система клиенттарға мөһим мәғлүмәттәрҙе лә йылдам еткерә.

Файҙаланыу шарттары


Мотлаҡ шарт — ул банк картаһын йәки банкта иҫәп асыу. Интернет-банкинг системаһына, ғәҙәттә, бушлай тоташтыралар. Бының өсөн бер тапҡыр банк офисына килеп ғариза яҙырға кәрәк. Һеҙгә логин (исем) һәм пароль тапшырыласаҡ. Бер үк ваҡытта дисктағы йәки флеш-карталағы электрон асҡыстың да файҙаланылыуы ихтимал. Банкингтан ҡулланған өсөн абонент түләүе алынмай.
Системаға инеү өсөн ПК, ноутбук, КПК йәки ҙур селтәргә тоташҡан коммуникатор булыуы ла етә. Клиентҡа мәғлүмәт ебәрелергә тейешле почта йәшниген йәки кеҫә телефонының номерын күрһәтергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, һәр банктың хеҙмәттәре махсус биттә йәки веб-сайтта күрһәтелә. Бөгөн Интернет-банкинг — ситтән тороп банк хеҙмәте күрһәтеүҙең киң таралған алымдарының береһе.

Селтәрҙә эшләү юлдары

Селтәрҙә эште башлау өсөн, иң элек, логинды, паролде, кодтарҙы яҙып, банктың Интернеттағы сайтына инергә кәрәк.
Интернет-банкинг системаһында эшләү — аҡсаға идара итеүҙең иң уңайлы ысулы. Банкингтың ғәҙәти эш тәҙрәһе түбәндәге бүлектәрҙән тора:
- Дөйөм мәғлүмәт. Был бүлек банкта асылған иҫәптәр хаҡындағы мәғлүмәтте ҡарау өсөн тәғәйенләнә.
- Түләүҙәр. Бүлектә төрлө операцияны тормошҡа ашырырға мөмкин. Бында иҫәптең номеры, түләүҙе алыусы, аҡсаның күләме кеүек төрлө мәғлүмәт бирелә. Ғәҙәттә, система һуңғы түләүҙе һәм реквизиттарҙы һаҡлап ҡала. Ошонда уҡ түләүҙәрҙең исемлеге урынлашҡан.
- Банк мәғлүмәте. Клиентҡа ебәрелгән мәғлүмәттәр һәм яңылыҡтар күрһәтелә. Мәҫәлән, яңы комиссия, ниндәйҙер хеҙмәт һәм мөмкинлек, процент ставкалары, системаның эшендәге үҙгәрештәр хаҡындағы хәбәрҙәр урын ала.
- Белешмә һәм сервис яңылыҡтары. Дөйөм мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеге бирә. Банк хеҙмәткәренә һорау ебәрергә, паролде үҙгәртергә була.
- Системанан сығыу. Барлыҡ операциялар тамамланғандан һуң Интернет-банкингтан сыҡҡанда башҡарыла.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Интернет-банкингтан файҙаланғанда мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр:
- бер ҡасан да системаға инеү паролен һәм кодын, картаның паролен башҡаларға әйтмәгеҙ, уларҙы почта аша ебәрмәгеҙ. Банк был хаҡта банкингка тоташҡанда уҡ мотлаҡ иҫкәртергә тейеш;
- йәшерен мәғлүмәтте һораған электрон хаттарға яуап бирмәгеҙ;
- Интернет-кафела, офистарҙа һәм халыҡ күп булған урындарҙа системаға инмәҫкә тырышығыҙ, сөнки уларҙа мутлыҡ ҡылыу хәүефе юғары;
- браузерҙағы инструменттар панелендә бикле йоҙаҡтың пиктограммаһын тикшерегеҙ. Йәшерен мәғлүмәтте һораған төп биттәге адрес юлының уң яғындағы йоҙаҡты табып, уның бикле булыуына инанығыҙ;
- аҡса түләгәндә реквизиттарҙы һәм башҡа мәғлүмәтте ныҡлы тикшереп, иғтибар менән яҙығыҙ. Интернет-банкингта клиент үҙаллы эш итә, шуға күрә мәғлүмәтте дөрөҫ индермәһәгеҙ, аҡсаны яңылыш икенсе ергә күсереүегеҙ ихтимал;
- хаталанып, ғәмәлдә булмаған иҫәптең реквизиттарын йыйған осраҡта аҡса кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Әгәр яңылыш икенсе телефондың йәки Интернет-килешеүҙең номерын яҙһағыҙ, тиҙ генә был хаҡта банктың ярҙам хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Уның телефоны банктың сайтында йәки банк картаһында мотлаҡ күрһәтелергә тейеш;
- компьютерҙы вирустан һаҡлауҙы даими яңыртып тороғоҙ;
- онотмағыҙ: түләү ҡағыҙҙары һәм иҫәп буйынса өҙөмтәләр банкка барып мисәт һуҡтырғандан һуң ғына документҡа әүерелә. Виртуаль операцияларҙы тормошҡа ашырғанда чек биреү ҡаралмай.
Интернет-банкинг менән эшләгәндә клиент барлыҡ ғәмәлдәре өсөн үҙе яуаплы. Бөгөн “фишинг”, йәғни банк сайтын тулыһынса ҡабатлаған икенсе сайт асып һәм электрон почта аша ялған мәғлүмәт ебәреп, кешене алдау юлы менән уның иҫәбенең номерын, ПИН-кодты, паролде асыҡлау киң таралған. Шуға күрә һаҡ булығыҙ.
Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә