Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Чиновниктар иртәгәһе өсөн борсолмай
Мәктәпте тамамлағандар араһында бөгөн эшҡыуар йә, совет осорондағы кеүек, космонавт түгел, ниңәлер дәүләт хеҙмәтенә ынтылыусылар күберәк. Баҡтиһәң, уҡыусылар һис тә яңылышмай, беҙҙең илдә был төркөм – иң яҡланған һөнәр (һөнәрме икән?) вәкилдәре.
Мәҫәлән, Рәсәйҙең иң бай чиновниктары, баҡһаң, Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәй. Ундағы власть вәкилдәренең уртаса эш хаҡы айына тәүге ярты йыллыҡта 125 мең һум тәшкил иткән. Илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә дәүләт эше менән мәшғүлдәр бөгөн ниндәй аҡсаға көн итә? Башҡортостанда уларҙың хәле нисек?

Дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй чиновниктарының уртаса айлыҡ килеме бөгөн — 42 481 һум. Былтырғы менән сағыштырғанда 12 процентҡа үҫкән. Ә бына ни бары ете төбәктә генә уның кәмеүе күҙәтелгән.
Сағыштырыу өсөн: бөгөн Рәсәй халҡының 12 процентынан ашыуы, йәғни бөтөн ил буйынса 12 миллион кеше, йәшәү минимумынан түбәнерәк эш хаҡына көн итергә мәжбүр. Хатта һәр өсөнсө кешеһе фәҡирлектә көн иткән төбәктәр ҙә юҡ түгел. Шуныһы: ҡайһы саҡта тап уларҙа чиновниктарҙың эш хаҡы күпкә лайыҡлыраҡ йәшәгән күрше өлкәләрҙәге дәүләт хеҙмәткәрҙәренекенән байтаҡҡа юғарыраҡ булып сыға.
Мәҫәлән, Тывала чиновниктарҙың уртаса эш хаҡы йыл дауамында 16,4 процентҡа артып, 45 419 һумға еткән. Шул уҡ ваҡытта был республика халҡының өстән бер өлөшө фәҡирлек сигендә көн итә, ундайҙарҙың һаны ла кәмемәй, артҡандан-арта ғына.
Дөйөм алғанда, 2010 – 2011 йылдарҙа илдең 52 төбәгендә фәҡирҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Шулай ҙа һуңғы дүрт йылда Рәсәйҙә ярлылыҡ кәмегән тип хәбәр итә белгестәр. Мәҫәлән, 2008 йылда йәшәү минимумынан кәмерәккә йәшәргә мәжбүр булғандарҙың иҫәбе дөйөм халыҡтың 13,4 процентын тәшкил иткән. Тимәк, ниндәйҙер ыңғай күренеш бар.
Илебеҙҙең тағы ла ҡайһы төбәктәрендә чиновниктар иртәгәһе өсөн борсолмай? Ненец автономиялы округында улар айына 118 мең һумға йәшәһә, Ханты-Мансиҙа 102 мең һумға көн итә. Бына кемдәргә көрсөктән ҡурҡырға кәрәкмәй! Мәскәү чиновниктарының уртаса эш хаҡы — 55, Санкт-Петербургта 67 мең һум. Дәүләт хеҙмәтендәгеләрҙең килемендәге бындай айырманы белгестәр һәр төбәктең мөмкинлеге менән аңлата. Йәғни төбәк органдары үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын урындағы бюджеттан сығып билдәләй. Мәҫәлән, нефткә, газға һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмаларға бай төбәктәр ҙурыраҡ эш хаҡы түләү мөмкинлегенә эйә. Чиновниктың оклады түбән булып та, урындағы бюджет өҫтәгән өҫтәлмәләрҙән эш хаҡы сүпрә һымаҡ күбеп китеүе ихтимал. Нефттән килгән был мул аҡса ябай халыҡҡа ғына барып етмәй, күрәһең. Мәҫәлән, Ненец автономиялы округында бөтөн ил буйынса күрһәткестән фәҡирҙәр һаны әҙерәк булһа, бына Ханты-Мансиҙа иһә шул уҡ кимәлдә.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн чиновник килеменең ябай халыҡтың йәшәү кимәле менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Юҡ, бер кем дә уларҙың эш хаҡын кәметеү тураһында һүҙ алып бармай. Әммә илдең төрлө төбәктәрендәге ер менән күк кеүек айырма һәм тигеҙһеҙлек власть органдарына һис тә мәртәбә өҫтәмәй. Тағы ла шул: Рәсәйҙә бөгөн эш урыны була тороп та фәҡирлектән сыға алмаусылар байтаҡ. Быныһы бигерәк тә аяныслы. Әйткәндәй, профсоюздар күптән эш хаҡының минималь кимәлен йәшәү минимумына ҡәҙәр булһа ла арттырырға кәңәш итә ине. Уларҙың үтенесе яңыраҡ ҡына ишетелде: Рәсәйҙең Финанс, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтарында уны 2013 йылдың ғинуарынан 5,2 мең һумға тиклем күтәреү тураһында фекер алышыу башланды.
Башҡортостан чиновниктарының хәле нисегерәк икән? Беҙҙәге федераль органдарҙа эшләгәндәрҙең айлыҡ килеме былтырғынан артмаған тиерлек һәм 22 941 һум тәшкил иткән. Ә бына республика органдарында эшләүселәргә шатланырға урын бар – улар былтырғынан һиҙелерлек артҡан 24 775 мең һум эш хаҡы ала. Беҙҙең республика был йәһәттән Волга буйы федераль округында Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләренән генә ҡалыша.
Беҙҙә 8901 кеше федераль власть органдарында мәшғүл, муниципаль органдарҙа 8229 чиновник "тир түгә". Республиканың власть органдары иһә 4893 кешегә эш урыны биргән.
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы ла арта. Ул — 21,5 мең һум тирәһе. Был күрһәткес буйынса федераль округта Пермь крайы, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләре генә беҙҙән дә йомарт.
Әйткәндәй, республика башлығы Рөстәм Хәмитов та күптән түгел үткән кәңәшмәлә чиновниктарҙың нәфсеһен бер аҙ кәметергә саҡырҙы һәм был аппараттың үтә ҙур булыуын билдәләне. "Беҙҙең идара итеү системаһы саманан тыш ҡабартылған. Бөгөнгө министрлыҡтарҙың штаты бынан 30–40 йыл элеккеләре менән тигеҙ. Бөгөн бит заманса коммуникация системалары бар, бер министрлыҡтан икенсеһенә мәғлүмәтте тиҙ генә тапшырыу, башҡа төрлө һаҡлау һәм эшкәртеү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Әммә кешеләр һаны ниңәлер артҡандан-арта", – тигәйне ул. Тимәк, беҙҙең чиновниктарға ла үҙҙәренең хеҙмәт хаҡына лайыҡлы булыу өсөн һөҙөмтәлерәк эшләү тураһында уйланырға нигеҙ бар.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә