Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Дружба”ны дуҫлыҡ күтәрҙе
“Дружба”ны дуҫлыҡ күтәрҙеБиш йыл элек Яңауыл районының “Дружба” кооперативы иң артта һөйрәлеүсе хужалыҡтарҙың береһе ине. Етәкселәре бер-бер артлы алмашынып торҙо, әммә хәл үҙгәрмәне. Көрсөккә терәлгән хужалыҡ дилбегәһен элек “Победа” кооперативында оҙаҡ йылдар ветеринар булып эшләгән Рәлиф Шәйҙуллин үҙ ҡулына алмаһа, “Дружба” бөлгөнлөк һаҙлығынан сыға алмаҫ ине, бәлки.
Ярым бушаған трактор паркы, ҡый баҫҡан баҫыуҙар... Ләкин иң үкенеслеһе шул: халыҡтың хужалыҡты ҡабаттан тергеҙеүгә өмөтө тамам һүрелгән. Ошо шарттарҙа эш башлап ебәреүе еңелдән булманы яңы етәксегә. Шуға ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып, дәрт-дарман менән тотондо Рәлиф Пайретдин улы. Күҙ ҡурҡһа ла ҡул эшләй, тиҙәр. Кредит юлланы, район хакимиәте лә, яңы рәйестең йүнселлеген хуплап, ихлас ярҙам итте...
Бөгөн хужалыҡты танырлыҡ та түгел: сәсеүлектәр өсләтә киңәйтелгән, трактор паркы яңы техника менән тулыландырылған.
— Әле һуңғы ике йыл эсендә генә “Дружба” кооперативы ике яңы “Беларусь” тракторы, бер нисә бесән әҙерләү инвентары, өр-яңы “Нива”, “Полесье” комбайндары һатып алды, — ти райондың ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Рәфит Әнүәров.
Әйткәндәй, малсылыҡ тармағында ла үҙгәрештәр күп: фермаларҙы яңыртҡандар, яңы һөт һыуытҡыс урынлаштырғандар.
Әммә иң ҡыуаныслыһы шул: ауыл халҡында хужалыҡтың киләсәгенә, тимәк, уның булдыҡлы етәксеһенә ышаныс уянған. Һәр урында дәртләнеп эшләй бөгөн “Дружба” кооперативы ағзалары.
Ураҡ барышында биш комбайн аҙна эсендә 800 гектарҙағы игенде йыйып алған. Әле ырҙынға баҫыуҙан бойҙай килә.
— Быйылғы шарттарҙы иҫәпкә алғанда, арыштың төшөмө насар булманы, гектарынан уртаса 15 — 20 центнер уңыш алынды. Яҙын элиталы бойҙай — “ирень” сортын сәскәйнек, уның уңышы ла арыу ғына, — ти хужалыҡтың баш агрономы Максим Байғужин.
Комбайн бункерҙарынан ағылған ашлыҡты өс “КамАЗ” өҙлөкһөҙ ырҙын табағына ташып ҡына тора.
— Техника һынатмағас, эш тә ырамлы бара, — ти комбайнсылар. — Бына бөгөн бойҙайҙың һуңғы гектарҙарын һуғабыҙ, шуның менән ураҡ теүәлләнә лә инде. Рәйесебеҙҙән уңдыҡ — игенселәрҙең шәхси хужалығы өсөн бесәнен дә, ҡатнаш аҙығын да бирҙе, эш хаҡы ла һәйбәт...
Артабан ырҙын табағына юл тоттоҡ. Бында һәр урында тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Келәттәрҙә кипкән таҙа орлоҡ тупланған, һатыуға 200 тонна арыш та әҙер.
— Ашлыҡты ҡайҙа тапшырайыҡ икән, тип борсолмайбыҙ — үҙебеҙҙең елгәргестәр, киптереү ҡоролмаһы эшләй, бөгөн үк һатып алыусылар бар, әле бына Дәүләкәндән дә килеп еткәндәр, — ти рәйес, ярымтағылмалы өс “КамАЗ”-ға ишаралап.
Бөгөн хужалыҡ һәр тармаҡ буйынса алдынғылар рәтендә килһә лә, Рәлиф Пайретдин улын борсоған мәсьәләләр ҙә етерлек.
— Техника паркын яңыртыуҙы дауам итергә ине. Мәҫәлән, тағы бер яңы комбайн, трактор кәрәк, — ти ул.
Көҙгө баҫыу эштәре өҙлөкһөҙ бара бында — уңышын урып йыйғас, һаламын өйөп, ерен һөрөп, тейешле майҙанға ужымын да сәсеп ҡуялар.
“Юлдаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә беҙҙе баш агроном Әлфир Шәйхаттаров ҡаршы алды. Уның менән 800 гектарҙағы бойҙай баҫыуын иңләүсе комбайнсылар янына ашыҡтыҡ. Баш белгес әйтеүенсә, июль башынан төбәктә йүнле-рәтле ямғыр булмаған, шуға күрә элиталы орлоҡ сәсеүгә ҡарамаҫтан, уңыш маҡтанырлыҡ түгел — гектарынан 15 центнер самаһы.
— Быға ла бик ҡәнәғәтбеҙ, элекке йылдағы ҡоролоҡ һөҙөмтәләре менән һис тә сағыштырырлыҡ түгел, — ти механизаторҙар.
Хужалыҡ үҙ көсө менән быйыл өр-яңы “Вектор” комбайны һатып алған, унан ҡалмаҫҡа тырышып, иҫке “Енисей”, “Дон” комбайндары ла һәүетемсә эшләп йөрөй. Бөгөнгә 1750 гектарҙа арыш, арпа, борсаҡ йыйып алынған.
Ырҙын табағында ашлыҡ елгәргестәр, заманса иген киптергес, уларҙан тыш ике таҙартыу комплексы геүләп эшләй. Игенде эргәләге “Ҡарман” балыҡсылыҡ хужалығы, быйыл орлоҡҡа ҡытлыҡ кисереүсе башҡа хужалыҡтар күпләп һатып ала.
— Беҙҙең генә түгел, тотош Рәсәй ауыл хужалығының алҡымынан алыусы проблема — яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе, — ти йәмғиәттең баш инженеры Вәсим Исламов. — Пермь өлкәһенән һатып алған запас частарҙың сифаты түбән, тиҙ эштән сыға. Яңыраҡ үҙебеҙҙә хужалыҡтарҙы техника кәрәк-ярағы менән тәьмин итәсәк “Яңауылагроснаб” предприятиеһы асылыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды...
Ураҡты иң тәүгеләрҙән тамамлаған “Восток”, “Маяҡ”, “Гаяна” ауыл хужалығы кооперативтары, “Урада” агрофирмаһы, “Дружба”, “Юлдаш”, “Марс”, “Агро М” йәмғиәттәрендә, “Яңауыл” МТС-ында ужым сәсеү, туңға һөрөү эштәре лә ырамлы бара.
— Хужалыҡтарҙа комбайндарҙың етешмәүе бәкәлгә һуға. Баҫыуҙарҙа эшләгән 65 урып йыйыу техникаһының һәр береһенә 630 гектар майҙан тура килә, ә норма буйынса ул 200-300 гектар тәшкил итергә тейеш. Һуңғы биш йылда хужалыҡтар 17 яңы комбайнға эйә булды, ләкин был аҙ, — ти борсолоп ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рәлиф Сәлиманов.
Марат МОРАТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә